Фельдман Борис Миронович

Борис Миронович Фельдман (1890 йыл — 12 июнь 1937 йыл) — совет хәрби етәксеһе, комкор (1935). «Тухачевскийҙың эше» буйынса атып үлтерелә. 1957 йылда реабилитациялана.

Фельдман Борис Миронович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1890
Тыуған урыны Пинск[d], Минск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d] һәм Үлем язаһы
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание комкор[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
 Фельдман Борис Миронович Викимилектә

Революцияға тиклемге осор үҙгәртергә

Борис Миронович Фельдман Пинск ҡалаһында 1890 йылда балта оҫтаһы ғаиләһендә донъяға килә. Йәһүд. Революцион хәрәкәтенә теләктәшлек белдерә. Күп тапҡыр ҡулға алына. 1913 йылда ғәмәлдәге армияға мобилизациялана. Беренсе донъя һуғышы ҡатнашыусыһы (1914—1917).

Граждандар һуғышы үҙгәртергә

1918 йылдың майында РККА-ға инә. 1918 йылда Брянск районы штабы секретары, 1919 йылдың февраленән Ҡыҙыл Армия Генераль Штабы Академияһында тиҙләтелгән курста белем ала, шул уҡ йылда 13-сө армияның оператив бүлек начальнигы ярҙамсыһы, июнь-сентябрь айҙарында 9-сы уҡсылар дивизияһының 1-се бригада штабы начальнигы. 1919 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. Артабан төп академия курсы тыңлаусыһы, 1920 йылдың майында начальник ярҙамсыһы, май-сентябрҙә 57-се уҡсылар дивизияһы штабы начальнигы, сентябрь-декабрь айҙарында — 55-се уҡсылар дивизияһы начальнигы. Дивизия 55-се айырым уҡсылар бригадаһы тип үҙгәртелгәс, 1921 йылдың июнь аҙағында уның начальнигы булып ҡала. Артабан академияла өҫтәмә курста уҡый, 1921 йылдың октябрь-декабрендә Экспедицион корпус менән етәкселек итә, Тамбов крәҫтиән ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1922 йылдың май-июнендә — Алыҫ Көнсығыш Республикаһы Халыҡ-революцион армияһында штаб начальнигы.

Һуғыштан һуңғы карьераһы үҙгәртергә

1922—1925 йылдарҙа — 17 -се, 1925—1928 йылдарҙа — 19-сы уҡсылар корпусы командиры. 1927 йылда ике ай дауамында Германияла командировкала була. 1928—1934 йылдарҙа — Ленинград хәрби округы штабы начальнигы. 1934 йылдан 1937 йылға тиклем Б. М. Фельдман РККА-ның етәкселек буйынса Идаралығы начальнигы һәм СССР оборона наркомы ҡарамағындағы Хәрби Совет ағзаһы. 1935 йылда персональ хәрби званиелар индергән саҡта уға комкор званиеһы бирелә.

1937 йыл үҙгәртергә

1937 йылдың майында Борис Фельдман Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары вазифаһына күсерелә, 15 майҙа уҡ ҡулға алына, бынан һуң уны бөтә вазифаларынан бушаталар һәм ВКП(б-нан сығаралар. 1937 йылдың 12 июнендә М. Н. Тухачевский, И. Э. Якир һәм башҡа хәрби начальниктары менән бергә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы бинаһы подвалында атып үлтерелә. Улы Түбәнге Иҫәт балалар йортона эләгә.

1957 йылда тулыһынса аҡлана һәм партияла тергеҙелә.

Наградалары үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Черушев Н. С., Черушев Ю. Н. Расстрелянная элита РККА (командармы 1-го и 2-го рангов, комкоры, комдивы и им равные): 1937—1941. Биографический словарь. — М.: Кучково поле; Мегаполис, 2012. — С. 119—120. — 2000 экз. — ISBN 978-5-9950-0217-8.

Һылтанмалар үҙгәртергә