Акулов Иван Алексеевич

Акулов Иван Алексеевич (24 апрель 1888 йыл — 30 октябрь 1937 йыл (БСЭ мәғлүмәтe буйынса — 1939 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, СССР-ҙың беренсе Прокуроры, Ҡырғыҙ (Ҡаҙаҡ) крайы менән идара итеү буйынса Революцион комитеттың 2-се рәйесе. Репрессияланған, үлгәндән һуң аҡланған.

Акулов Иван Алексеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 12 (24) апрель 1888
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 30 октябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (49 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы VI съезд РСДРП(б)[d], VII съезд РКП(б)[d], РКП(б)-ның VIII съезы[d], РКП(б)-ның IX съезы[d], РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d], РКП(б)-ның XIII съезы[d], ВКП(б)-ның XIV съезы[d], ВКП(б)-ның XV съезы[d], ВКП(б)-ның XVI съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
 Акулов Иван Алексеевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Санкт-Петербургта ярлы мещан ғаиләһендә тыуған.

1905 йылда Петербург Сауҙа-сәнәғәт мәктәбе тамамлай.

1907 йылда РСДРП-ға инә, шунда уҡ йәшерен эшмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша башлай. Киләһе йылда уҡ бер йылға төрмәгә хөкөм ителә.

1913 йылда РСДРП-ның Петербург комитетының Башҡарма комиссияһы ағзаһы итеп һайлана.

1917 йылда Акулов Выборгта хәрби партия ойошмаһын ойошторола, шул уҡ йылда Выборг ҡалаһынан VII (Апрель) конференцияһында һәм РСДРП(б)-ның Бөтә Рәсәй VI съезында делегат булараҡ ҡатнаша.

Граждандар һуғышы осоронда ҡыҫҡа ваҡыт төрлө хәрби йәки партияның вазифалар биләй.

1917 йылда —РСДРП-ның Выборг комитеты Хәрби ойошмаһы ағзаһы.

1917 йылдың декабрендә — 1918 йылдың ғинуарында — РКП(б)-ның Екатеринбург комитеты секретары.

1918 йылдың ғинуар-май айҙарында — РКП(б)-ның Урал өлкә комитеты секретары.

1918 йылдың майынан августҡа тиклем — Ҡыҙыл Армияһының Силәбе — Златоуст фронтының тәьмин итеү комиссары.

1918 йылдың сентябре — 1919 йылдың ғинуары — Вятка губерна Советының Башҡарма комитеты рәйесе һәм бер үк ваҡытта — Вятка, 1919 йылдың феврале — 1920 йылдың авгусы — РКП(б)-ның Ырымбур губкомы рәйесе.

1920 йылдың авгусынан алып 1921 йылдың ғинуарына тиклем — РКП(б)-ның Ҡырғыҙ, 1921 йылдың 3 мартынан — Ҡырым өлкә комитеты секретары, бер үк ваҡытта Ҡырым Революцион комитеты секретары, ҡыҙыл террор сәйәсәтен үткәреү буйынса алда килеүсе иптәштәрҙең башланғысын дауам итә[1].

19221925 йылдарҙа — Донецк ҡара эшселәр Союзы рәйесе.

1922 — 1927 йылдарҙа — Таусылар союзының Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы.

1923 — 1925 йылдарҙа — РКП(б)-ның Үҙәк Контроль Комиссияһы ағзаһы

1924 йылдың 16 майынан 1925 йылдың 6 декабренә тиклем Украина КП(б)-ның Үҙәк Контроль Комиссияһы ағзаһы.

1925 йылдың 12 декабренән — 5 июнь 1930 йылдың 5 июненә тиклем Украина Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты ағзаһы булып тора, артабан Украинала профсоюз ойошмаларында төрлө вазифалар биләй.

1925 — 1927 йылдарҙа Бөтә Украин Таусылар союзы рәйесе,

1927 — 1929 йылдарҙа Бөтә Украин профессиональ союздар советы (ВУСПС) рәйесе.

1927 йылдың 29 ноябренән 1928 йылдың 16 мартына тиклем Украина КП(б)-ның Үҙәк Комитетының Ойоштороу бүлеге ағзаһы.

1929 йылда — ВЦСПС-тың 2-се секретары[2] һәм президиумы ағзаһы.

 
И. А. Акуловтың 100-йыллығына арналған СССР-ҙың почта маркаһы

1929 йылдың июне — СССР-ҙың Хеҙмәт һәм Оборона Советы ағзаһы.

1930 йылдың 13 июленән 1934 йылдың 26 ғинуарына тиклем ВКП(б)-ның Үҙәк Контроль Комиссияһы ағзаһы,

1930 йылдың июленән алып 1931 йылдың октябренә тиклем — СССР-ҙың эшсе-крәҫтиән инспекцияһы халыҡ комиссары урынбаҫары — ВКП(б)-ның Үҙәк Контроль Комиссияһы президиумы ағзаһы. Бер үк ваҡытта 1930 йылдың 13 июленән 1932 йылдың 2 октябренә тиклем — ВКП(б)-ың Үҙәк Комитетының Ойоштороу бүлеге ағзаһы.

1931 — 1932 йылдарҙа СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы ОГПУ рәйесенең беренсе урынбаҫары.

1932 — 1933 йылдарҙа Үҙәк Комитет, Политбюро, Ойоштороу комитеты ағзаһы һәм Донбасс буйынса КП(б)У-ның Үҙәк Комитеты секретары.

1933 йылдың 20 июнендә АкуловСССР-ҙың яңы булдырылған Прокуратураһын етәкләй (уның урынбаҫары Андрей Вышинский була). Кировты үлтерегәндән һуң формаль рәүештә тикшереү эштәре менән етәкселек итә.

1935 йылдың 3 мартында Акулов СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты секретары итеп тәғәйенләнә, СССР-ҙың Прокуроры вазифаһына Вышинский тәғәйенләнә.

1937 йылдың февралендә Орджоникидзены ерләү буйынса комиссияның рәйесе була.

1937 йылдың 9 июлендә СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты секретары вазифаһынан бушатыла.

1937 йылдың 23 июлендә ҡулға алына,1937 йылдың 29 октябрендә СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһы контрреволюцион хәрби заговорҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, Акуловты атыуға хөкөм итә. Хөкөм ҡарары 1937 йылдың 30 октябрҙә үтәлә.

1954 йылдың 18 декабрендә СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан реабилитациялана, партияла 1955 йылдың 27 майында тергеҙелә.

СССР-ҙа массауи репрессияларҙы ойоштороусыларҙың береһе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Зарубин А. Г., Зарубин В. Г. Без победителей. Из истории Гражданской войны в Крыму. — 1-е. — Симферополь: Антиква, 2008. — 728 с. — 800 экз. — ISBN 978-966-2930-47-4.
  2. «Для укрепления руководства ВЦСПС был создан секретариат из пяти человек (Г. Вейнберг, А. Догадов, Н. Евреинов, И. Акулов, Н. Шверник). Первым секретарём был избран А. Догадов, вторым — И. Акулов» [1] 2014 йыл 1 февраль архивланған..
  • Звягинцев А. Г. Взлёты и падения вершителей судеб: Трагические страницы в биографии российских юристов. — М.: Яуза, Эксмо, 2005. — С. 448: ил.. — ISBN 5-699-17237-8.
  • Известия ЦК КПСС, 7 (306) июнь 1990.
  • Советская прокуратура. Очерки истории. М., 1993. С.67-68.
  • [ Акулов, Иван Алексеевич] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Акулов Иван Алексеевич // БСЭ. — 3-е изд. — М., 1970. — Т. 1. — С. 364—365.
  • Акулов Иван Алексеевич // Известия ЦК КПСС. — 1990. — № 7. — С. 82.
  • Акулов Іван Олексійович // Рад. енцикл. історії України. — К., 1969. — Т. 1. — С. 43.
  • Акулов Іван Олексійович // УРЕ. — К., 1959. — Т. 1. — С. 147.
  • Акулов Иван Алексеевич // УСЭ. — К., 1978. — Т. 1. — С. 116.
  • Блинов А. С. Иван Акулов / А. С. Блинов. — М.: Политиздат, 1967. — 79 с.: ил.
  • Голубова А. Был настоящим большевиком: К 100-летию со дня рождения И. А. Акулова / А. Голубова // Рабочая газ. — 1988. — 12 апр.
  • Заставская Н. С большевистской закалкой: 100 лет со дня рождения И. А. Акулова / Н. Заставская // Веч. Донецк. — 1988. — 18 апр.
  • Левін В. С. Боєць ленінського гарту / В. С. Левін // Укр. іст. журн. — 1978. — № 3. — С. 119—124.
  • Михайлов В. Человек долга и чести / В. Михайлов // Правда Украины. — 1988. — 12 апр.
  • Парсенюк Б. Сталінські губернатори: І. О. Акулов / Б. Парсенюк // Донеччина. — 2002. — 10 жовт.
  • Парсенюк Б. Червоні губернатори / Б. Парсенюк // Схід. часопис. — 1995. — 12-18 серп.; 22 серп. — 1 верес.
  • Ясенов Е. Наша область начиналась на бумаге / Е. Ясенов // Золотой Скиф. — 2002. — № 1. — С. 67.
  • Энциклопедия секретных служб России / Автор-составитель А.И.Колпакиди. — М.: АСТ, Астрель, Транзиткнига, 2004. — С. 423-424. — 800 с. — ISBN 5-17018975-3.