Оло террор

(Большой террор битенән йүнәлтелде)

«Оло террор» — 1937—1938 йылдарҙа СССР-ҙа үткәрелгән иң күмәк сәйәси (Сталин) репрессиялары осорон билдәләгән хәҙерге заман тарихнамәһе термины[1][2][3]. Фәнни даирәләрҙә әлегә тиклем террорҙың сәбәбен асыҡлаусы берҙәм фекер юҡ. Тарихсыларҙың барыһының да тиерлек фекеренсә, репрессияларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә Сталин үҙе төп ролде уйнаған.

Оло террор
Рәсем
Урын СССР, Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы һәм Монгольская Народная Республика[d]
Башланыу датаһы август 1936
Тамамланыу датаһы 17 ноябрь 1938
Ҡатнашыусылар Сталин Иосиф Виссарионович, Ежов Николай Иванович, Ягода Генрих Григорьевич, Берия Лаврентий Павлович, Иван Александрович Серов[d], Молотов Вячеслав Михайлович, Вышинский Андрей Януарьевич, Каганович Лазарь Моисеевич, Ворошилов Климент Ефремович һәм Эйхе, Роберт Индрикович[d]
Карта
 Оло террор Викимилектә

Осор НКВД башлығы вазифаһына Н. И. Ежов тәғәйенләнеүҙән һәм уның тарафынан 1937 йылдың июлендә 00447-се һанлы СССР НКВД-һы бойороғонан башлана[прим. 1]. Ул сентябрь—ноябрь 1938 йылдың сентябрь-ноябрендә НКВД-ла, милицияла, Н. И. Ежов вазифаларға тәғәйенләгән кешеләрҙең һәм НКВД башлығы вазифаһында уны Л. П. Берия алмаштырыу менән киң масштаблы ҡулға алыныуҙары һәм СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының һәм ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының 1938 йылдың 17 ноябрендәге ҡарары менән тамамлана[прим. 2], әлеге ҡарарға ярашлы НКВД һәм прокуратура органдарына ҡулға алыуҙар һәм һөрөү буйынса ниндәй ҙә булһа массауи операциялар үткәрергә тыйыла, шулай уҡ СССР НКВД-ының махсус бойороҡтары тәртибендә булдырылған суд «тройкалар» бөтөрөлә[4][5]. НКВД-ның 00447-се һанлы бойороғона ярашлы, репрессиялар яҡынса «план һандары» нигеҙендә башҡарыла, уларҙы урындағы наркомдарға үҙаллы арттырырға рөхсәт ителмәй. Һандарҙы кәметеү рөхсәт ителә. Советтарға ҡаршы (емергес, енәйәтсел) эшмәкәрлек алып барған элекке кулактар; баш күтәреү, фашистик, террористик һәм бандитлыҡ формированиелар ағзалары; советтарға ҡаршы партиялар ағзалары[прим. 3], элекке аҡтар, чиновниктар, карателдәр; енәйәтселәр репрессияларға дусар ителә. Шулай уҡ ҡулға алыуға һәм атып үлтереүгә төрмәләрҙә, лагерҙарҙа, хеҙмәт поселениеларында һәм колонияларҙа әүҙем советтарға ҡаршы емергес эште дауам иткән элементтар репрессиялана[6].

Һуңынан урындағы етәкселәр һәм НКВД органдары тарафынан «план лимиттары» күп тапҡырға арттырып үтәлә.

Ошо осор эсендә 681692 кеше аталып үлтерелә[прим. 4]. Бөтәһе сәйәси мотивтар буйынса 1372382 кеше ҡулға алына[прим. 5][7]. Тарихсы Земсков фаразы буйынса, сәйәси мотивтар буйынса атып үлтерелгән 681 692 кеше[8][⇨], бөтәһе «Сталин осоронда» контрреволюцион һәм башҡа айырыуса дәүләт енәйәттәре өсөн атып үлтерелгәндәрҙең дөйөм һанынан 85 % тәшкил итә (799 455 кеше 1921 йылдан алып 1953 йылға тиклем)[9].

Шәхсән Сталиндың һәм ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының «Сталин атып үлтереү исемлектәре» буйынса хөкөм ителеүгә 43768 кеше сығарылған, күпселегендә улар идаралыҡ структуралары ағзалары, шул иҫәптән НКВД-ның һәм РККА-ның. Барыһы ла тиерлек атып үлтерелгән[10]. Был осорҙа ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаларының 78 % атып үлтерелә. Иң ҡаты таҙартыуға НКВД органдары дусар ителә.

В. Н. Хаустовтың фаразы буйынса, 1937—1938 йылдарҙағы массауи репрессиялар ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарарҙарына нигеҙләнгән, улар Сталиндың социализмды төҙөү буйынса тезисына ярашлы ҡабул ителгән[1].

Тәүгеләрҙән булып «Оло террор» терминын Британия тарихсыһы Роберт Конквест үҙенең «Оло террор» исемле китабында ҡулланған (ингл. The Great Terror)[11].Сталиндан һуңғы СССР-ҙы 1937—1938 йылдарҙағы репрессиялар осорон Эске эштәр халыҡ комиссары Н. И. Ежовтың исеме буйынса[1] «ежовщина» тип исемләү ғәмәлдә була.

Оло террорҙың сәбәптәре тураһында фекерҙәр

үҙгәртергә

Версияларҙың береһе буйынса, 1937—1938 йылдарҙағы Оло таҙартыуҙың идеологик нигеҙе булып Сталиндың 1928 йылдың 9 июлендә тәү башлап ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетында әйтелгән «синфи көрәштең социализм төҙөүҙең тамамланыуына ҡарай көсәйеүе» тәғлимәте ҡулланған. Террор элек барлыҡҡа килгән механизмдарға таянған.таяна. Судтан тыш репрессиялар Граждандар һуғышы осоронда коммунистар тарафынан киң ҡулланылған, ә «Мәскәү процестары» өсөн 1922 йылғы эсерҙарҙың асыҡ суды беренсе «өлгө» булып тора.

Тарихсы О. В. Хлевнюк фекере буйынса, 1937—1938 йылдарҙағы террорҙы һуғыш хәүефе билдәләнеүе менән бәйләгән тарихсылар ышандырырлыҡ. Массауи операцияларҙы тәртипкә һалған бойороҡтарҙың йөкмәткеһе Сталин етәкселегенең уйлап сығарылған «бишенсе колоннаны» юҡҡа сығарыуға ынтылышын күрһәтә. НКВД хеҙмәткәре үҙ- ара массауи операцияларҙы һуғышҡа әҙерлек менән аңлаталар ине. НКВД-ның бер төбәк идаралығы етәксеһе үҙенең ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәргә террорҙың сәбәптәрен ошолай аңлата: «СССР Япония менән һуғыша, тиҙҙән Германия менән һуғыш башлана<…> НКВД-ға хөкүмәт илде сит элементтарҙан таҙартыу мәғәнәһендә өмөт бағлай <…> шуға күрә Союз буйынса 5 миллионға тиклем кеше атырға кәрәк». Шул уҡ ваҡытта заговорҙар һәм «бишенсе колонна» Сталиндың һәм уның көрәштәштәренең уйҙарында ғына булған, ысынбарлыҡта түгел[12].

Тарихсы Н. Ю. Жуков Оло террорҙы 1936 йылғы СССР-ҙың Конституцияһының ҡабул ителеүе һәм 1937 йылдың декабрендәге СССР-ҙың Юғары Советына һайлауҙар менән бәйләне. Уның раҫлауынса, Сталин Юғары Советҡа беренсе һайлауҙарҙы альтернатив булараҡ үткәрергә ниәтләгән, «ғөмүмән, партияны властан ситләтергә» уйлаған, әммә уға төбәк партия органдары етәкселәре ҡамасауламай, сөнки улар, йәнәһе, һайлау барышында үҙ вазифаларын юғалтырға ҡурҡа һәм шуға күрә Оло террорҙың инициаторҙары була[13]. И. В. Павлова был концепцияны тәнҡитләй һәм террорҙың башында Сталин үҙе торған тип иҫбатлай, ә һайлауҙар баштан уҡ демократияның имитацияһы ғына була[14]. 1920—1950 йылдарҙағы СССР тарихы буйынса белгес О. В. Хлевнюк Жуковтың теорияһы тураһында тәнҡит күҙлегенән баһа бирә һәм уны сығанаҡтар менән артыҡ иркен эш итеүҙә ғәйепләй[15] О. В. Хлевнюк фекеренсә, террорҙың көсәйеүен ойоштороуҙа Сталиндың айырыта роле шик тыуҙырмай һәм документаль рәүештә раҫлана. Атап әйткәндә, ҡулға алынған кешеләргә ҡаршы физик көс ҡулланыу ысулдарын талап иткән яҙмалар бар[16].

Германия тарихсыһы Йорг Баберовски Оло террорға күсеү сәбәбен үҙәк күрһәтмәләрен иңҡар иткән төбәк һәм урындағы элиталарҙың Сталинға ҡаршылышауында күрә[17]. Француз тарихсыһы Никол Верт Оло террорға власть тарафынан башҡарылған социаль инженерияның механизмының, «раскулачивание» сәйәсәтенең һәм «зыянлы элементтарҙы» депортациялауҙың тулыһынса тамамланыуы булараҡ ҡараған[18]. Американ тарихсыһы Ширер Дэвид Оло террорҙың барлыҡҡа килеүен 1930 йылдарҙың беренсе яртыһындағы һәм уртаһындағы дөйөм сәйәси-хужалыҡ хаосты еңеп сығыу менән бәйләй[19].

Рәсәй тарихсыһы А. Г. Тепляков тарихнамә күҙәтеүендә XXI быуаттың башында тикшеренеүселәрҙең күпселеге Оло террор алдан әҙерләнгән һәм планлаштырылған акция булыуында шикләмәгәндәр, тип дәлилләй[20]. Тепляковтың фекеренсә, ғилми мөхиттә т 1937—1938 йылдарҙағы террорҙың сәбәптәре буйынса ҡәнәғәтләндерерлек аңлатыу юҡ, тип белдерә. Тепляков Сталин осорондағы мәҙәниәт тарихы тарихсыһы Е. А. Добренконың ғилми мөхиттә репрессияларҙың сәбәптәренә ҡарата күпкә киңерәк ҡараштың барлыҡҡа килеүе тураһында фекерен килтерә.

Американ тикшеренеүсеһе В. З. Голдман дәүләт аппараты баҫымы аҫтында халыҡтың репрессияларҙа әүҙем ҡатнашыуы версияһын алға сығара һәм Оло террорҙың башланыуында Сталиндың бер генә кешенең ҡулына бирелгән власҡа ынтылыуы сәбәбен кире ҡаға[21]. Германия тарихсыһы К. Шлегель дошмандарҙан ҡотолоу бөйөк маҡсат хаҡына юғары ҡатлам тарафынан башланған террорҙы күп кенә структуралар һәм граждандар үҙҙәренең проблемаларын хәл итеү өсөн ҙур теләк менән күтәреп алған һәм файҙаланған, тип һанай[22].

Советолог Шейла Фицпатрик Оло террор һәм Бөйөк Француз революцияһының 1794 йылғы терроры араһында параллелдәр үткәрә, сөнки ике осраҡта ла, тәү сиратта, «эске контрреволюцияны» баҫтырыу һылтауы менән элекке революционерҙар үлтерелә. Шул уҡ ваҡытта террорҙар күләме сағыштырырлыҡ түгел һәм, якобин террорынан айырмалы рәүештә, Оло террор осоронда сәйәси структуралар түгел, ә бер-бере менән бәйле булмаған кешеләр юҡ ителә[23].

Кировтың үлтерелеүе һәм уның эҙемтәләре

үҙгәртергә
 
1934 йылда Киров һәм Сталин.

1934 йылдың 1 декабрендәге Кировтың үлтерелеүе сәйәси репрессияларҙы көсәйтеү өсөн һылтау булараҡ ҡулланыла. СССР-ҙың етәкселеге фекеренсә, Кировты үлтереүсе Леонид Николаев үҙ инициативаһы буйынса үлтермәгән, ә 1920 йылдарҙа ҡыйратылған оппозиционерҙарҙың ҡалдыҡтары менән бәйләнештә булған.

Кировты үлтереү буйынса эште тикшергән саҡта Сталин «Зиновьев эҙен» эҙләргә ҡуша һәм уны үлтереүҙә Г. Е. Зиновьевты, Л..Б. Каменевты һәм уларҙың арҡаҙаштарын ғәйепләй. Бер нисә көндән Зиновьев оппозицияһының элекке яҡлаусыларын ҡулға ала башлайҙар, ә 16 декабрҙә Каменев менән Зиновьев үҙҙәре лә ҡулға алына. 28-29 декабрҙә үлтереүҙе ойошторған 14 кеше атып үлтереүгә хөкөм ителә. Хөкөм ҡарарында улар бөтәһе лә «Ленинградтағы Зиновьевтың советтарға ҡаршы төркөмдең әүҙем ҡатнашыусылары» булған, ә һуңынан — «Ленинград үҙәге» исеме аҫтында билдәле «йәшерен террористик контрреволюцион төркөмөнең» ҡатнашыусылары. 1935 йылдың 9 ғинуарында СССР НКВД ҡарамағындағы Махсус кәңәшмәһендә «Ленинград үҙәге» енәйәт эше буйынса 77 кеше хөкөм ителә. 16 ғинуарҙа Каменев һәм Зиновьев етәкселек иткән «Мәскәү үҙәге» тип исемләнгән эш буйынса 19 кеше хөкөм ителә[24].

О. Г. Шатуновская А. Н. Яковлевҡа яҙған хатында «Сталиндың шәхси архивында беҙ тикшереү үткәргәндә уның ҡулы менән төҙөлгән „Троцкий-Зиновьев террористик үҙәктәренең“ — Мәскәү һәм Ленинград — исемлектәре табылды», тип раҫлаған ине[25].

Артабанғы бер нисә йыл дауамында Сталин Кировты үлтереүҙе 1920-се йылдарҙа партияла төрлө оппозицион йүнәлештәрҙе етәкләгән йәки уларҙа ҡатнашҡан элекке сәйәси дошмандарын тулыһынса юҡ итеү өсөн һылтау сифатында файҙалана. Улар бөтәһе лә террористик эшмәкәрлегендә ғәйепләнеүҙәр буйынса юҡ ителәләр.

 
Ҡарар үҙәк башҡарма комитеты һәм ссср халыҡ комиссарҙары советы 1934 йыл 1 декабрь «Үҙгәрештәр индереү тураһында ғәмәлдәге енәйәт-процессуаль кодексының союздаш республикаһы»

1934 йылдың 1 декабрендәге СССР-ҙың халыҡ Комиссарҙары Советы һәм Үҙәк башҡарма комитетының берлектәге Ҡарарынасы ярашлы, террористик ойошмалар һәм террористик акттар буйынса эштәр тиҙләтелгән режимда (ун көнгә тиклем) алып барылырға тейеш, суд тыңлауҙары — ҡатнашыусыларһыҙ һәм шаһиттарһыҙ үткәрелә, кассацион ялыу биреү, ярлыҡау тураһында ғаризалар биреү ҡаралмай, үлем хөкөмө шул уҡ көндө башҡарыла. Әйтергә кәрәк, «ябайлаштырылған тәртиптә» эштәрҙе ҡарау мотлаҡ рәүештә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы санкцияһын талап иткән.

ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты исеменә яҙылған һәм 1935 йылдың ғинуарында әҙерләнгән һәм урындарға ебәрелгән «Киров иптәштең яуыздарса үлтерелеүе менән бәйле ваҡиғалар һабағы тураһында»ғы ябыҡ хатта Сталин ВКП(б) тарихында ғәмәлдә булған башҡа «партияға ҡаршы төркөмдәр» — «троцкистар», «демократик централистар», «эшселәр оппозицияһы», «уң уклонистар» тураһында иҫкә төшөрә. Әлеге хатты урындарҙа эш алып барыу өсөн туранан-тура күрһәтмә тип ҡабул итергә тейешле була[24].

1935 йылдың 26 ғинуарында Сталин Ленинградтан Себер төньяғына Зиновьевтың 663 элекке яҡлаусыларын һөрөү тураһындағы Политбро ҡараына ҡул ҡуя. Бер үк ваҡытта 325 элекке оппозиционер Ленинградтан башҡа райондарға партия эшенә күсереләләр. Ошондай уҡ ғәмәлдәр башҡа урындарҙа ла башҡарыла. Мәҫәлән, 1935 йылдың 17 ғинуарында Украина КП-ның Үҙәк Комитеты элекке әүҙем троцкистарҙы һәм зиновьевсыларҙы республиканың эре сәнәғәт үҙәктәренән күсереү һәм партиянан сығарылғандарға, шул иҫәптән «троцкистар һәм троцкистар-зиновьевсылар блогына» ингән өсөн, материалдар әҙерләү мәсьәләһен күтәрә. Бөтәһе 1935 йылдың ғинуар-февралендә Ленинградта 843 «зиновьевсы» ҡулға алына[26].

НКВД идаралығы планы буйынса[27]Ленинград өлкәһендә бер ай эсендә 5 мең элекке дворян ғаиләһе ҡыуып һөрөлөргә тейеш була. 1935 йылдың 28 февраленән 27 мартына тиклем һөргөнгә 11 072 кеше ебәрелә (4833 ғаилә башлығы һәм 6239 ғаилә ағзаһы), шул иҫәптән: элекке кенәздәр — 67, графтар — 44, барондар — 106, император һәм аҡ армияның элекке офицерҙарыр — 1177, руханиҙар — 218. 1935 йылдың 1 апреленән яңы операция башлана, уның барышында 25 апрелгә ҡарата тағы ла 5100 ғаилә һөрөлә (22 511 кеше). 1935 йылдың 15 июнендә Ленинградтан, погранзонанан һәм 100 километрлыҡ режимлы урындан ситкә өҫтәмә рәүештә 8 меңдән ашыу кеше һөрөлә («Киров ағымы»)[28].

1935 йылдың март-апрелендә СССР НКВДның Махсус кәңәшмәһе бер нисә күренекле партия эшмәкәрҙәрен хөкөм итә.

1935 йылдың ғинуар-апрель айҙарында НКВД органдары «Кремль эше» тип билдәлелек алған эште «асалар», уның сиктәрендә Кремлдәге хөкүмәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре төркөмө ҡулға алына, улар, йәнәһе, дәүләт етәкселегенә терроритсик акт әҙерләгән. Ошоноң менән бәйле 1935 йылдың мартында СССР Үҙәк башҡарма комитеты секретары вазифаһынан Авель Енукидзе бушатыла. Уны СССР-ҙың элекке прокуроры И. А. Акулов алмаштыра, уны, үҙ сиратында, уның беренсе урынбаҫары А. Я. Вышинский алмаштыра.

1935 йылда НКВД башлығы Генрих Ягода һәм СССР прокуроры Андрей вышинский паспорт режимын боҙоусылар өсөн судтан тыш «тройкалар» булдырыу тураһында хәбәр итәләр[29]. Әлеге «милиция тройкалары»1935 йылдың 27 майындағы СССР НКВД-һының 00192-се һанлы бойороғона ярашлы ойошторолалар. Бойороҡҡа ярашлы енәйәт һәм һәм "синфи йөҙөн юғалтҡан"элементтарҙы «тартып» алыу операцияһын «массауи операцияға» әйләндерергә кәрәкмәгәнлегеә иғтибар ителә. «Тройка» ултырышында прокурорҙың ҡатнашлығы мотлаҡ. Протоколдар СССР НКВД-һының Махсус кәңәшмәһенә тапшырыу өсөн эшсе-крәҫтиән милиция баш идаралығы начальнигына ебәрелә[30].

Мәскәү процестары

үҙгәртергә
 
Асыҡ Мәскәү процестарында дәүләт ғәйепләүсеһе СССР прокуроры А. Я Вышинский (уртала)

1936—1938 йылдар осоронда компартия функционерҙары өҫтөнән өс ҙур процесс үткәрелә, улар 20-се йылдарҙа троцкистар йәки уң оппозиция менән бәйләнештә булғандар. Сит илдә әлеге процестарҙы «Мәскәү процестары» тип атағандар (ингл. Moscow Trials).

СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан хөкөм ителгән ғәйепләнеүселәр Сталинды һәм башҡа совет етәкселәрен үлтереү, ССР-ҙы тарҡатыу һәм капитализмды тергеҙеү, шулай иҡтисад тармаҡтарында ҡортоҡослоҡто ойоштороу маҡсатында сит ил разведкалары менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләнә.

  • Беренсе Мәскәү процесы 1936 йылдың авгусында үтә. «Троцкий-Зиновьев террористик үҙәгенең» 16 ағзаһы хөкөм ителә. Төп ғәйепләнеүселәр — Зиновьев һәм Каменев. Башҡа ғәйептәрҙән тыш, уларҙы Кировты үлтереүҙә һәм Сталинды үлтереү өсөн заговор ойоштороуҙа ғәйепләйҙәр.
  • Икенсе Мәскәү процесы («Параллель советтарға ҡаршы троцкистар үҙәге» эше) 1937 йылдың ғинуарында үтә, 17 кеше хөкөм ителә, улар араһындак Карл Радек, Юрий Пятаков һәм Григорий Сокольников. 13 кешене атып үлтерелә, ҡалғандары оҙайлы сроктарға төрмәгә хөкөм ителә.
  • Өсөнсө Мәскәү процесы («Уң троцкистар блогы»), 1938 йылдың мартында үтә, 21 кеше хөкөм ителә. Төп ғәйепләнеүсе — Коминтерндың элекке башлығы Николай Бухарин, шулай уҡСовнаркомдың элекке рәйесе Алексей Рыков, Христиан Раковский, Николай Крестинский һәм Генрих Ягода (Беренсе мәскәү процесын ойоштоусы). Шулай уҡ ғәйепләнеүселәр араһында совет медицинаһың күренекле эшмәкәрҙәре И. Н.. Казаков, Л. Г. Левин һәм Д. Д. . Плетнев. Бөтә ғәйепләнеүселәр, өс кешенән башҡа (Бессонов, Плетнев һәм Раковский), атып үлтереүгә хөкөм ителә. Төрмә сроктарына хөкөм ителгәндәр Орел централында тотола, һуңынан, 1941 йылдың сентябрендә, Орел тирәһендәге Медведев урманында атып үлтереләләр.

Артабан бөтә хөкөм ителеүселәр, Ягоданан тыш, аҡлана.

Армияла репрессиялар

үҙгәртергә

Хәрбиҙәр араһынан иң тәүгеләрҙән булып репрессиялана Г. Д. Гай, ул шәхси һөйләшеү ваҡытында эскән килеш, Сталинды алып ташлар кәрәк, барыбер уны алып ташлайҙар, тип әйткәне өсөн 1935 йылда ҡулға алына. 5 йылға лагерҙарға хөкөм ителә, әммә 1935 йылдың 22 октябрендә Ярославль төрмәһенә күсергән саҡта ҡаса[31]. Уны тотоу өсөн НКВД органдары 100 километр радиуслыҡ ҡамау эшләү өсөн бер нисә мең чекист, комсомолдар һәм колхозсыларҙы мобилизациялай. Ике көндән Гай тотола.

1937 йылдың июнендә шулай уҡ РККА-ның юғары офицерҙары хөкөм ителә, улар араһында Михаил Тухачевский («Советтарға ҡаршы троцкистар хәрби ойошмаһы»).

«Тухачевский эше» буйынса ғәйепләнеүселәр

«Тухачевскийҙы хөкөм итеүселәр»

НКВД органдарында таҙартыу

үҙгәртергә

1936 йылдың 26 сентябрендә эске эштәр наркомы итеп Ягода урынына Н. Ежов тәғәйенләнә.

ТЕЛЕГРАММА

ШИФР менән

МӘСКӘҮ. ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты.

Каганович, Молотов иптәштәргә һәм Үҙәк Комитеты Политбюроһының башҡа ағзаларына.

Беренсе. Ежов иптәште Накомвнудел вазифаһына тәғәйенләүҙе бик кәрәкле һәм ашығыс эш тип һанайбыҙ. Ягода троцкистар-зиновьевсылар блогын фашлау эшендә һис шикһеҙ юғары талаптарға яуап бирерлек дәрәжәлә булманы. ОГПУ был эштә 4 йылға һуңланы. Бының хаҡта бөтә партия хеҙмәткәрҙәре һәм Нарковнудел өлкә вәкилдәренең күпселеге һөйләй. Наркомвнуделда Ежовтың урынбаҫары итеп Аграновты ҡалдырырға мөмкин.

Сталин. Жданов.

44-се һанлы

25/IX.36 йыл.

Алтынсы. Үҙенәнүүҙе аңлашыла, Ежов Үҙәк Комитеты секретары булып ҡала.

Тикшеренеүсе Л. А. Наумов террор алдында НКВД составындағы салыштарға иғтибар итә. Атап әйткәндә, 1934 йылдың 1 июлендә НКВД-ла большевиктар партияһына ҡарамаған ағзалар күп була — дөйөм һандың 31,25 %процентын тәшкил итә. Таҙартыуҙарҙың аҙағына НКВД составы ҡәтғи рәүештә үҙгәрә — хеҙмәткәрҙәрҙе башлыса Ленин призывы буйынса килгән йәштәр тәшкил итә.

Массауи террор

үҙгәртергә

ВКП(б) Үҙәк Комитетының февраль-март пленумы

үҙгәртергә

Таҙартыуға күрһәтмә 1937 йылдың 23 февралендә — 3 мартындағы ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты пленумында бирелә. Әлеге пленумда «Партия эшенең етешһеҙлектәре һәм троцкистарҙы һәм башҡа ике йөҙлөләрҙе юҡ итеү саралары тураһында» исемле доклад менән Сталин И. В. сығыш яһай, доклады ул «социализмды төҙөү барышында синфи көрәштең көсәйә барыуы» тураһында доктринаһын ҡабатлай. Пленумда Н. И. Бухарин исеменә йәшерен «уң-һул» оппозицияһын ойоштороуҙа ғәйепләүҙәр уҡып ишеттерелә. Был төркөм, йәнәһе, элекке һул оппозициларҙы ла (троцкистар Г. Л. Пятаков, Карл Радек, зиновьевсылар Л. Б. Каменев , Г. Я. Сокольников һәм башҡалар), элекке «уң уклонистарын» да (Н. И. Бухарин, А. И. Рыков И., Н. А. Угланов) берләштергән. НКВД ҡарамағына Бухариндың Каменев менән"уң-һул" төркөмөн (Сталин терминологияһында «Троцкий- Бухарин») булдырыу тураһында йәшерен һөйләшеүҙәр яҙыуы эләгә. Бынан тыш, Ежовтың докладына ярашлы, Бухарин һәм Рыков, йәнәһе, асыҡтан-асыҡ Сталинға ҡаршы террор планлаштыралар.

«Бухарин-Рыков» эшен тикшергәндән һуң, пленум, тәү нәүбәттә, Бухаринды ике йөҙлөлөктә ғәйепләй. Бухариндың хаталарын таныуына һәм террористик эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр яла яғыу булыуын иҫбат итеүенә ҡарамаҫтан Бухарин пленум һөҙөмтәләре буйынса партиянан ҡыуыла, уның эше НКВД-ға тапшырыла.

Террор барышында әлеге пленумда сығыш яһаған 72 кешенән 52 кеше атып үлтерелә 52[32]:

  • Агранов Я. С. 1938 йылдың 1 авгусында атып үлтерелгән[
  • Акулов И. А. 1937 йылдың 30 октябрендә атып үлтерелә
  • Андреев А. А. таҙартыуҙы үтә
  • Антипов Н. К. 1938 йылдың 28 июлендә атып үлтерелә
  • Багиров, М. Д. таҙартыуҙы үтә, 1956 йылдың 26 апрелендә атып үлтерелә
  • Балицкий В. А. 1937 йылдың 27 ноябрендә атып үлтерелә
  • Берия Л. П. таҙартыуҙы үтә, 1953 йылдың 23 декабрендә атып үлтерелә
  • Богушевский В. С. 1939 йылдың 31 мартында атып үлтерелә
  • Бухарин Н. И. 1938 йылдың 15 мартында атып үлтерелә
  • Быкин (Беркович) Я. Б. 1938 йылдың 10 февралендә атып үлтерелә
  • Вегер Е. И. 1937 йылдың 27 ноябрендә атып үлтерелә
  • Ворошилов К. Е. таҙартыуҙы үтә
  • Вышинский А. Я. таҙартыуҙы үтә.
  • Гамарник Я. Б. 1937 йылдың 31 майында үҙен-үҙе атып үлтерә
  • Гуревич А. И. 1937 йылдың 30 октябрендә атып үлтерелә
  • Евдокимов Е. Г. 1940 йылдың 2 февралендә атып үлтерелә
  • Ежов Н. И. 1940 йылдың4 февралендә атып үлтерелә
  • Жданов А. А. таҙартыуҙы үтә, 1948 йылда вафат була, уның вафаты «Табиптар эшен асыу өсөн һылтау була».
  • Жуков И. П. 1937 йылдың атып 30 октябрендә үлтерелә
  • Завенягин А. П. таҙартыуҙы үтә
  • Заковский Л. М. (Штубис Г. Э.) 1938 йылдың 29 авгусында атып үлтерелә
  • Икрамов А. И. 1938 йылдың 15 мартында атып үлтерелә
  • Кабаков И. Д. 1937 йылдың 30 октябрендә атып үлтерелә
  • Каганович Л. М. таҙартыуҙы үтә, 1991 йылда вафат була
  • Калинин М. И. таҙартыуҙы үтә
  • Калманович М. И. 1937 йылдың 27 ноябрендә атып үлтерелә
  • Калыгина А. С. 1937 йылдың 27 ноябрендә атып үлтерелә
  • Каминский Г. Н. 1938 йылдың 10 февралендә атып үлтерелә
  • Косарев А. В. 1939 йылдың 23 февралендә атып үлтерелә
  • Косиор С. В. 1939 йылдың 26 февралендә атып үлтерелә
  • Криницкий А. И. 1937 йылдың атып 30 октябрә үлтерелә
  • Крупская Н. К. 1939 йылдың 27 февралендә вафат була
  • Кудрявцев С. А. 1938 йылдың 25 апрелендә атып үлтерелә
  • Левченко Н. И. 1938 йылдың 25 февралендә атып үлтерелә
  • Литвинов М. М. (Валлах М. М.) таҙартыуҙы үтә, 1951 йылдың 31 декабрендә вафат була, сәбәбе асыҡланмаған
  • Любимов И. Е. 1937 йылдың 27 ноябрендә атып үлтерелә
  • Любченко П. П. 1937 йылдың 29 авгусында үҙен-үҙе атып үлтерә
  • Макаров И. Г. таҙартыуҙы үтә
  • Маленков Г. М. таҙартыуҙы үтә
  • Межлаук В. И. 1938 йылдың 29 июлендә атып үлтерелә
  • Мехлис Л. З. таҙартыуҙы үтә
  • Микоян А. И. таҙартыуҙы үтә
  • Мирзоян Л. И. 1939 йылдың 26 февралендә атып үлтерелә
  • Миронов (Каган) Л. Г. 1938 года 29 авгусында атып үлтерелә
  • Михайлов (Кацелененбоген) М. Е. 1938 1 авгусында года атып үлтерелә
  • Молотов (Скрябин) В. М. таҙартыуҙы үтә
  • Оболенский В. В. (Осинский Н.) 1938 йылдың 1 сентябрендә атып үлтерелә
  • Пахомов Н. Н. 1938 йылдың 19 авгусында атып үлтерелә
  • Полонский В. И. 1937 йылдың 30 октябрендә атып үлтерелә
  • Попов Н. Н. 1938 йылдың 10 февралендә атып үлтерелә
  • Попок Я. А. 1938 йылдың 28 июлендә атып үлтерелә
  • Постышев П. П. 1939 йылдың 26 февраляендә атып үлтерелә
  • Прамнек Э. К. 1938 йылдың 29 июлендә атып үлтерелә
  • Разумов М. О. (Арханцев А. И.) 1937 йылдың 30 октябрендә атып үлтерелә
  • Реденс С. Ф. 1940 йылдың 12 февралендә атып үлтерелә
  • Рухимович М. Л. 1938 йылдың 29 июлендә атып үлтерелә
  • Рыков А. И. 1938 йылдың 15 мартаңында атып үлтерелә
  • Рындин К. В. 1938 йылдың 10 февралендә атып үлтерелә
  • Саркисов С. А. 1937 йылдың 1 сентябрендә атып үлтерелә
  • Стецкий А. И. 1938 йылдың 1 авгусында атып үлтерелә
  • Угаров А. И. 1939 йылдың атып 25 февралендә үлтерелә
  • Хатаевич М. М. 1937 йылдың 30 октябрендә атып үлтерелә
  • Хрущёв Н. С. таҙартыуҙы үтә
  • Чубарь В. Я. 1939 йылдың 26 февралендә атып үлтерелә
  • Шверник Н. М. таҙартыуҙы үтә
  • Шеболдаев Б. П. 1937 йылдың 30 октябрендә атып үлтерелә
  • Шкирятов М. Ф. таҙартыуҙы үтә
  • Эйхе Р. И. 4 февраля 1940 йылдың атып үлтерелә
  • Ягода Г. Г. 1938 йылдың15 мартында атып үлтерелә
  • Яковлев (Эпштейн) Я. А. 1938 йылдың 29 июлендә атып үлтерелә
  • Ярославский Е. М. (Губельман М. И.) таҙартыуҙы үтә

1937 йылдың февраленән алып, элек Үҙәк Комитеты Политбюроһында фекер белешеү ҡағыҙы аша раҫланған исемлектәр, СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан даими рәүштә ҡарала башлай. Яза саралары күрһәтелгән исемлектәрҙе И. В. Сталин шәхсән үҙе һәм уның иң яҡын арҡаҙаштары раҫлай. Үҙәк Комитеты Политбюроһы формаль рәүештәге ҡарарҙарҙы сыығармай, уларҙың ролен «за» резолюцияһы һәм ҡултамғалар башҡара. Тәүге шундай исемлек 1937 йылдың 27 февралендә әҙерләнә. Исемлектә 479 кешенең фамилияһы була һәм яза сараһы итеп атып үлтереү күрһәтелә. НКВД-ға ҡайтарылған документтарҙы Юғары судтың Хәрби коллегияһына юллайҙар. Унда эштәр 1934 йылдың 1 декабрендәге Ҡарарға ярашлы тикшерелә. Суд формаль рәүештә үткәрелә. Документтар алдан әҙерләнә. Эште тыңлау биш-ун минут эсендә үтә. Ошо ваҡыт эсендә хөкөм ителеүсегә уның хоҡуҡтары, ғәйепләү асылы аңлатыла, ғәйепләнеүсенең башҡарылған енәйәттәргә ҡарата үҙ фекере, уның күрһәтмәләре һәм аҙаҡҡы һүҙе тыңлана[33]. Хөкөм алдан билдәләнгән категория буйынса сығарыла. Үлем язаһы тураһында хөкөм ителеүсегә ғәҙәттә язалау алдынан ғына хәбәр ителә[34]. Всего в таком порядке было осуждено свыше 40 тысяч человек[35]. Ошондай тәртиптә барыһы 40 мең кеше хөкөм ителә[36].

НКВД-ның элекке хеҙмәткәрҙәре өсөн «махсус тәртип» урынлаштырыла. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың исемлектәре Сталинға айырым тапшырыла һәм йәки уларҙың тыш бите булмай йәки улар ябай ғына «Исемлек» тип атала, Юғары судының хәрби коллегияһы суды билдәләнмәй. НКВД хеҙмәткәрҙәрҙең фамилиялары дөйөм исемлектә бирелһә, фамилия ҡаршыһында ғәҙәттә «НКВД-ның элекке хеҙмәткәре» тип яҙыла. Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары тарафыынан раҫланған исемлектәр башҡа бер ҡайҙа ла ҡаралмайҙар, кешеләрҙе шул көйө атып үлтерәләр. Йәғни, Политбюро ағзаларының ҡултамғалары ысынында хөкөм булып һанала һәм хатта формаль рәүештә булһа легитиацияланмай. НКВД-ның үҙәк аппараты буйынса «махсус тәртиптә» 254 чекист хөкөм ителә. Беренсе «махсус» исемлек — 1937 йылдың 16 июнендә, аҙаҡҡыһы 1938 йылдың 10 июнендә раҫлана. Ивановолағы милиция идаралығы М. П. Шрейдер Юғары судтың Хәрби коллегияһының күсмә улытырыш тураһында ошондай хәтирәләр ҡалдырған[37]:

Судҡа тиклем ғәйепләнеүселәрҙе бик ныҡ үҙ яғына ауҙарырға тырышалар, бының өсөн ғүмерҙен һаҡлап ҡалырға вәғәҙә итеп, уларҙан алынған күрһәтмәләрҙән баш тартмаҫҡа күндерәләр. Әйтергә кәрәк, суд ултырышына тиклем машинистка суд секретарының әйтеп яҙҙырыу аҫтында бер генә яза сараһы менән алдан әҙерләнгән хөкөмдәрҙе (атып үлтереү) машинкала баҫа[…] Мин суд үткән бүлмәгә инергә хоҡуғым булһа ла, инә алмай инем — миңә хөкөм ителеүселәрҙең күҙҙәренә ҡарау оят ине.

.

Массауи террорҙың башы

үҙгәртергә

1937 йылдың июнендә Мексикала һөргөндә йәшәгән Троцкий СССР Бөтә Союз Үҙәк башҡарма комитетына телеграмма ебәрә,унда ул «Сталиндың сәйәсәте ҡәтғи эске һәм тышҡы еңелеүгә алып бара. Аҙаҡҡы суд процестарының асылыуынан башлап, берҙән-бер ҡотолоу юлы совет демократияһы яғына боролош. Ошо юлда мин һеҙгә тулы теләктәшлек тәҡдим итәм», тип яҙа. . Телеграмма Сталинға ебәрелә һәм ул уға резолюция һала: «Шпион томшоҡ! Гитлерҙың оятһыҙ шпионы!»[38]. 1937 йылдың 28 июнендә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарар сығара: «1. Һөрөлгән кулактарҙың баш күтәреү ойошмаларына ҡараған бөтә активистарға ҡарата юғары яза сараһын ҡулланыуҙы кәрәкле тип табырға; 2. Мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү өсөн, Көнбайыш Себер буйынса НКВД идаралығының начальнигы Миронов иптәш (рәйес, Көнбайыш-Себер прокуроры) Барков иптәш һәм Көнбайыш-Себер партия крайкомы секретары Эйхе составында тройка»[39].

 
Ленинград буйынса «Атып үлтереү исемлеге». Сталин, Ворошилов, Каганович, Жданов һәм Молотовтың ҡултамғалары. Апрель 1937 йыл. АП РФ, оп. 24, д. 409, л. 54

2 июлдә Политбюро союздаш республикалар компартиялары Үҙәк Комитеттарына, өлкә комитеттарына, крайкомдарға телеграмма ебәреү буйынса ҡарар ҡабул итә:

Төрлө өлкәләрҙән төньяҡ һәм себер райондарына бер ваҡыт һөрөлгән һәм һөргөн срогы тамамланыу менән үҙ өлкәләренә әйләнеп ҡайтҡан элекке кулактарҙың һәм енәйәтселәрҙең күпселек өлөшө колхоздарҙа һәм совхоздарҙа, шулай уҡ транспортта һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармаҡтарында төрлө типтағы советтарға ҡаршы һәм диверсион енәйәттәрҙә төп ҡотортоусылары.

ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты бөтә өлкә һәм край ойошмаларына һәм НКВД-ның бөтә өлкә, край һәм республика вәкилдәренә тыуған яҡтарына ҡайтҡан бөтә кулактарҙы һәм енәйәтселәрҙе иҫәпкә алырға тәҡдим итә, улар араһынан иң дошмансылдарҙы кисекмәҫтән ҡулға алырға һәм НКВД тройкалары аша уларҙың эштәрен административ тәртибендә тикшереп, атып үлтерергә, ә ҡалғандарын иҫәпкә алырға һәм НКВД күрһәтмәһе буйынса райондарға һөрөргә. ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты биш көнлөк срок эсендә Үҙәк Комитетына тройкалар составы исемлеген, шулай уҡ атып үлтереүгә һәм һөргөнгә ебәрелергә тейешлеләрҙең исемлеген бирергә.

16 июлдә Ежов НКВД өлкә идаралыҡтары начальниктары менән буласаҡ операция буйынса кәңәшмә үткәрә. С. Н. Миронов (Көнбайыш Себер буйынса УНКВД идаралығы начальнигы) һуңынан һөйләгән: «Ежов дөйөм оператив-сәйәси директиваны бирһә, Фриновский артабан уны идаралыҡтарҙың һәр начальнигы менән уның „оператив лимитын“ ентекләп аңлата»[40], йәғни СССР-ҙың теге йәки был төбәгендәге репрессияға дусар ителгән кеше һанын. Р. Л. П. Берия исеменә яҙған ғаризаһында яҙа: "…июлдәге доклад барышында мин Ежовҡа, район һәм ҡала активы буйынса бындай массауи киң операция бик хәүефле, тип әйттем, сөнки улар контрреволюцион ойошмаларҙың ысын ағзалары менән бер рәттән кайһы бер кешеләрҙең ҡағылышлы булыуын ышандырырлыҡ итеп күрһәтмәй. Ежов миңә ошолай яуап бирҙе: «Ә нишләп һеҙ уларҙы ҡулға алмайһығыҙ? Беҙ һеҙҙең урынығыҙҙа эшләмәйәсәкбеҙ, ултыртығыҙ уларҙы, һуңынан аныҡларһығыҙ — кемгә дәғүә булмай, сығарып ташларһығыҙ. Ҡыйыуыраҡ булығыҙ, мин һеҙгә күп тапҡыр әйттем». Ошо уҡ ваҡытта ул миңә, айырым осраҡтарҙа, кәрәк булһа, һеҙҙең рөхсәттән бүлек начальниктары физик тәьҫир итеү сараларын да ҡуллана ала, тип әйтте[41]. Кондаков үҙенең НКВД-ның Ярославль идаралығы буйынса элекке начальнигы А. М. Ершовҡа һылтанып, хәбәр итә: «Ежов ошолай тиберәк әйтте: „Әгәр операция ваҡытында артыҡ бер мең кеше атылһа — бында артыҡ зыян юҡ. Шуға ҡулға алыуҙарҙа тартынып торорға кәрәкмәй“»[42]. «Идаралыҡ начальниктары, — тип күрһәтә А. И. Успенский, — бер-береһен арттырып ебәрер өсөн, ҡулға алынғандар буйынса гигант һандар хаҡында хәбәр иттеләр. Был кәңәшмәләге Ежовтың сығышы бер генә директиваға ҡоролдо — „Бәр, бер кемде айырмай емер!“. Ежов туранан-тура, дошманды ҡыйратыуға бәйле ғәйепһеҙ кешеләрҙең дә ниндәйҙер өлөшө юҡ ителер, әммә был ҡотолғоһоҙ», тип әйтте[43]. Успенскийҙың, ҡулға алынған 70 һәм 80-йәшлек ҡарттар менән нимә эшләргә, тигән һорауына, Ежов яуаплаған: «Аяҡтарҙа торһа — ат»[44][45].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Когда внесудебные «тройки» НКВД получили право приговаривать и приводить приговор в исполнение в максимально упрощенном порядке.
  2. В 1939 году Н. И. Ежов был арестован по обвинению в сотрудничестве с иностранными разведками и террористической деятельности, а 3 февраля 1940 года осуждён и на следующий день расстрелян
  3. Эсеры, грузмеки, муссаватисты, иттихадисты и дашнаки
  4. Включая расстрелянных как по политическим мотивам, так и за прочие преступления.
  5. За прочие преступления арестовано 202 877 человек.
  1. 1,0 1,1 1,2 БОЛЬШОЙ ТЕРРОР. Большая российская энциклопедия — электронная версия. bigenc.ru. Дата обращения: 1 август 2017. 2017 йыл 2 август архивланған.
  2. Новейшая отечественная историография о масштабах политических репрессий в 1937—1938 годах. sites.google.com. Дата обращения: 13 ғинуар 2019. 2016 йыл 3 июнь архивланған..
  3. Юнге, М., Биннер, Р. Как террор стал «большим»: секретный приказ № 00447 и технология его исполнения. Ч. I. www.fedy-diary.ru. Дата обращения: 13 ғинуар 2019..
  4. Постановление СНК СССР и ЦК ВКП(б) «Об арестах, прокурорском надзоре и ведении следствия» // Сталин. время, люди, империя.
  5. Приказ НКВД СССР № 00762 «О порядке осуществления постановления СНК СССР и ЦК ВКП(б) от 17 ноября 1938 г.» // Сталин. время, люди, империя.
  6.   Смотреть Приказ НКВД от 30.07.1937 № 00447 в Викитеке
  7. Справки 1 спецотдела МВД СССР о количестве арестованных и осужденных в период 1921–1953 гг. // Фонд Александра Н. Яковлева.
  8. Земсков В. Н. К вопросу о масштабах репрессий в СССР (рус.) // Научно-образовательный портал Высшей Школы Экономики. — 1995.
  9. В. Н. Земсков. О масштабах политических репрессий в СССР. | POLITPROS.COM. Онлайн-журнал Politpros.com. Дата обращения: 11 август 2017.
  10. С. А. Мельчин и др. Сталинские списки - введение // Мемориал : сайт.
  11. The Great Terror: Stalin’s Purge of the Thirties (1968).
  12. О. В. Хлевнюк. Причины «большого террора». «Ведомости» (6 июль 2017). Архивировано 6 июль 2017 года.
  13. Жуков, Ю. Иной Сталин. Политические реформы в СССР в 1933—1937 гг. modernlib.ru. Дата обращения: 13 ғинуар 2019.
  14. Павлова, И. В. 1937: выборы как мистификация, террор как реальность. pmem.ru. Дата обращения: 13 ғинуар 2019.. // Вопросы истории. — 2003. — № 10. — С. 19-37.
  15. Хлевнюк, О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. — М.: РОССПЭН, 2010. — С. 12.
  16. О.В. Хлевнюк. Сталин. Жизнь одного вождя. — М.: Corpus, 2015. — С. 212. — 464 с. — ISBN 978-5-17-087722-5.
  17. Baberowski, J. Der rote Terror. Die Geschichte des Stalinismus. — München: Deutsche Verlags-Anstalt, 2003. — S. 8—10. — ISBN 3-421-05486-X.
  18. Werth, N. L’Ivrogne et la Marchande de fleurs: Autopsie d’un meurtre de masse, 1937—1938. — Paris: Tallandier, 2009.
  19. Shearer, David R. Policing Stalin`s Socialism. Repression and Social Order in the Soviet Union, 1924—1953. — New Haven: Yale University Press, 2009. — ISBN 978-0-300-14925-8.
  20. Тепляков, А. Г. Эпоха репрессий: субъекты и объекты / Между канунами. Исторические исследования в России за последние 25 лет / Под ред. Г. А. Бордюгова. — М.: АИРО-XXI, 2013. — С. 1146. — ISBN 978-5-91022-208-7.
  21. Голдман, Венди З. Террор и демократия в эпоху Сталина. Социальная динамика репрессий. — М.: РОССПЭН, 2010. — 335 с. — ISBN 978-5-8243-1408-3. — (История сталинизма)
  22. Шлегель, К. Террор и мечта. Москва 1937. — М.: РОССПЭН, 2010. — 742 с. — ISBN 978-5-8243-1530-1. — (История сталинизма).
  23. Ленин или Сталин: кто закончил Русскую революцию, Газета.Ru. 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
  24. 24,0 24,1 Хлевнюк О. В. Политбюро. Механизмы политической власти в 30-е годы. Дата обращения: 3 июнь 2013. Архивировано 3 июнь 2013 года. 2013 йыл 3 июнь архивланған.. М.: «Российская политическая энциклопедия» (РОССПЭН), 1996. Гл. 4
  25. Шатуновская О. Г. Письма Хрущёву и Яковлеву. Дата обращения: 13 ғинуар 2019.[неавторитетный источник?]
  26. «Кировский поток». Дата обращения: 6 февраль 2009. Архивировано 6 февраль 2009 года.
  27. Баш 27.02.1935 Циркуляр «контрреволюцион элементтарын һәм ленинград янында булып, илдең тураһында алыҫ райондан районға күсеп мәжбүр».
  28. «Бывшие люди». Дата обращения: 6 февраль 2009. Архивировано 6 февраль 2009 года.
  29. Е. Жирнов. «Не имеют права на паспорт 37 процентов граждан». Дата обращения: 13 ғинуар 2019., Коммерсантъ
  30. Мозохин. Право на репрессии. Внесудебные полномочия органов государственной безопасности (1918-1953). Дата обращения: 31 июль 2017.
  31. Библиотека — Люди и книги: Гай Гая Дмитриевич. Дата обращения: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  32. 1937 год — год «Большого террора». Дата обращения: 13 ғинуар 2019. 2018 йыл 31 декабрь архивланған.
  33. Муранов А. И., Звягинцев Р. Е. Суд над судьями (особая папка Ульриха). Казань, 1993. С. 68
  34. Рогинский А. Б. Послесловие // Расстрельные списки. Москва, 1937—1941. «Коммунарка» — Бутово. Книга памяти жертв политических репрессий. М., Издательство Звенья, 2000. — 504 с. — 2000 экз. — ISBN 5-7870-0044-7, С. 494—496
  35. Компакт-диск «Сталинские расстрельные списки» // Сайт Пермский региональный правозащитный центр, 05.03.2002. www.prpc.ru. Дата обращения: 13 ғинуар 2019. 2019 йыл 28 ноябрь архивланған.
  36. Компакт-диск «Сталинские расстрельные списки» // Сайт Пермский региональный правозащитный центр, 05.03.2002. www.prpc.ru. Дата обращения: 13 ғинуар 2019. 2019 йыл 28 ноябрь архивланған.
  37. Шрейдер М.П. НКВД изнутри. Записки чекиста.. — М.: Возвращение, 1995. — С. 77—78. — ISBN 5-7157-0062-0.
  38. Роговин, В. LV. Июньский пленум ЦК — 1937. trst.narod.ru. Дата обращения: 13 ғинуар 2019.
  39. Архивированная копия. Дата обращения: 6 ғинуар 2009. Архивировано 6 ғинуар 2009 года. 2009 йыл 6 ғинуар архивланған.
  40. ЦА ФСБ РФ. Арх. № Н-15301. Т. 7. Л. 33
  41. ЦА ФСБ РФ. Арх. № Н-15301. Т. 7. Л. 35-36
  42. ЦА ФСБ РФ. Ф Зое. Оп. 6. Д. 4. Л. 207
  43. ЦА ФСБ РФ. Ф Зое. Оп. 6. Д. 3. Л. 410
  44. ЦА ФСБ РФ. Ф Зое. Оп. 6. Д. 3. Л. 410.
  45. Трагедия советской деревни. Коллективизация и раскулачивание. Документы и материалы. — Т. 5. 1937—1939. Кн. 1. 1937. tragedia-sovetskoy-derevni-5-1.blogspot.com. Дата обращения: 13 ғинуар 2019..
  • Поминальные списки Карелии. 1937—1938: Уничтоженная Карелия. Ч. II. Большой террор / Сост.: Ю. А. Дмитриев; Правительство Республики Карелия; УФСБ России по Республике Карелия; Акад. социально-правовой защиты. — Петрозаводск, 2002. — 1087 с.: ил. — 1500 экз.
  • Рейфилд Д. Сталин и его подручные = ингл. Stalin and his hangmen. — М.: Новое литературное обозрение, 2008. — 500 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-86793-651-8.
  • Роговин В. З. Была ли альтернатива? Том 4. «1937». — М.: Терра, 1996. — 480 с. — ISBN 5-85272-022-4.
  • Harris J. The Great Fear: Stalin's Terror of the 1930s. — Oxford University Press, 2016. — 240 p. — ISBN 978-0-19-969576-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә