Этнография музейы (Будапешт)
Будапештта Этнография музейы (мадьярса Néprajzi Múzeum) — Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта урынлашҡан. Европала иң ҙур этнография музейҙарының береһе тип иҫәпләнә.
Этнография музейы | |
мадьярса Néprajzi Múzeum | |
Нигеҙләү датаһы | 1872[1][2] |
---|---|
Дәүләт | Венгрия[3] |
Административ-территориаль берәмек | Зугло[d][4] |
Рәсми асылыу датаһы | 1973[5] |
Адрес | Dózsa György út 35[4] |
Рәсми сайт |
neprajz.hu neprajz.hu/en/ |
Этнография музейы Викимилектә |
Экспозицияһы һәм тарихы
үҙгәртергәМузей коллекцияһына 200 меңгә яҡын экспонат инә, улар араһында художестволы эштәр, фотоһүрәттәр, кейем-һалым, аксессуарҙар, төрлө дәүерҙәге ҡиммәтле әйберҙәр бар. Музей мадьяр халҡының ғына түгел, Европаның һәм башҡа төбәктәр халыҡтарының да мәҙәниәтенә арналған. Музей экспозициялары һунар, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ һәм көтөүсе хеҙмәте, игенселек, кәсепселек, туҡланыу һәм аш-һыу кәрәк-яраҡтары, милли кейемдәре һәм туҡымалары, торлаҡ, йолалар, дин, уйындар, музыка ҡоралдары тематикаһын үҙ эсенә ала. Музейҙың даими күргәҙмәләре «Мадьяр халҡының боронғо общиналарҙан алып цивилизацияға тиклемге традицион мәҙәниәте», «Венгрияның халыҡ сәнғәте» һәм «Африка, Индонезия, Азия халыҡтарының мәҙәниәте һәм көнкүреше» тип атала.
1927—1944 йылдарҙа Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, этнограф Ғәлимйән Таған этнография музейының хеҙмәткәре була.
1973—2017 йылдарҙа музей элекке Лайош Кошут майҙанындағы Суд һарайында Венгрия парламенты бинаһы ҡаршыһында урынлашҡан. Грюндерлыҡ осоро стилендәге бина проектын архитектор Алайош Хаусман әҙерләгән.
Яңы бинаға күсеү менән бәйле 2017 йылдың 4 декабренән 2020 йылға тиклем музей эшләмәй[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://courage.btk.mta.hu/courage/individual/n19502 (ингл.)
- ↑ ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 4,0 4,1 https://www.neprajz.hu/latogatasok/kapcsolat.html
- ↑ итальянская Википедия (итал.) — 2001.
- ↑ Neprajz.hu - Museum is closed . www.neprajz.hu. Дата обращения: 7 май 2021. Архивировано 9 май 2021 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Венгрия. Издательство «Вокруг света», 2009 ISBN 978-5-98652-226-5
- Михаэль Херл. Будапешт. Издательство Polyglott, 1996 ISBN 5-88395-021-3
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Этнографический музей в Будапеште темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Официальный сайт 2011 йыл 21 июль архивланған.