Беренсе Мәскәү процесы
Беренсе Мәскәү процесы, рәсми исеме — «советтарға ҡаршы берләшкән Троцкий-Зиновьев үҙәге» процесы, шулай уҡ «ун алты процесы» тигән исем аҫтында билдәле — Мәскәү процестары тип исемләнгән процестарҙың беренсеһе, алдағы йылдарҙа әүҙем оппозиция ҡатнашыусылары һәм элекке партия етәкселәре төркөмө өҫтөнән ғибрәт алырлыҡ суд эше. Эш СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан 1936 йылдың 19-24 авгусында ҡарала. Төп ғәйепләнеүселәре — Г. Е. Зиновьев һәм Л. Б. Каменев. 1988 йылда хөкөм ҡарары юҡҡа сығарыла, ә хөкөм ителгәндәрҙең барыһы ла, уларҙың ғәмәлдәре составында енәйәт булмау сәбәпле, аҡлана.
Хөкөм ҡарары һәм процесс
үҙгәртергәТикшереү Г. Г. Ягода һәм Н. И. Ежов етәкселегендә 1936 йылдың 5 ғинуарынан 10 авгусҡа тиклем алып барыла. Ҡулға алынғандар араһында 1935 йылдың ғинуарында «Мәскәү үҙәге» эше буйынса быға тиклем хөкөм ителгән Г. Е. Зиновьев һәм Л. Б. Каменев та була. 1936 йылдың 15 авгусында СССР Прокуратураһы НКВД үткәргән тикшереү һөҙөмтәләре һәм заговорсылар һәм террористар төркөмө судҡа бирелеүе тураһында хәбәр итә[1].
Эш Мәскәүҙә Союздар Йортоноң Октябрь залында ҡарала. суд асыҡ ултырышта үткәрелә. 1936 йылдың 19 авгусында армия хәрби юристы В. В. Ульрихт етәкселегендә (суд составында И. О. матулевич, И. Т. Никитченко, И. Т. Голяков, секретарь А. Ф. Костюшко, прокурор А. Я. Вышинский) эште ҡарауға тотона.
Хөкөмгә тарттырылыусылар үҙ-ара бәйләнмәгән ике төркөмдө тәшкил итә.
Бер төркөмгә 1926—1927 йылдарҙа «берләшкән оппозицияла» торған билдәле большевиктар, инә:[2]
- Зиновьев Григорий Евсеевич
- Каменев Лев Борисович
- Евдокимов Григорий Еремеевич
- Бакаев Иван Петрович
- Мрачковский Сергей Витальевич
- Тер-Ваганян Вагаршак Арутюнович
- Смирнов Иван Никитичг
- Дрейцер Ефим Александрович
- Рейнгольд Исаак Исаевич
- Пикель Ричард Витольдович
- Гольцман Эдуард Соломонович
Улар Л. Д. Троцкий директиваһына ярашлы ВКП(б) һәм Совет хөкүмәте етәкселәрен үлтереүҙе ойоштороу өсөн берләштергән Троцкмй- Зиновьев террористик үҙәген булдырыуҙа; 1934 йылдың 1 декабрендә Ленинград йәшерен террористик төркөмөаша Кировты яуыҙҙарса үлтереүҙе әҙерләйҙәр һәм башҡарыуҙа; И. В. Сталин, К. Е. Ворошилов, А А. Жданов, Л. М. Каганович, Г. К. Орджоникидзе, Б. В. Косиора, П. П. Постышевтарҙың үлтереүен әҙерләгән бер нисә террористик төркөм ойоштороуҙа ғәйепләнәләр.
Икенсе төркөмгә СССРға эмиграцияланған Германия Компартияһының элекке 5 ағзаһы инә[2], уларҙың ҡайһы берҙәре ҡасандыр Һул оппозицияға теләктәшлек белдергән, башҡалары НКВД агенттары була[3][4].
- Круглянский Илья-Давид Израилевич (Фриц-Давид)
- Ольберг Валентин Павлович
- Берм-Юрин Кон Борисович
- Александр Эмель
- Лурье Натан Лазаревич
Ғәйепләү версияһы буйынса, 1932 йылдың көҙөндә, Л. Д. Троцкийҙың күрһәтмәләрен үтәп, СССР-ҙа йәшерен троцкистар ойошмаһы йәшерен Зиновьев ойошмаһы менән берләшеүгә көс һалына. Үҙәккә троцкистар Смирнов, Мрачковский һәм Тер-Ваганян һәм зиновьевсылар Каменев, Евдокимов, Бакаев һәм Зиновьев үҙе берләшәләр. Уларҙың маҡсаты — власты яулау. Ғәйепләү раҫлауынса, заговорсылар халыҡтан таяныс көтә алмай, сөнки СССР Сталин етәкселегендә социализмды уңышлы төҙөй. Шуға күрә бер юл ғына ҡала — Сталинды һәм башҡа партия һәм хөкүмәт башлыҡтарын үлтерергә.
Бөтәһе лә 1932 йылдың мартында Троцкийҙың асыҡ хатынан башлана. Хаттың бер экземпляры Э. С. Гольцмандың сумаҙанында табыла. Троцкий, йәнәһе, Норвегиянан фетнә менән етәкселек итә, ә Зиновьев һәм Каменев, 1932 йылдың аҙағынан 1933 йылға тиклем — һөргөндә, ә 1935—1936 йылдарҙа ҡулға алынып, ОГПУ-ның күҙәтеүе аҫтында булыуға ҡарамаҫтан — төп заговорсылар. Шифрлы яҙмаларҙы, йәнәһе, заговорсыларға Смирнов тапшыра (ул 1933 йылдың ғинуарынан төрмәлә ултыра). Ғәйепләү материалдары буйынса үҙәк Николаев-Котолынов төркөмөнә Кировты Ленинградта үлтерергә команда бирә. Смирновтың күрһәтмәһен үтәп, Гольцман 1932 йылдың көҙөндә Троцкийҙың улы Лев Седов һәм Троцкийҙың үҙе менән Копенгаген отеле «Бристон»да осраша. Тап шунда Троцкий Сталинды юҡ итергә кәрәк, тип әйтә. 1934 йылда Бакаев, Рейнгольд һәм Дрейцер ике тапҡыр күрһәтмәне үтәргә маташалар, әммә бер нәмә лә килеп сыҡмай. 1935 йылда Берман-Юрин һәм Фриц Давид Коминтерндың VII конгресында Сталинды үлтерергә теләйҙәр, әммә бында ла бер нимә лә килеп сыҡмай: беренсеһен бинаға үткәрмәйҙәр, ә икенсеһе үҙенең браунингы менән залға үтә, әммә Сталинға яҡынлашыу мөмкинлеге булмай. Троцкийҙың бойороғона буйһоноп, Ольберг Беренсе Май тантанаһында Сталинды үлтерергә маташа, әммә өлгөрмәй, сөнки уны ҡулға алалар. Натан Лурье ла заданиены үтәй алмай — ул Каганович менән Орджоникидзены Силәбегә килгән саҡта атып үлтерергә тейеш була. Һуңынан ул Ждановты ла 1936 йылда Ленинградта Беренсе Май байрамында ата алмай, сөнки Жданов унан бик алыҫ булып сыға[5].
Хөкөм ителеүселәрҙең үҙҙәре өҫтөнән ялған күрһәтмә биреүҙән тыш, берҙән-бер иҫбатлаусы дәлил Ольбергтың Гондурас паспорты булып тора, берҙән-бер шаһит — Смирновтың элекке ҡатыны А. Н. Сафонова, ул үҙе лә заговорсы булараҡ хөкөм ителә. Гольцман 1932 йылда «Бристоль» отелендә Лев Седовтан Троцкийҙың күрһәтмәләрен ала. Әйтергә кәрәк, Л. Д. Троцкий Мексикала 1937 йылдың башында эшләгән Дьюи комиссияһына улы Седовтың Данияла 1932 йылда була алмауы буйынса кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтерә. Террористик ғәмәлдәрҙең генераль планы (Троцкийҙың 1932 йылғы хаты) дәлилләүсе барыһы Бюллетендә баҫтырылған «асыҡ хат» булып сыға. Был хатта Троцкий февралдә уны һәм уның ғаиләһен гражданлыҡтан мәхрүм итеү буйынса указға яуап итеп Сталинды уның курсы партияны һәм илде көрсөккә индереүҙә ғәйепләй һәм хаттың аҙағында ошолайтып яҙа: «Ниһайәт, Лениндың һуңғы ҡәтғи талабын башҡарыр кәрәк — Сталинды алып ташларға». Шулай итеп, «Бюллетень» билдәләүенсә, Ленин 1936 йылда төп террорист булып сыға. Әммә «убрать» һәм «убить» һүҙҙәренең уйҙырма оҡшашлығына таянып бөтә ғәйепләү эше төҙөлә[6] (1956 йылда Сафонова СССР прокуратураһына, Зиновьев, Каменев, Мрачковский, Евдокимов һәм Тер-Ваганяндыҡы кеүек, уның күрһәтмәләре «90 процентҡа ысынбарлыҡҡа тап килмәй» тип хәбәр итә; ысынбарлыҡтың шартлы 10 проценты — 1931—1932 йылдарҙа ғәмәлдә булған реаль оппозицион ойошма, реаль осрашыуҙар, башҡа урындарҙа һәм башҡа маҡсаттар менән, ҡулға алынғанда Гольцмандың сумаҙанында табылған «Бюллетень оппозиции» һандары һәм башҡалар «террористик» сюжеттың нигеҙе була ла инде[7][8]).
Тағылған ғәйепләүҙәрҙе ҡулға алынғандарҙың бөтәһе лә тиерлек таный, бары тик И. Н. Смирнов һәм Э. С. Гольцман алдағы тикшереүҙә лә, һуңғыһында ла террористик эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙан баш тарталар, шул уҡ ваҡытта улар йәшерен оппозицион ойошма эшендә ҡатнашыуыуҙарын танырға әҙер булалар (өҫтәүенә, И. Смирнов ошо уҡ ғәйепләнеүҙәр буйынса 1933 йылда хөкөм ителә һәм 5 йылға иркенән мәхрүм ителә) Бер нимәгә ҡарамаҫтан, 16 хөкөм ителеүсе ғәйепле тип таныла, 1936 йылдың 24 авгусында уларҙы юғары язаға — атып үлтереүгә — хөкөм итәләр. 1936 йылдың 25 авгусында хөкөм үтәлә.
1988 йылдың 13 июнендә СССР Юғары суды ғәйепләнеүселәрҙең ғәмәлдәрендә енәйәт составы булмау сәбәпле хөкөмдө юҡҡа сығара.
Процесс эҙемтәләре
үҙгәртергә1937 йылдың март айында Мексикала Троцкий һәм уның яҡлылары Дьюи комиссияһы тарафынан «контр-процесс» үткәрәләр. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә әлеге комиссия Лев Троцкийҙы ғәйепһеҙ тип таный.
Ҡайһы бер ғәйепләнеүселәр (Каменев, Зиновьев һәм Рейнгольд) үҙҙәренең күрһәтмәләрендә теге йәки был кимәлдә контрреволюцион эшмәкәрлектә ҡатнашҡан М. П. Томскийҙы, Н. И. Бухаринды, А. И. Рыковты, Н. А. Углановты, К. Б. Радекты, Л. Г. Пятаковты, Л. П. Серебряковты һәм Г. Я. Сокольниковты телгә алалар[9]. 1936 йылдың 22 авгусында Вышинский ошо кешеләргә ҡарата тикшереү башланасаҡ, Ә Серебряков менән Сокольников йәлеп ителгән инде, тип белдерә. Вышинскийҙың белдереүен уҡыу менән Томский үҙ дачаһында үҙ-үҙенә ҡул һала. 1936 йылдың 10 сентябрендә, бәләкәй икенсе биттәге яҙмаларҙы, «Правда» гәзитендә бәләкәй генә мәҡәләлә Рыков менән Бухаринды ғәйепләү эше, уларҙың енәйәтсел эшмәкәрлеге тураһындағы ниндәй ҙә булһа дәлилдәр булмау сәбәле, туҡтатыла, тип белдерелә. Тиҙҙән Радек менән Пятаков ҡулға алына. Ахыр сиктә, Вышинский телгә алған кешеләр, вафат булған Томскийҙан башҡа, ҡулға алыналар һәм 1937—1938 йылдарҙа язаланалар. 1936 йылдың 26 сентябрендә Генрих Ягода НКВД наркомы вазифаһынан бушатыла, уның урынына Н. И. Ежов тәғәйенләнә[10].
Пропаганда кампанияһы
үҙгәртергәСССР Прокуратураһының 1936 йылдың 15 авгусындағы белдереүенән һуң матбуғатта «Троцкий-Зиновьев бандаһын» ғәйепләү буйынса күп һанлы мәҡәләләр баҫтырыла[1]. Мәҫәлән, 17 августа, «Правда» гәзитендә «Ил әшәке үлтереүселәрҙе ҡәһәрләй» исеме аҫтында мәҡәлә донъя күрә. Суд барышында «Правда» гәзите көн һайын уның стенограммаһын баҫтыра. 20 августа "Әҙәби гәзите"ндә «Ҡәбәхәтте юҡ итергә!» исемле мөхәррир мәҡәләһе сыға. 21 августа «Правда» гәзитендә «Ер йөҙөнән юҡ итергә!» тигән коллектив хат баҫтырыла. Уның аҫтында 16 билдәле яҙыусы ҡул ҡуйған: П. Ставский, К. А. Федин, В. М. Киршон, А. Н. афиногенов, Б. Л. Пастернак, Л. Н. Сәйфуллина, И. Ф. Жига, В. Я. Кирпотин, В. Я. Зазубрин, Н. Ф. Погодин, В. М. Бахметьев, А. А. Карававаева, Ф. А. Панферов, Л. М. Леонов[11].
«Вестник Академии наук СССР» журналындағы баш мәҡәләнән өҙөк (1936—1937 йылдар):
Процесс көндәрендә әлегә совет ерен бысратҡан ошо әшәке үлтереүселәр бандаһы, профессиональ үлтереүселәр эшлеклелеге менән судҡа эшләгән һәм әҙерләгән яузлыҡтары тураһында һөйләне. Троцкий-Зиновьев үҙәгенә берләшкән әҙәм аҡтыҡтары үҙҙәренең әшәке эшмәкәрлеген башҡарыу өсөн тарихта булмаған провокация, хыянатсылыҡ һәм ялғанлылыҡ ысулдарын ҡулланалар; көрәш ҡоралы итеп улар әҙәм аҡтыҡтарының иң бысраҡ арсеналдарынан иң намыҫһыҙ һәм енәйәтсел нәмәләрҙе һайлайҙар. Йылдар дауамында провокациялар, диверсиялар, шпионаж һәм үлтереүҙәрҙе әҙерләү өсөн тоҙаҡ ҡоралар. Һөйөклө халыҡ трибуны, Ленин-Сталин эше өсөн ялҡынлы көрәшсе, һөйкөмлө кеше Сергей Миронович Кировтың һәләк булыуы — ошо ерәнгес кеше үлтереүселәрҙең эше. Зиновьев, Каменев, Евдокимов, Смирнов, Бакаев һәм башҡа ҡатилдарҙың күрһәтмәләрендә булмаған енәйәттең үҙе юҡ. Һәм улар бөтәһе лә төп енәйәтсе һәм бөтә ошо яуызлыҡтарҙың илһамландырыусы, Иуда исеме һәм эштәре менән дан алған Троцкий менән айырылмаҫлыҡ бәйле. Нәҡ ул — Троцкий кеше үлтереүселәрҙе бөйөк коммунизм башлыҡтарына ҡаршы террорҙы үтәү өсөн Троцкий-Зиновьев үҙәген берләштергән. Нәҡ ул — Троцкий Германия йәшерен фашистик полицияһы (гестапо) менән берлектә социалистик илдең иң мөһим оборона һәм халыҡ хужалығы участкаларында шпион диверсион ауын ҡора. Нәҡ ул — Троцкий, власты үҙ ҡулдарына алырға хыялланып, Советтар Союзына ҡаршы һуғышҡа ҡотҡо һала. Ерәнгес Иуда, әшәке хыянатсы һәм кеше үлтереүселәр башлығы булараҡ, тарих суды менән уға хурлыҡлы тамға һалына[12]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 В. Роговин. 1937. Глава II.
- ↑ 2,0 2,1 «На процесс допускаются по спискам, утверждённым т. Ежовым» Документы РГАСПИ о «процессе 16-ти». 1936 г.
- ↑ В. Роговин. 1937. Глава I.
- ↑ А. Орлов. Тайная история сталинских преступлений
- ↑ Такер Р. Сталин. История и личность. М., Весь Мир, 2006. С. 633
- ↑ Такер Р. Сталин. История и личность. М., Весь Мир, 2006. С. 635—636
- ↑ В. Роговин. 1937. Глава IX
- ↑ Записка Комиссии Президиума ЦК КПСС в Президиум ЦК КПСС о результатах работы по расследованию причин репрессий и обстоятельств политических процессов 30-х годов
- ↑ В. Роговин. 1937. Глава X.
- ↑ В. Роговин. 1937. Глава XII.
- ↑ З. Прилепин «Леонид Леонов. Игра его была огромна».
- ↑ Усилить революционную бдительность! // Вестник АН СССР. 1936. № 8/9. С. 1.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Процесс троцкистско-зиновьевского террористического центра (19—24 августа 1936 г.). — СПб.: Арт-Экспресс, 2018. — 260 с. — ISBN 978-5-4391-0350-8.
- Реабилитация: Политические процессы 30—50-х гг. — М.: Издательство политической литературы, 1991. — С. 171—190.
- Роговин В. З. 1937. — М.: б.и., 1996.
- О так называемом «Антисоветском объединенном троцкистско-зиновьевском центре» // Известия ЦК КПСС. — 1989. — № 8.
- «На процесс допускаются по спискам, утверждённым т. Ежовым» Документы РГАСПИ о «процессе 16-ти». 1936 г // Отечественные архивы. — 2008. — № 2. — С. 113—128.
- Гинцберг А. И. Московские процессы 1936—1938 гг // Новая и новейшая история. — 1991. — № 6. — С. 10—23.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Стенограмма Военной Коллегии Верховного Суда СССР по делу троцкистско-зиновьевского террористического центра 2019 йыл 30 апрель архивланған.. РГАСПИ. Ф. 17. Оп. 171. Д. 381—384
- Газета «Правда» от 21 августа 1936 г. 2011 йыл 3 ғинуар архивланған.
- Газета «Коммунист» (Ереван) от 18 августа 1936 г. 2009 йыл 10 сентябрь архивланған.