Бисярина Валентина Павловна
Бисярина Валентина Павловна (24 июль 1912 йыл — 19 август 1997 йыл) — совет врач-педиатры, медицина фәндәре докторы, СССР Медицина фәндәре академияһы академигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982).
Бисярина Валентина Павловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 июль 1912 |
Тыуған урыны | Омск, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 19 август 1997 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Омск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | педиатрия[d] |
Уҡыу йорто | Омск дәүләт медицина университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1912 йылдың 24 июлендә Омск ҡалаһында тыуған.
1934 йылда Омск медицина институтын тамамлағас, Ишем тимер юл станцияһында табип булып эшләй.
1936 йылда Омск медицина институтының балалар ауырыуҙары клиникаһында ординатор.
1941 йылдан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында. Фронт дауалау бүлеге (Дала фронты, аҙаҡ 2-се Украина фронты) начальнигының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә, һуғыштың башынан аҙағына тиклем үтә һәм һуғышты Венгрияла тамамлай.
Һуғыш тамамланғандан һуң Омскиҙа эшен дауам итә.
1954 йылда госпиталь педиатрия кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. Фәнни эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә, алдан диагностикалауҙың, күп сирҙәрҙе һөҙөмтәле дауалау һәм профилактикалауҙың яңы ысулдарын тәҡдим итә.
1958 йылда «Состояние сердечно-сосудистой системы при различных формах лёгочного туберкулёза у детей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1]. 1960 йылда профессор дәрәжәһе бирелә. 1990 йылға тиклем кафедра мөдире. Бөтә Рәсәй балалар табиптарының ғилми йәмғиәт идараһы рәйесе (1988 йылдан алып — почетлы) булып тора, балалар табиптарының Бөтә Союз йәмғиәте идараһы, Бөтә Союз кардиологтар ғилми йәмғиәте ағзаһы була[2].
СССР Юғары Советы Президиумаының 1982 йылдың 23 июлендәге ҡарары менән һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн һәм етмеш йәше уңайы менән В. П. Бисяринаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Бер нисә ғалим әҙерләй, улар араһында 45 фән кандидаты һәм 9 фән докторы бар. Уның китаптары һәм әҫәрҙәре танылыу алған, Бисяринаның дәреслектәре төрлө медицина уҡыу йорттарында ҡулланыла. Ҡайһы бер хеҙмәттәре әле лә актуаль.
Бисярина КПСС-тың XXII съезы делегаты, РСФСР Юғары Советы депутаты була, ул Себерҙән беренсе ҡатын-ҡыҙ СССР Медицина фәндәре академияһы академигы (1969 йыл).
Омск ҡалаһында йәшәй. 1997 йылдың 19 авгусында 86-сы йәшендә вафат була. Омск ҡалаһының Иҫке-Көнсығыш зыяратында ерләнгән[3].
Библиография
үҙгәртергә400-ҙән ашыу фәнни эш авторы, улар араһында 8 монография һәм бер нисә дәреслек. Ҡайһы бер әҫәрҙәре:
- В.П.Бисярина. О. Д. Соколова-Пономарева. — Москва: Медицина, 1989. — 62 с. — (Выдающиеся деятели медицины). — 5600 экз. — ISBN 5-225-00319-2.
- В.П.Бисярина. Анатомо-физиологические особенности детского возраста - учебник для отделениний мед. сестер детских учреждений мед. училищ. — Москва: Медицина, 1973. — 223 с. — 120 000 экз.
- В.П.Бисярина и коллектив авторов. Артериальные сосуды и возраст. — Москва: Медицина, 1986. — 221 с. — 30 000 экз.
- В.П.Бисярина. Детские болезни с уходом за детьми и анатомо-физиологические особенности детского возраста. — Москва: Медицина, 1984. — 463 с. — 100 000 экз.
- В.П.Бисярина. Клинические лекции по педиатрии. — Москва: Медицина, 1985. — 383 с. — - 100 000 экз.
- В.П.Бисярина. Ребенок до года - советы родителям. — Москва: Медицина, 1974. — 64 с. — 200 000 экз.
- В.П.Бисярина. Сердце и сосуды при туберкулезе легких у детей. — Москва: Медицина, 1975. — 160 с. — 5000 экз.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
үҙгәртергә- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы
- Ленин ордены (1982)
- Октябрь Революцияһы ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)[4]
- «Почёт Билдәһе» ордены
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Омск ҡалаһының почетлы гражданы
- башҡа наградалары
Хәтер
үҙгәртергә- Омскиҙың 2-се балалар клиник дауаханаһы В. П. Бисярина исемен йөрөтә.
- Омск урамдарының береһенә Валентина Бисярина исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бисярина Валентина Павловна // Биографии медиков(недоступная ссылка)
- ↑ Кутырев А. Г. Бисярина Валентина Павловна // Ишимская энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Бисярина Валентина Павловна (1912—1997) // Медицинский некрополь 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Наградной лист
Һылтанмалар
үҙгәртергәБисярина Валентина Павловна . «Герои страны» сайты.