Омск дәүләт медицина университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Омск дәүләт медицина университеты (ОДМУ) — Омскта юғары медицина уҡыу йорто.

Омск дәүләт медицина университеты
Нигеҙләү датаһы 1921
Рәсми атамаһы Омский государственный медицинский институт
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Омск
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы[2]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Омск, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт omsk-osma.ru
Карта

2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы, вузды Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерә, унда уға «D» рейтинг класы бирелә[3]. 2016 йылда Европа фәнни-сәнәғәт палатаһы ARES-2016 Омск медицина университетына BB-2016 рейтингын (хеҙмәт баҙарында сығарылыш уҡыусыларының ышаныслы белем биреү һәм талап ителеше) бирә, шуның менән ул Европа стандарттары менән университеттар рейтингында 66-сы урынды биләй, шул рәүешле Рәсәйҙең иң яҡшы 10 медицина юғары уҡыу йорто иҫәбенә инә һәм Новосибирск, Санкт-Петербург, Красноярск һәм ошо профилдәге башҡа юғары уҡыу йорттарын уҙып китә[4].

1920 йылда Себер ветеринария-зоотехник институты ҡарамағындағы медицина (дауалау) бүлеге булараҡ ойошторолған. Нигеҙ һалыусыларҙың береһе В.Е.Клячкин була.


1921 йылда, медицина докторы, Себер буйынса һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты вәкиле П. Н. Обросов башланғысы буйынса, бүлек үҙ аллы Көнбайыш-Себер дәүләт медицина институты тип үҙгәртелә.

 
1934 йылда Омск медицина институтын тамамлау тураһында диплом

1931 йылда педиатрия факультеты булдырыла. Уны профессор О. Д. Соколов-Пономарёв ойоштора. 1938 йылда санитар-гигиена факультеты булдырыла (1989 йылда ул медицина-профилактика факультетына күсерелә).

 
Омск медицина институты буйынса дүрт студентты ҡулға алыу тураһында (шул иҫәптән Пантюховты) 1934 йылдың 23 июнендәге бойороҡтан өҙөмтә.

1930-сы йылдарҙа институтта сәйәси мотивтар буйынса студенттар ҡулға алына. Мәҫәлән, Андрей Пантюхов 1934 йылда диплом эшен яҡлау көнөндә ҡулға алына һәм "контрреволюция төркөмдәре ойошторған өсөн" махсус кәңәшмә ҡарары менән өс йылға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына хөкөм ителә[5].

Стоматология факультеты 1957 йылда асыла.

1971 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[6].

2002 йылда фармацевтика факультеты асыла.

2015 йылдың мартына тиклем академия, хәҙер университет булып тора.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.
  4. Татьяна Роденко. ОмГМУ за европейские стандарты вошел в топ-10 лучших вузов для врачей. Новый Омск (12 май 2016). Дата обращения: 12 май 2016. 2016 йыл 13 май архивланған.
  5. Кантор Ю. З. «Я всегда считал, что обязан Вам жизнью» // Дилетант. — 2020. — № 055. — С. 52.
  6. Омский медицинский институт имени М. И. Калинина. 1977 г. — .АЯ библиотека! 2016 йыл 2 июнь архивланған.
  • Медицинские институты (высшие уч. заведения) / Потежин Е. В. // Мёзия — Моршанск. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 16).

Һылтанмалар

үҙгәртергә