«Биг-Мак»[1] (ингл. Big Mac) — McDonald’s компанияһы предприятиеларында тәҡдим ителгән гамбургер. Донъяла, Quarter pounder (Рәсәҙә — «Роял чизбургер») менән бер рәттән, компанияның иң билдәле продукттарының береһе.

Биг-Мак

Продукттың һүрәтләнеше

үҙгәртергә

«Биг-Мак» өс телемгә бүленгән күмәстән (иң өҫкө ҡатына кунжут һибелгән), һәр береһе яҡынса 50(±10) грамм тартҡан ике кәтлиттән, бәләкәй генә сыр киҫәгенән, ике телем маринадланған ҡыярҙан, һуғандан, салат япрағынан һәм соустан тора.

Варианттары

үҙгәртергә
  • «Мега Мак» (ингл. Mega Mac) йәки «Ике ҡатлы Биг-Мак» — 45,4-әр грамлы дүрт кәтлит, тағы бер сыр телеме. Ҡытайҙа, Ирландияла, Сербияла, Японияла, Төркиәлә, Малайзияла һәм Таиландта һатыла.[2] Австралияла, Яңы Зеландияла, Бөйөк Британияла һатылыуҙан туҡтаған; АҠШ менән Канадала осратырға була.
  • «Монстер Мак» — һигеҙ кәтлитле гамбургер. Элегерәк Германияла һатылған.
  • «Маккинли Мак» (ингл.  the Mckinley-Mac — из двух частей) — Аляскалағы тау исеме ҡушылған, шунда ғына һатылған.[3][4][5][6] Тағы Ҙур Биг-Мак (ингл. Bigger Big Mac, һүҙ уйнатыу) билдәле, футбол буйынса 2006 йылғы Донъя чемпионаты осорона промо-продукт.
  • Һиндостанда индустар һыйыр ите ашамағанлыҡтан, "Биг-Мак"ты «Махараджа Мак» тип атайҙар һәм һыйыр ите урынына һарыҡ ите менән эшләйҙәр; хәҙер тауыҡ ите менән дә әҙерләнә.[7][8]
  • «Мак малайы» (ингл.  Son of Mac), йәки Mini Mac, Baby Mac, — бер ҡатлаулы Биг-Мак. Элек Австралияла, Яңы Зеландияла һатылған, хәҙер «Mac Jr» атамаһы менән АҠШ-та осраштырғылай.
  • Израилдә диндарҙар ит ризыҡтары менән һөт ризыҡтарын бергә ашамай, шунлыҡтан Биг-Мактың кашрут төрө һатыла (сырһыҙ).
  • Японияла элегерәк ике кәтлиттең береһе урынына йомортҡа (Mega Egg) һәм помидор (Mega Tomato) менән эшләнгән төрҙәре була. Хәҙер ундайҙар эшләнмәй.

Махсус соус

үҙгәртергә

Атамаһы 1975 йылғы реклама слоганынан алына — "Биг-Мак"ты бөтә ингредиенттары менән бергә тәүләп тәҡдим итеү (ингл.  «Two all beef patties, special sauce, lettuce, cheese, pickles, onions on a sesame seed bun»).

«Биг-Мак» Пенсильвания штатындағы Питтсбург ҡалаһында бер нисә ресторанға идара иткән тәүге франчайзерҙарҙың береһе Пен Джим Деллигатти (ингл. Jim Delligatti) тарафынан уйлап сығарыла. Башта ул Big Boy ресторанындағы шундай уҡ гамбургерға конкурент ролен уйнай, ләкин тиҙҙән иҫ киткес ҙур популярлыҡ яулай, 1968 йылда АҠШ-тың бөтә штаттарында һатыла башлай.

Бөгөн Биг-Мак бөтә донъяла билдәле. The Economist журналы был гамбургерҙы төрлө илдәрҙәге тормош кимәленең күрһәткесе индексы итеп файҙалана (Биг-Мак индексы), сөнки ул күп илдәрҙә бар һәм ауыл хужалығының төп продукттарынан тора. Инглиз телле илдәрҙә бындай ҡарашты «бургерономика» тип атайҙар[9].

Аҙыҡ ҡиммәте

үҙгәртергә

АҠШ-та "Биг-Мак"тың энергетик ҡиммәте — 540 ккал (2260 кДж), унда 29 грамм май, 25 грамм аҡһым бар. Австралияла гамбургер бәләкәйерәк, унда — 480 ккал (2010 кДж), 24,9 грамм май бар[10].

Төрлө илдә стандарт Биг-Мактың сағыштырма аҙыҡ ҡиммәте (көндәлек тәҡдим ителгән норманан % = %)
Ил Калориялылыҡ Углеводтар Аҡһымдар Майҙар Күҙәнәклек Тоҙ Ауырлығы Сығанаҡ
Аргентина  Аргентина 495 ккал 42g (14 %) 24g (32 %) 26g (47 %) 2.5g (10 %) 1083 mg (45 %) 202g .ar
Австралия  Австралия 480 ккал 36.2g 25.3g 24.9g 800 mg 201g .au 2006 йыл 25 июль архивланған.
Бразилия  Бразилия 504 ккал 41g (14 %) 25g (33 %) 27g (49 %) 3.5g (14 %) 1023 mg (43 %) .br 2007 йыл 20 март архивланған.
Канада  Канада 540 ккал 44g (15 %) 24g 29g (45 %) 3g (12 %) 1020 mg (43 %) 209g .ca 2007 йыл 11 декабрь архивланған.
Хорватия  Хорватия 495 ккал 40g (15 %) 27g (36 %) 25g (37 %) 3g (12 %) 2300 mg (46 %) 219g .hr 2022 йыл 9 май архивланған.
Чехия  Чехия 495 ккал (25 %) 40g (15 %) 27g (36 %) 25g (37 %) 3g (12 %) 2300 mg (46 %) 219g .cz 2012 йыл 5 март архивланған.
Дания  Дания 497 ккал 43g 27.1g 24.1g 219g .dk 2007 йыл 12 октябрь архивланған.
Эстония  Эстония 495 ккал 40g 27g 25g 2300 mg 219g .ee(недоступная ссылка)
Финляндия  Финляндия 495 ккал 40g 27g 25g 3g 2300 mg 219g .fi
Франция  Франция 492 ккал 38.9g 26.2g 25.8g 4.2g 900 mg .fr
Германия  Германия 495 ккал 40g 27g 25g 3g 2300 mg 221g .de 2012 йыл 16 июль архивланған.
Греция  Греция 490 ккал 42.5g 27g 24g 5g 2000 mg .gr 2009 йыл 2 май архивланған.
Гонконг  Гонконг 510 ккал 39g 25g 28g 870 mg .hk 2012 йыл 13 июнь архивланған.
Венгрия  Венгрия 495 ккал (25 %) 40g (15 %) 27g (36 %) 25g (37 %) 3g (12 %) 2300 mg (46 %) .hu(недоступная ссылка)
Италия  Италия 505 kcal 43g 27g 25g 4g .it(недоступная ссылка)
Япония  Япония 545 kcal 42.7g 26.1g 25.8g 2g 864 mg 216g .jp 2007 йыл 16 ғинуар архивланған.
Малайзия  Малайзия 484 kcal 46g 26g 23g 730 mg 209g .my 2007 йыл 4 август архивланған.
Мексика  Мексика 600 kcal 50g 25g 33g 4g 1050 mg 219g .mx
Нидерланды  Нидерланд 495 kcal 40g 27g 25g 3g 2300 mg .info(недоступная ссылка)
Новая Зеландия  Яңы Зеландия 464 kcal 33.9g 24g 25.4g 1020 mg 195g .nz 2008 йыл 10 апрель архивланған.
Норвегия  Норвегия 495 kcal (25 %) 40g (15 %) 27g (36 %) 25g (37 %) 3g (12 %) 2300 mg (46 %) .no
Польша  Польша 495 kcal 40g 27g 25g 3g 2300 mg .pl
Россия  Рәсәй 510 kcal 41g 27g 25g 3g 2300 mg 208g .ru 2013 йыл 3 август архивланған.
ЮАР  КАР 559 kcal 49.3g 27.7g 24.89g 4.6g 801.98 mg .za 2008 йыл 30 октябрь архивланған.
Республика Корея  Корея Республикаһы 535 kcal 46g (14 %) 27g (45 %) 29g (57 %) 750 mg (22 %) 219g .kr 2010 йыл 29 сентябрь архивланған.
Швеция  Швеция 495 kcal 40g 27g 25g 3g 2300 mg .info(недоступная ссылка)
Швейцария  Швейцария 495 kcal 40g 27g 25g 3g 2300 mg .info(недоступная ссылка)
Великобритания  Бөйөк Британия 493 kcal 44g 26.7g 22.9g 5.9g 2000 mg .uk 2006 йыл 5 май архивланған.
США  АҠШ 540 kcal 45g (15 %) 25g (45 %) 29g (45 %) 3g (12 %) 1040 mg (43 %) 214g .us 2008 йыл 10 апрель архивланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә