СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһы
СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһы (рәсми булмаған исеме: «Сталин конституцияһы», һирәгерәк — «Еңгән социализмдың Конституцияһы») — СССР-ҙың төп законы, 1936 йылдың 5 декабрендә Советтарҙың ғәҙәттән тыш VIII Бөтә Союз съезында ҡабул ителә һәм (үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән) 1977 йылға тиклем ғәмәлдә була.
СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһы | |
Атамаһы | Конституция (основной закон) Союза Советских Социалистических Республик |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Алдағы | СССР-ҙың 1924 йылғы Конституцияһы |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | СССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһы |
Башланыу датаһы | 5 декабрь 1936 |
Тамамланыу датаһы | 7 октябрь 1977 |
Нәшер ителеү ваҡыты | 6 декабрь 1936 |
Корректирует | Закон СССР от 15.01.1938[d], Закон СССР от 21.08.1938[d], Закон СССР от 29.05.1939[d], Закон СССР от 29.05.1939[d], Закон СССР от 31.05.1939[d], Закон СССР от 31.03.1940[d], Закон СССР от 4.04.1940[d], Закон СССР от 7.08.1940[d], Закон СССР от 1.03.1941[d], Закон СССР от 1.02.1944[d], Закон СССР от 25.02.1947[d], Закон СССР от 17.06.1950[d], Закон СССР от 15.03.1953[d], Закон СССР от 08.08.1953[d], Закон СССР от 26.04.1954[d] һәм Закон СССР от 26.04.1954[d] |
Баҫылған | Известия[d] |
Әҙерләү һәм ҡабул итеү
үҙгәртергә1935 йылдың 7 февралендә СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты Генераль секретары И. В. Сталин етәкселегендә Конституцион комиссияһы һәм 12 подкомиссия булдыра. Авторҙарҙың фекере буйынса, яңы Конституция совет дәүләте тарихындағы мөһим этабын — социализмды төҙөүҙе — сағылдырырға тейеш була. 1936 йылдың 12 июнендә Конституцияның проекты нәшер ителә һәм артабанғы 6 ай дауамында бөтә кимәлдәрҙә тикшерелә.
Тарихсы О. В. Хлевнюктың фекеренсә, был конституцияның демократик үҙенсәлеге (1924 йылғы Конституция менән сағыштырмаса) фашизм көсәйгән осорҙа донъя йәмәғәтселеге симпатияһын Советтар Союзына яғына ауҙарыу өсөн эшләнә. Конституциялағы үҙгәрештәр һәм конституция комиссияһы булдырыу тураһындағы Политбюро ҡарарының проектына теркәп ебәрелгән хатында И. В. Сталин яҙа:
|
Конституция тураһында фекер алышыуҙарҙа тәүге тапҡыр 75 миллион кеше ҡатнаша, периодик матбуғатта 1,5 миллион тәҡдим, өҫтәмә, төҙәтеүҙәр индерелә. Партияның сәйәси курсына ҡаршы килгән тәҡдимдәр (мәҫәлән, шәхси милекте рөхсәт итеү йәки колхоздарҙы бөтөрөү) нәшер ителмәй һәм архивтарҙа «дошман откликтары» исеме аҫтында һаҡланып ҡалған[2].
Конституцияның тексы өҫтөндәге эштә туранан-тура И. В. Сталин ҡатнаша. Н. И. Бухарин конституция тексының төп өлөшө уның авторлығында эшләнде тип иҫәпләгән[3][4].
Яңы конституция 1936 йылдың 5 декабрендә ҡабул ителә һәм СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (ЦИК СССР) һәм Бөтә Союз башҡарма комитетының (ВЦИК) Известия баҫмаһында (283-сө һанлы) 6 декабрҙә нәшер ителә.
Конституцияның структураһы
үҙгәртергә1936 йылда ҡабул ителгән 13 бүлектән һәм 146 статьянан торған.
СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияның структураһы:
- I бүлек. Ижтимағи ҡоролошо
- II бүлек. Дәүләт ҡоролошо
- III бүлек. Совет Социалистик Республикалар Союзының юғары дәүләт власы органдары
- IV бүлек. Союздаш республикаларҙың юғары дәүләт власын органдары
- V бүлек. Совет Социалистик Республикалар Союзының идара итеү дәүләт органдары
- VI бүлек. Союздаш республикаларҙың идара итеү дәүләт органдары
- VII бүлек. Автономиялы Совет Социалистик Республикаларҙың идара итеү дәүләт органдары
- VIII бүлек. Урындағы дәүләт власы органдары
- IX бүлек. Суд һәм прокуратура
- X бүлек. Граждандарҙың төп хоҡуҡтары һәм бурыстары
- XI бүлек. Һайлау системаһы
- XII бүлек. Герб, флаг, баш ҡала
- XIII бүлек. Конституцияны үҙгәртеү тәртибе
Йөкмәткеһе
үҙгәртергәВКП(б)-ның XVII съезы (1934 йыл) СССР-ҙа социализмдың еңеүе һәм башлыса төҙөлөп бөтөүе тураһында иғлан итте. Тимәк, производство средстволарына шәхси милек һәм эксплуататор синыфтары (шулай булғас, пролетариат диктатураһы — үтелгән этап) юҡҡа сығарылған, социалистик производство мөнәсәбәттәре еңгән. Яңы конституцияның иҡтисади нигеҙе итеп хужалыҡтың планлы социалистик системаһы иғлан ителә.
1936 йылғы Конституция Совет дәүләте тарихында беренсе тапҡыр бөтә граждандарға тигеҙ хоҡуҡтар бирә:
- йәшерен тауыш биреүҙә дөйөм, тигеҙ һәм туранан-тура һайлау хоҡуғы;
- хеҙмәткә, ялға, ҡартлыҡта, ауырығанда һәм хеҙмәткә яраҡлылыҡты юғалтҡанда матди тәьминәткә, белем алыуға хоҡуғы (бушлай).
Выждан, һүҙ, матбуғат, йыйылыштар, митингылар, урамдарҙа йөрөүҙәр һәм демонстрациялар ирке, шәхестең, торлаҡтың тейелгеһеҙлеге, хатлашыу сере иғлан ителә .
Ер, ер аҫты байлыҡтары, һыуҙар, заводтар, фабрикалар, шахталар, рудниктар, тимер юл, ер өҫтөндәге һәм һауа транспорты, банкылар, элемтә саралары бөтә халыҡ байлығы тип иғлан ителә; колходар ҡарамағында булған ер уларға мәңгелек файҙаланыуға бирелә.
«Граждандарҙың төп хоҡуҡтары һәм бурыстары» бүлегенең 126 статьяһында Коммунистар партияһы совет йәмғиәтенең, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының ядроһы булып тороуы һыҙыҡ өҫтөнә алына (1924 йылғы Конституцияла партия телгә алынмаған була).
Илдә юғары закон сығарыу власы итеп ике палаталы СССР-ҙың Юғары Советы иғлан ителә, ә уның сессиялары араһында — СССР-ҙың Юғары Советының Президиумы. Юғары Советтың палаталарының тигеҙлеге һәм теләһә ниндәй килеп сыҡҡан мәсьәлә буйынса тикшереү һәм ревизия комиссияларын булдырыу хоҡуҡтары ҡарала; депутаттарҙың һайлаусылары алдындағы яуаплылығы һәм ышанысты аҡламаған депутаттарҙы кире саҡыртып алыу хоҡуғы нығытылып ҡуйыла.
Илдең хөкүмәт үҙ атамаһын һаҡлап ҡала — СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы, әммә 1946 йылда СССР-ҙың Министрҙар Советы тип үҙгәртелә. Хөкүмәт юғары башҡарма комитет булып тора һәм Юғары Советҡа һәм уның Президиумына буйһона.
Ижтимағи ҡоролош
үҙгәртергәСССР-ҙың йәмғиәт ҡоролошо I главаның 12 статьяһында ҡарала.
Конституцияһының 1-се статьяһына ярашлы, «Совет Социалистик Республикалар союзы — эшселәр һәм крәҫтиәндәрҙең социалистик дәүләте».
2-се статьяға ярашлы, «СССР-ҙың сәйәси нигеҙен алпауыт һәм капиталистарҙың власын ҡолатыу һәм пролетариат диктатураһын яулау һөҙөмтәһендә үҫешкән һәм нығынған Хеҙмәтсәндәр депутаттары советтары тәшкил итә».
3-сө статьяға ярашлы, «СССР-ҙа бөтә власть хеҙмәтсәндәрҙең депутаттар Советтары йөҙөндә ҡала һәм ауыл хеҙмәтсәндәренеке».
4-се статьяға ярашлы, «СССР-ҙың иҡтисади нигеҙен социалистик иҡтисад һәм эш ҡоралдары менән етештереү сараларына социалистик милекселек тәшкил итә; улар капиталистик хужалыҡ системаһын бөтөрөү, эш ҡоралдары менән етештереү сараларына шәхси милекте юҡҡа сығарыу һәм кешене кеше эксплуатациялау юҡ ителеү һөҙөмтәһендә нығынды».
5-се статьяға ярашлы, «Социалистик милекселеге СССР-ҙа дәүләт милекселеге формаһында (бөтә халыҡ байлығы) йәки кооператив-колхоз милекселеге формаһында була (айырым колхоздарҙың милке, кооператив берләшмәләренең милке)».
6-се статьяға ярашлы, «Ер, ер аҫты байлыҡтары, һыуҙар, заводтар, фабрикалар, шахталар, рудниктар, тимер юл, ер өҫтөндәге һәм һауа транспорты, банкылар, элемтә саралары, дәүләт ҡарамағында булған эре ауыл хужалығы предприятиелары (совхоздар, машина-трактор станциялары һәм башҡалар), шулай уҡ коммуналь хужалыҡтар һәм ҡалаларҙағы һәм сәнәғәт пункттарындағы төп тораҡ фонды дәүләт милекселеге, йәғни, бөтә халыҡ байлығы» тип иғлан ителә.
7-се статьяға ярашлы, «колхоздарҙағы һәм кооператив ойошмаларҙағы ижтимағи предприятиелар, колхоздар һәм кооператив ойошмалар етештергән продукция, шулай уҡ йәмәғәт ҡоролмалары колхоздарҙың һәм кооператив ойошмаларҙың ижтимағи, социалистик милеген тәшкил итә. Һәр колхоз хужалығының ауыл хужалығы артеле уставына ярашлы төп ижтимағи килеменән тыш шәхси файҙалыныуында ҙур булмаған өй янындағы участкаһы һәм участкаһында шәхси милегендә ярҙамсы хужалығы, торлағы, мал-тыуары, ҡош-ҡорто һәм ваҡ ауыл хужалығы инвентары була».
8-се статьяға ярашлы, «колхоздар биләгән ер бушлай һәм срогы сикләнмәгән файҙаланыуға, йәғни, мәңгегә, бирелә».
9-се статьяға ярашлы, «социалистик хужалыҡ системаһы менән бер рәттән айырым крәҫтиәндәрҙең һәм кәсепселәрҙең үҙ көсөнә нигеҙләнгән һәм сит хеҙмәтенән азат булған бәләкәй шәхси хужалығын рөхсәт итә».
10 -се статьяға ярашлы, «граждандарҙың хеҙмәт килемдәренә һәм һаҡламдарына, йорт хужалығы һәм көнкүреш кәрәк-ярағына, шәхси ҡулланыу әйберҙәренә хоҡуҡтары, шулай уҡ граждандарҙың шәхси мөлкәтенә вариҫлыҡ хоҡуғы закон яҡлауы менән нығытыла».
11-се статьяға ярашлы, «СССР-ҙа кешеләрҙең матди, рухи ихтыяждарын мөмкин тиклем тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү, СССР-ҙың бойондороҡһоҙлоғон нығытыу һәм уның оборонаға һәләтлеген көсәйтеү дәүләт халыҡ хужалығы планы менән билдәләнә һәм йүнәлтелә."
12-се статьяға ярашлы, «СССР-ҙа хеҙмәт "кем эшләмәй, шул ашамай" принцибы буйынса эшкә һәләтле һәр граждандың бурысы һәм намыҫ эше. Дәүләт “Һәр кемдән — һәләтенә ҡарап, һәр кемгә — хеҙмәтенә ҡарап” тигән принципты тормошҡа ашырыуҙы иғлан итә.
Үҙгәрештәр индереү
үҙгәртергәКонституцияны үҙгәртеү СССР-ҙың Юғары Советы прерогативаһы, Изменение Конституции являлось прерогативой Верховного Совета СССР, һәм үҙгәреш индереү өсөн палаталарҙың һәр береһендә күпселектең кәм тигәндә 2/3 өлөшөнөң ҡарары менәнн ҡабул ителә. 1947 йылдың 25 февралендә Конституцияның яңы редакцияһы раҫлана. Конституцию бер нисә мәртәбә үҙгәрештәр индерелә. Башлыса улар СССР хөкүмәтенең структураһы үҙгәреүе менән бәйле булған.
1957 йылдың 11 февралендә СССР Конституцияһынан яңы өлкәләрҙе һәм крайҙары булдырыу СССР ҡарамағында тигән күрһәтмә алып ташлана, СССР Союзы ҡарамағында союздаш республикалар составындағы яңы булдырылған автономиялы республикаларҙы һәм автономиялы өлкәләрҙе раҫлау ҡалдырыла[5]. 25 декабря 1958 йылдың 25 декабрендә СССР Конституцияһының ошо законына ярашлы РСФСР составына ингән өлкәләр һәм крайҙар исемлеге алып ташлана [6]. Бынан һуң ғәмәлдә булған крайҙарҙың һәм өлкәләрҙең исемен үҙгәртеү йәки бөтөрөү йәки яңыларын булдырыу өсөн РСФСР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһына үҙгәртеү генә индерергә кәрәк була.
Конституция көнөн билдәләү
үҙгәртергә1977 йылдың 5 декабренә тиклем рәсми дәүләт байрамы булараҡ билдәләнгән — Конституция көнө.
-
(ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1679) -
(ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1680) -
(ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1681) -
(ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1682)
Ғәмәлдән сығарыу
үҙгәртергә1962 йылда СССР-ҙың Юғары Советы тарафынан яңы конституцияның проектын әҙерләү буйынса комиссия булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә; уны Н. С. Хрущёв етәкләй[7]. 1964 йылдың декабрендә комиссия рәйесе итеп Л. И. Брежнев тәғәйенләнә[8].
СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһы 1977 йылдың 7 октябрендә яңы («Брежнев») Конституцияһын ҡабул итеү сәбәпле үҙенең көсөн юғалта.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- СССР Конституцияһы
- СССР-ҙың 1924 йылғы Конституцияһы
- СССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһы
- Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. С. 249
- ↑ Источниковедение: Теория. История. Метод. Источники российской истории: Учеб. пособие / И. Н. Данилевский, В. В. Кабанов, О. М. Медушевская, М. Ф. Румянцева. — М., 1998. с. 536.
- ↑ М. Геллер, А. Некрич. История России: 1917—1995 2007 йыл 22 март архивланған.
- ↑ Ю. Г. Фельштинский. Разговоры с Бухариным
- ↑ s:Закон СССР от 11.02.1957 Об отнесении к ведению союзных республик разрешения вопросов областного, краевого … устройства
- ↑ Закон СССР от 25 декабря 1958 г. "Об утверждении Указов Президиума Верховного Совета СССР «О переименовании Бурят-Монгольской Автономной Советской Социалистической Республики» и «О преобразовании Калмыцкой автономной области в Калмыцкую Автономную Советскую Социалистическую Республику» и о внесении изменений в статью 22 Конституции Основного Закона СССР
- ↑ Постановление Верховного Совета СССР от 25 апреля 1962 г. № 13—VI // Ведомости Верховного Совета СССР 1962 г. № 17
- ↑ Постановление Верховного Совета СССР от 11 декабря 1964 г. № 3092—VI // Ведомости Верховного Совета СССР 1964 г. № 51
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Лазарев С. Е. Соотношение норм Конституции СССР 1936 г. и Конституции РФ 1993 г. // Гражданин и право. 2015. № 7. С. 46-57.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Конституция РСФСР 1918 г. и конституция СССР 1936 г.: сравнительный анализ. 2014 йыл 18 октябрь архивланған.
- Конституция СССР 1936 года 2018 йыл 18 февраль архивланған.. 05.12.1936. Проект Российского военно-исторического общества «100 главных документов российской истории».