Курапат
Ҡалып:Историко-культурная ценность Республики Беларусь
Курапат | |
Транслитерация | Kurapaty |
---|---|
Латинизация белорусского языка (система 2007 года) | Kurapaty |
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Минский район[d] |
Мираҫ статусы | государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d] |
Курапат Викимилектә |
Курапат (бел. Курапаты) — Минскиҙың төньяҡ-көнсығыш сигендәге урман ыҙаны, унда 1930 йылдар аҙағында — 1940 йылдар башында күпләп атылған кешеләрҙең ҡәберлектәре табыла. Белоруссия прокуратураһы мәғлүмәттәренә ярашлы, урман — НКВД органдары тарафынан репрессияланғандарҙы атыу һәм күмеү урыны.
Бөгөнгө көнгә ҡорбандарҙың теүәл һаны асыҡланмаған һәм, төрлө баһалар буйынса, 7 мең кешенән (Беларусь республикаһы прокуроры О. Бажелко мәғлүмәттәренә ярашлы)[1], 30 меңдән дә кәм түгел (БССР-ҙың Генераль прокуроры Г. Тарнавскийҙың фекеренсә)[2], 100 мең кеше «Беларусь» белешмәһенә ярашлы)[3][4], 102 меңдән 250 меңгә тиклем («Літаратура і мастацтва» гәзитендә сыҡҡан Зенон Позняктың мәҡәләһе мәғлүмәттәренән[5][6], 250 мең кеше (Вроцлав Университеты профессоры Здислав Винницкий мәғлүмәттәре буйынса)[7] һәм унан да ашыу (Британия тарихсыһы Норман Дэвистың мәғлүмәттәренә ярашлы)[8].
1993 йылдан Курапат ыҙаны Беларусь Республикаһының дәүләт тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә 1930-1940 йылдарҙағы сәйәси репрессиялары ҡорбандары ерләнгән урыны булараҡ индерелгән. Курапат беренсе категориялы тарихи-мәҙәни ҡиммәттәр статусына эйә[9][10].
Курапат Минск территорияһында НКВД тарафынан үткәрелгән күпләп атып үлтереү урындарҙың береһе була[11]
2018 йылдың 6 ноябрендә Курапатта иҫтәлекле билдә ҡуйыла.
Исеме
үҙгәртергәКурапат һүҙенең килеп сығышы аныҡ билдәле түгел, сөнки 1988 йылға тиклем топографик карталарҙа күрһәтелмәй. Курапат тип урындағы халыҡ ялан сәскәләрен исемләгән тигән фараз бар[12]
Атып үлтереүҙәр тарихын тикшереү
үҙгәртергәБеренселәр булып Курапаттағы атып үлтереүҙәр тураһында Евгений Шмыгалов һәм Зенон Позняк Літаратура і мастацтва башҡ. Әҙәбиәт һәм сәнғәтгәзитендә 1988 йылдың 3 июнендә сыҡҡан «Курапат: үлем юлы» мәҡәләһендә белдерәләр, мәҡәләгә инеш һүҙҙе билдәле яҙыусы Василь Быков яҙа[13]. Шаһиттар күрһәтмәләренә нигеҙләнгән мәҡәләлә Минскиҙағы Зеленый Луг микрорайонынан төньяҡҡараҡ бер нисә километр алыҫлыҡта 1937—1941 йылдарҙа язалауҙар үткәрелгән тип раҫлана. Көн һайын — таңда, көндөҙ һәм ҡояш байығанда кеше башына бер атыу менән язалауҙар үткәрелә, кәүҙәләр бер нисә ҡат итеп алдан әҙерләнгән тәрән соҡорҙарға һалына, һәр рәт һайын ҡом ҡойола, ә соҡорҙар өҫтөнә ҡарағайҙар ултыртыла; 1937 йылдың уртаһында атып үлтереү урыны 10-15 гектар ерҙе биләп алған өс метр бейеклектәге ҡойма менән уратыла, ә юл ҡапламаһы «ҡара воронкаларҙың» даими рәүештә йөрөүҙәренән ҡыйратылған була. Ҡәберлектәр соҡорҙарының дөйөм һаны 500 тип баһалана, һәр береһендә 50-60 ҡорбан. Позняк һүҙҙәренсә, ул ҡәберлектәр урыны тураһында 1970 йылдарҙа уҡ белгән, әммә «ул ваҡытта дөрөҫлөктө донъяға белдереү мөмкинлеге булмай» (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, газ торбалары һалған саҡта осраҡлы рәүештә 1988 йылдың апрель-май айында билдәле булып ҡала); Белоруссия территорияһында репрессиялар ҡорбандарының массауи ерләнеүҙәре тураһында мәҡәлә авторҙарына 1957 йылда уҡ билдәле була (Минск-Заславль трассаһын төҙөгән ваҡытта осраҡлы рәүештә кеше һөйәктәре табыла). 1989 йылда Позняк шулай уҡ мәҡәләһендә атып үлтерелгәндәрҙең дөйөм һанын (150—200 меңдән 500 мең кешеә тиклем) күрһәтә алмауын һәм Курапатта атып үлтереүҙәр Көнбайыш Белоруссияның 1939 йылда Советтар Союзына ҡушылғанынан һуң йышайыуын билдәләй[14].
Позняктың һәм Шмыгаловтың мәҡәләһе 1988 йылдың 14 июнендә БССР-ҙың Прокуратураһы тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатыуға булышлыҡ итә. Мәҡәлә сыҡҡандан һуң алты аҙна үткәс, БССР-ҙың Министрҙар Советы тикшереү комиссияһын булдыра, уны Совмин рәйесенең урынбаҫары Н. Н. Мазай етәкләй (Позняк һәм Шмыгалов комиссияға индерелмәй, әммә Быковты һәм рәссам М. Савицкийҙы индерәләр).
Тикшереү барышында яҡынса 30 гектарлыҡ территорияла 510 ҡәберлек табыла. Һайланма эксгумация үткәргән саҡта 356-нан да кәм түгел кеше ҡалдыҡтары (313 баш һөйәге, кеше һөлдәләре, һары һәм аҡ металдан эшләнгән 340 теш протезы), шәхси әйберҙәр (тараҡтар, теш щёткалары, һабын һауыттары, аҡса янсыҡтары, аяҡ кейеме, кейем ҡалдыҡтары), шулай уҡ 177 гильза һәм 28 пуля, 164 револьвер гильзаһы һәм «Наган» системаһы револьверынан атылған 21 пуля, 1 гильза — «ТТ» пистолетынан табыла. Шулай уҡ «Браунинг» һәм «Вальтер» системаһы пистолеттарының бер нисә гильзаһы табыла, әлеге системалар ҡоралы 1941 йылға тиклем дә сығарылған булған. Цна-Иодков, Подболотье ауылдарынан 55 шаһит, 1937—1941 йылдарҙа НКВД хеҙмәткәрҙәре урман массивына ябыҡ автомашиналарҙа кешеләрҙе алып килеүен һәм уларҙы атыуын, күрһәтәләр. Шулай уҡ улар 1937—1938 йылдарҙан ҡәберлектәр урыны ҡойма менән уратылғанын раҫлай; һуңынан Гитлер баҫҡынсылары ҡойманы алып ташлайҙар һәм урманды ҡырҡалар. Комиссияға НКВД архивы менән танышыу рөхсәт ителмәй[15]. Шулай уҡ НКВД хеҙмәткәрҙәренең дә ыҙанда атып үлтереүҙәр башҡарылыуы тураһында күрһәтмәләр бар[16].
Массауи атып үлтереүҙәр факты буйынса 1988 йылдың ноябрендә тамамланған беренсе тикшереү ҡорбандарҙың һаны 30 мең кеше тип билдәләй (БССР-ҙың Генераль прокуроры Тарнавский). Тикшереү ғәмәлдәренең тамаланыуы менән Генпрокуратура Курапатта енәйәт эше тамамланыуы тураһында ҡарар сығара: «…хөкөм ителгәндәрҙе атып үлтереү БССР-ҙың НКВД комендатураһы хеҙмәткәрҙәре башҡарғаны ныҡлап дәлилләнде… әлеге репрессияларҙа ғәйепле БССР-ҙың НКВД етәкселәре һәм башҡа кешеләр үлем язаһына тарттырылыуын йәки бөгөнгө көнгә вафат булыуын иҫәпкә алып, БССР-ҙың УПК-һы 208 статьяһының 1 пунктына һәм 5 статьяның 8 пунктына таянып, Курапат урман массивында табылған ҡәберлектәр факты буйынса ҡуҙғатылған эш ябыла. Эксгумация ваҡытында табылған аяҡ кейеме һәм башҡаларҙы әһәмиәте юҡлығы сәбәпле юҡ итергә».
Властар позицияһы
үҙгәртергә1990-сы йылдар дауамында әлеге эш буйынса тикшереү бер нисә тапҡыр яңыртыла. Атып үлтереүҙәр немецтар тарафынан башҡарылған тигән раҫлауҙар барлыҡҡа килә[17].
Корзун етәкселегендәге Курапатта енәйәттәрҙе тикшереү буйынса йәмәғәт комиссияһы 1991 йылдың июнендә СССР-ҙың прокуратураһына йыйылған материалды ебәрә. Комиссия ағзалары Курапатта немец нацистары (Курапаттан алыҫ булмаған ерҙә һуғыш ваҡытында нацист концентрацион лагеры урынлашҡан була) тарафынан башҡарылған, тип дәлилләй. Ошондай һығымталарға Советтар Союзы Геройы М. Б. Осипова етәкселегендәге бойондороҡһоҙ комиссия ла килә һәм рәсми комиссияны дәлилдәрҙе йәшереүҙә ғәйепләй. Рәсми версияға ҡаршы килтерелгән дәлилдәр араһында ерләү үҙенсәлектәре һәм археологтарҙың уларҙың урындары тураһында шикле хәбәрҙар булыуы; ҡайһы бер гильзаларҙың һуңғараҡ эшләнеүе (1939 йыл); урмандың ултыртыу ваҡыты; шәхси гигиена әйберҙәре (комиссия ағзаларының фекере буйынса, совет дәүләт именлеге органдары кешегә үҙе менән шәхси әйберҙәрҙе алырға рөхсәт итмәгән); НКВД органдарында «ҡара воронкалары» булмауы (ҡайһы бер тәнҡитселәр, улар һоро төҫтә булған, башҡалары — НКВД транспорты — ат көсө булған тип раҫлаған); КГБ сығанаҡтары кеүек дәлилдәр килтерелә. Әммә Корзун комиссияһының мәғлүмәттәрен дөрөҫләүсе дәлилдәр табылмай.
Йәмәғәт комиссияһы талабы буйынса 1992 йылдың февралендә тикшереү ҡабатлана, әммә үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәһендә дәүләт комиссияһының һығымталары дөрөҫ тип табыла.
1993 йылда йәмәғәт комиссияһы сираттағы мәртәбә Белоруссия Юғары Советы дәүләт комиссияһының Курапат ваҡиғалары буйынса һығымталарын юҡҡа сығарырға тәҡдим итә. Яңы тикшереү үткәрелә. Башҡалар араһында немец баҫҡынсылары тарафынан йәһүдтәрҙе атып үлтереүҙәр версияһы ҡарала. Әлеге версияны тикшереү маҡсатында Иерусалимдағы Холокост институтына запростар ебәрелә, был институтта йәһүдтәргә ҡарата репрессиялар тураһында иң тулы мәғлүмәт тупланған. Йәһүдтәрҙең атып үлтереү урындары араһында Минск, Дрозды, Масюковщина, Курапаты, Цна-Иодково, Зелёный Луг булмай сыға. Немец архивтарында ла Курапаттағы атып үлтереүҙәр тураһында мәғлүмәттәр табылмай. Немец эксперттары иҫбатлауынса, Курапаттағы ерләү ысулы — гитлерса түгел: тегеләр ғәҙәттә бик ҙур ҡәберлектәр ҡаҙыған — оҙонлоғо буйынса яҡынса 50-60 метр, ҡорбандарҙың шәхси әйберҙәре һәм кейемдәре, алтын теш коронкалары тартып алынған. Бөтә документтарҙы тикшергәндән һуң Курапатта тикшереүҙе яңыртыу өсөн дәлилдәр юҡлығы тураһында ҡарар сығарыла. Енәйәт эшендәге мәғлүмәттәрҙең анализы Курапат урман ыҙанында 1937—1941 йылдарҙа БССР-ҙың НКВД органдары тарафынан граждандарҙың массауи атып үлтереүҙәре башҡарылған тигән һығымта эшләнә.
Аҙаҡҡы тикшереү барышында Курапатта иң ҙур ҡәберлек табыла, унда 300-ҙән ашыу кеше һөлдәһе табыла. Курапаттағы ҡаҙыныу тарихында тәүге тапҡыр конкрет даталары һәм исемдәре менән әйберләтә дәлилдәр табыла, улар атып үлтереүҙәр һуғышҡа тиклем башҡарылғанын дәлилләй. 30-сы һанлы ҡәберлектә ҡулға алыныу ваҡытында тартып алынған затлы әйберҙәр тураһында 1940 йылдың 10 июлендәге төрмә квитанциялары табыла, улар Мовша Крамерға һәм Мордыхай Шулескесҡа бирелгән.
2008 йылға ҡарата Курапат тураһында эш 15 том тәшкил итә.
1990-сы йылдар уртаһында Белоруссияның генераль прокуроры О. Божелко яңы тикшереү һөҙөмтәһендә Куропатта 7 мең кеше һәләк ителгән тип белдерә.
Йәмғиәттәге резонанс
үҙгәртергәКурапат темаһы Белоруссияның сәйәси тормошонда бик әүҙем ҡуллана. 1988 йылдың майында ҡәберлектәр урынына белорус йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең сталинизм енәйәттәрен ғәйепләүсе лозунгылар аҫтында тәүге йөрөш ойошторола. Йөрөш эске эштәр ғәскәрҙәре тарафынан махсус ысулдар ҡулланып ҡыуыла.
Шул көндән алып йөрөштәр йыл һайын үткәрелә, әммә ҡатнашыусылар һаны ҡырҡа кәмегән.
Ҡорбандар хөрмәтенә Зенон Позняк һәм уның иптәштәре 1988 йылдың октябрендә «Белоруссия мартирологы» исемле ойошма ойошторалар; бер үк ваҡытта улар илдең буласаҡ төп сәйәси көстәренең — Белоруссия халыҡ фронтының ойоштороу съезын үткәрәләр (етәксеһе Позняк үҙе).
Деды исемле урында Курапатта 1989 йылда ете метр бейеклектәге «Крыж Пакуты» (башҡ. Яфалар тәреһе) ҡуйыла.
Ыҙан үҙенә күрә Белоруссияның бойондороһоҙлоғо өсөн һәм коммунистик идеологияға ҡаршы көрәш символы булып тора. 1994 йылда ыҙанда АҠШ-тың Президенты Билл Клинтон булып китә, уның визиты ваҡытында иҫтәлекле билдә урынлаштырыла — «Клинтон эскәмйәһе». Әлеге билдә бер нисә тапҡыр билдәһеҙ кешеләр тарафынан емерелә, әммә шундуҡ тергеҙелә.
2007 йылдың 7 октябрендә вандалдар «Яфалар тәреһе» емерә[18].
МКАД-тың реконструкцияһы
үҙгәртергә2000-се йылдар башында бер нисә ойошма вәкиле ыҙанда автотрассаны төҙөүгә ҡаршы митингылар һәм дежурҙар ойоштора.
Курапатта 1987, 1992 һәм 1998 йылдарҙа үткәрелгән археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә планлаштырылған эш урынында ҡәберлектәр юҡлығын дәлилләй[19].
Акцияларҙа ҡатнашыусылар Курапат темаһын сәйәси яҡтан файҙаланыуҙа ғәйепләнә һәм уларға ҡаршы милиция һәм ОМОН көстәре ҡулланыла. Демократик активистар һәм милиция араһында ҡапма-ҡаршылыҡ бер нисә йыл дауамында бара.
Айырыуса ОМОН менән көслө бәрелештәр 2001 йылдың 8 — 9 октябрендә күҙәтелә. Омон-дар демонстранттарға ҡаршы күҙҙән йәш ағыҙа торған газдар ҡулланыла. Һөҙөмтәлә 40-45 ҡулға алына, 25 кеше административ яуалылыҡҡа тарттырыла. Ҡатнашыусыларҙың күпселегенә штрафтар бирелә[20].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Пресс-релиз Беларусского Хельсинкского комитета № 19 от 27.10.98 г. 2010 йыл 31 октябрь архивланған. (рус.)
- ↑ Лукашенко высказался по поводу Куропат и БНР . Белорусская деловая газета (10 апрель 2018). Дата обращения: 16 октябрь 2018.
- ↑ Даведнік «Беларусь». — Мн.: «Беларуская энцыкляпэдыя», 1995.
- ↑ Памяць і забыцьцё Курапатаў // Радио Свобода, 28 октября 2009 г.
- ↑ З. Пазьняк, Я. Шмыгалёў, М. Крывальцэвіч, А. Іоў. Курапаты. — Мн.: Тэхналогія, 1994.
- ↑ Kurapaty // Zaprudnik, Jan. Historical Dictionary of Belarus. — Lamham. — London: Scarecrow Press, 1998. P. 139.
- ↑ Zdzisław J. Winnicki. Szkice kojdanowskie. — Wrocław: Wydawnictwo GAJT, 2005. ISBN 83-88178-26-1. — С. 77—78.
- ↑ Norman Davies. Powstanie '44. — Kraków: Wydawnictwo Znak, 2004. ISBN 83-240-0459-9. — С. 195
- ↑ Павел Якубович. Куропаты: мир под соснами 2013 йыл 8 декабрь архивланған. // «Советская Белоруссия», 29 октября 2009 г.
- ↑ Закон Рэспублікі Беларусь «Аб ахове гісторыка-культурнай спадчыны»
- ↑ Молодые белорусы думают, что Куропаты — это в России(недоступная ссылка) // «Завтра твоей страны», 28 октября 2008 г.
- ↑ Якубович, Павел Павел Якубович о месте Куропат в общественном сознании . Советская Белоруссия. Дата обращения: 30 октября 2009. Архивировано 17 февраль 2012 года. 2010 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ З.Пазьняк, Я.Шмыгалёў, М.Крывальцэвіч, А.Іоў. Курапаты. — Мн.: Тэхналогія, 1994. — С. 180. — ISBN 5-85700-149-8.
- ↑ David R. Marples. Kuropaty: The Investigation of a Stalinist Historical Controversy(недоступная ссылка)//Slavic Review. — Vol. 53. — No. 2 (Summer 1994). — PP. 513—523.
- ↑ Кузнецов, Игорь Забыть значит предать (неопр.). Белорусская деловая газета (16 апреля 2004). — автор — член Международного историко-просветительского, благотворительного и правозащитного общества «Мемориал». Проверено 6 февраля 2013.
- ↑ Кузнецов, Игорь Куропатское дело: 20 лет спустя 2014 йыл 15 октябрь архивланған. (неопр.) (21 июня 2008). Проверено 23 июня 2008. 3 июня 2012 года.
- ↑ Куропаты: фальшивка националистов трещит по швам 2012 йыл 14 июль архивланған. (неопр.). Газета Правда. Проверено 7 октября 2006. 3 июня 2012 года.
- ↑ В урочище Куропаты неизвестными уничтожен Крест страданий, установленный осенью 1989 года 2012 йыл 12 ғинуар архивланған.
- ↑ Фадеев, А. Кто раздувает пламя в Куропатах 2006 йыл 22 июнь архивланған. (неопр.). Информационно-аналитический бюллетень Института стран СНГ. Проверено 1 ноября 2001.
- ↑ Обзор-Хроника нарушений прав человека в Беларуси в 2001 году. — С. 11. — 217 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Адамушка У.I Палітычныя рэпрэсіі 20-50-х гадоу на Беларусі. Мінск, 1994. С. 12
- Костырко В. Кто же расстреливал в Куропатах // Гласность 16.12.1994.
- Куропаты: фальсификация века? // Военно-исторический журнал 1991, № 6, с. 50.
- Тарнавский Г., Соболев В., Горелик Е. Куропаты: следствие продолжается. — М.: Юридическая литература. 1990 г. ISBN 5-7260-0305-5
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мингорисполком планирует поставить памятник жертвам сталинизма в Куропатах 2010 йыл 10 ғинуар архивланған.
- Ростиков, Евгений По кому стреляют Куропаты (Еще раз о том, как жертвы немецких фашистов превратили в жертвы «сталинских репрессий») 2012 йыл 22 декабрь архивланған. (неопр.). Завтра (22 августа 2000). Проверено 7 октября 2006.
- Горелик, Евгений Пляски вокруг куропатских могил (неопр.). БДГ (12 июня 2002). Проверено 7 октября 2006.
- Материалы о Куропатах на Katyn.ru 2012 йыл 10 май архивланған.
- Фотографии на Radzima.org
- Шествие в Куропаты: концентрация света 2019 йыл 7 ғинуар архивланған.
- Памятники жертвам политических репрессий за рубежом: Белоруссия 2018 йыл 31 декабрь архивланған.
- Kurapaty — The Road Of Death 2006 йыл 4 ноябрь архивланған.
- Kurapaty forest on Wikimapia
- Twentieth Century Atlas — Death Tolls — Kuropaty