Серго Орджоникидзе

Григорий Константинович Орджоникидзе (груз. გრიგოლ კონსტანტინეს ძე ორჯონიკიძე; партия ҡушаматы Серго (груз. სერგო; 24 октябрь 1886 йыл — 18 февраль 1937 йыл) — грузин сығышлы Рәсәй революционеры (большевик), дворяндарҙан; ВКП(б) һәм СССР-ҙың иң күренекле етәкселәренең береһе[7].

Серго Орджоникидзе
груз. გრიგოლ კონსტანტინეს ძე ორჯონიკიძე
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Псевдоним Серго[3]
Тыуған көнө 12 (24) октябрь 1886
Тыуған урыны Хореша[d], Кутаиси губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[4][5][6] (50 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[4]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, металлург, революционер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d], Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы VI съезд РСДРП(б)[d], РКП(б)-ның VIII съезы[d], РКП(б)-ның IX съезы[d], РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d], РКП(б)-ның XIII съезы[d], ВКП(б)-ның XIV съезы[d], ВКП(б)-ның XV съезы[d], ВКП(б)-ның XVI съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d] һәм СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
 Серго Орджоникидзе Викимилектә

Беренсе урыҫ революцияһында[7], Ирандағы Конституцион революцияһында[8] һәм 1917 йылғы Петроградтағы Октябрь ҡораллы ихтилалында ҡатнашыусы[8]. Граждандар һуғышы осоронда Украинала РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының ваҡытлыса ғәҙәттән тыш комиссары итеп тәғәйенләнә (1918) һәм Рәсәй көньяғында (1918) Терск Совет Республикаһының оборона комитетын (1919) етәкләй[9]һәм Төньяҡ Кавказ революцион комитетын (1920) етәкләй. Әзербайжанда, Әрмәнстанда һәм Грузияла урындағы хөкүмәттәрҙе ҡолатыуҙа һәм большевиктар өҫтөнлөгендә Кавказ аръяғы федерацияһын ойоштороуҙа төп ролдәрҙең береһен уйнай[8].

ВКП(б)-ның Кавказ аръяғы (1924—1926) һәм Төньяҡ-Кавказ (1926) край комитеттары секретары; эшсе-крәҫтиән инспекцияһы (1926—1930) һәм ауыр сәнәғәт (1932—1937) наркомы, шулай уҡ СССР ВСНХ (1930—1932) рәйесе. СССР-ҙа индустриялаштырыу процесы менән етәкселек итә[8].

Яҡут Башҡарма комитеты Советы (1917), партия Үҙәк Комитеты (1912—1917, 1921—1927 һәм 1934—1937), Дон Совет Республикаһының Үҙәк башҡарма комитеты[8], Үҙәк Комитеты Урыҫ бюроһы (1912),Үҙәк Комитеты Кавказ бюроһы (1920—1922), ВКП(б) Үҙәк Контроль комитеты (1927—1934) һәм ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы (1930—1937) ағзаһы булып тора.

Этник сығышы

Серго Орджоникидзе — этник сығышы буйынса грузин. 8-се Бөтә Рәсәй эшселәр, крәҫтиәндәр, Ҡыҙыл Армия һәм казак депутаттары Советы делегаты анкетаһында милләт графаһында шулай уҡ яҙылған[10]. Әммә әйтергә кәрәк, батша осорондағы документтарҙа уның этник сығышы буйынса төрлө күһәтмәләр бирелгән. 1906 йылдың 7 ноябрендә полиция департаментына ебәрелгән мәғлүмәттәр буйынса, ул — имеретин[11], әммә имеретиндар — грузиндарҙың этнографик төркөмдәренең береһе[11]. 1907 йылдың 12 ноябрендәге шул уҡ жандарм идаралығы мәғлүмәттәре буйынса ул грузин тип күрһәтелгән.

Тормош юлы үҙгәртергә

Григорий (Серго) Орджоникидзе 1886 йылдың октябрендә Амашукт йәмғиәтенең Гореша ауылында (ҡайһы бер документтарҙа Кореша) тыуған (Кутаисси губернаһы, Шорапан өйәҙе, хәҙерге ваҡытта — Имеретия крайы, Харагаул муниципалитеты). Атаһының исеме Константин (Котэ) Николаевич Орджоникидзе, ә әсәһе — Евпраксия Григорьевна Тавзарашвили, ул улы тыуғас, алты аҙнанан ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Орджоникидзе ваҡ алпауыт ерҙәренә хужа дворяндар нәҫеленә ҡараған ғаиләлә тыуа. Батша осорондағы документтарҙа Серго Орджоникидзе тураһында «дворян», «Кутаис губернаһы дворяны» кеүек күрһәтмәләр бар[12]. Сергоның ҡатыны — Зинаида Гавриловна, уның атаһы Константин (Котэ) дворяндарҙан булыуына ҡарамаҫтан:

  уның кукуруз сәскән бер ҙур булмаған ер участкаһы була. Йыйылған уңыш бер нисә айға ғына етә, һәм Константин ғиләһен аҫраү өсөн Чиатурға аҡса эшләргә китә торған була, унда ул үгеҙҙәрҙә марганец мәғдәнен Чиатурҙан Зестафониға ташый[13].  

1898 йылдың яҙында Харагаули ауылындағы ике класлы училище тамамлай. Ошо уҡ йылдарҙа етем ҡала.

1901—1905 йылдарҙа Михайловка ҡала хәстаханаһы ҡарамағындағы фельдшер мәктәбендә уҡый. 1903 йылдан — РСДРП ағзаһы, большевик[14]. Тифлис ҡалаһында В. К. Курнатовский менән таныша. Камо уҡыусыһы[15][16].

1904 йылда тәүге тапҡыр легаль булмаған әҙәбиәт һаҡлаған өсөн ҡулға алына. 1905 йылдың сентябренән — Гудаутта,Кавказ аръяғында Беренсе рус революцияһында әүҙем ҡатнаша. Сит илдән ҡорал алаған саҡта ҡулға алына, 1905 йылдың декабренән 1906 йылдың майына тиклем — Сухум төрмәһендә.Башҡа тотҡондар менән ҡасырға ниәтләй, әммә ҡасыу килеп сыҡмай, ышаныслы ҡулдарға тапшырыла[17]. Шул уҡ йылдың авгусында Германияға ялған паспорт буйынса китә, киләһе йылда Берлиндан ҡайта. Баҡы РСДРП ойошмаһы ағзаһы, нефть промыслаларында фельдшер булып эшләй[14][18]. 1 майҙа демонстрацияла ҡатнашҡан өсөн ҡулға алына[17].

1907 йылдың ноябрендә яңынан ҡулға алына, Сухум һәм Баҡы төрмәләрендә тотола. Мәңгелеккә Себергә һөргөнгә ебәрелә, артабан 1909 йылдың февралендә Енисей губернаһы Пинчуг улусы Потоскуй ауылына күсерелә (Хәҙер Красноярск крайы). Ҡасып, Баҡыға ҡайта, Персияға китә һәм унда революцияла ҡатнаша[19]. 1910 йылдың аҙағында Парижға китә 1911 йылдың яҙында Лонжюмола Ленин партия мәктәбендә уҡый[20].

Лениндың заданиеһы буйынса, 1911 йылдың йәйендә Рәсәйгә Бөтә рәсәй конференцияһын саҡырыу буйынса Сит ил вәкилдәре етәксеһе булараҡ ҡайта[21]? конференция 1912 йылдың ғинуарында Прагала уҙа (РСДРП-ның VI конференцияһы). Тифлис ойошмаһы делегаты була[22], РСДРП(б) Үҙәк Комитетының Урыҫ бюроһы һәм Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана[23].

1912 йылдың 14 апрелендә Петербург ҡалаһында ҡулға алына, 3 йыл каторгаға хөкөм ителә, уны ул Шлиссельбург ҡәлғәһендә үткәрә, һуңынан Якутскиға һөрөлә, унда ул табип булып эшләй. 1917 йылдың июнендә Петроградҡа әйләнеп ҡайта. РСДРП(б) ҡала комитеты һәм Петроград Советы Башҡарма ағзаһы[20]. РСДРП(б)-ның VI съезы делегаты. Әүҙем ҡатнаша 1917 йылғы Октябрь революцияһында әүҙем ҡатнашыусы. Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссия (ВЧК) составына индерелә (ҡыҫҡа ваҡытҡа)[24].

Граждандар һуғышы йылдарында — армияла етәкселек вазифаһында була, Деникинды тар-мар итеүҙең ойоштороусыларының береһе. Орджоникидзе Көньяҡ районында Ғәҙәттән тыш комиссары итеп тәғәйенләнә.

Орджоникидзе Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Грузия хөкүмәттәрен ҡолатыуҙа һәм ЗСФСР-ҙы булдырыуҙа туранан-тура ҡатнаша.

1912—1917, 1921—1927 йылдарҙа һәм 1934 йылдан алып партия Үҙәк Комитеты ағзаһы.

Юғары етәкселек составында үҙгәртергә

1926 йылдың июль-ноябрендә ВКП(б Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат. 1926 йылдың сентябренән — РКП(б Төньяҡ Кавказ крайкомының беренсе секретары. 1926—1930 годах Орджоникидзе — председатель ЦКК ВКП(б), нарком РКИ и зам. председателя СНК СССР. 1930 йылдан — ВСНХ рәйесе, һуңынан — ауыр сәнәғәт наркомы[25].

1930—1937 йылдарҙа — ВКП(б Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы. СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 1-7 саҡырылышы делегаты.

1936 йылда Орджоникидзеның өлкән ағаһы Павел (Папулия) ҡулға алына. Ағаһының ҡулға алыныуы тураһында хәбәрҙе Орджоникидзе Кисловодскиға 1936 йылдың октябрендә, үҙенең 50 йәшлек юбилей көнөндә, ала. Орджоникидзеның ҡатыны хәтерләүенсә, 27 октябрҙә Пятигорскиҙа Сергоның 50-йәшлегенә арналған тантаналы ултырыш уҙғарыла. Серго үҙе барырға теләмәй, ҡатыны ултырышта ҡатнаша. Октябрь аҙағында Серго Мәскәүгә китә, унда, рәсми совет версияһы буйынса, уның йөрәк өйәнәге була[26], әммә бик күп юғары совет эшмәкәрҙәренең Сергоның үҙ-үҙенә ҡул һалыуы тураһында шаһитлығы һәм фекерҙәре бар.

Сталин һәм Орджоникидзе үҙгәртергә

Файл:В день 50-летия Генерального секретаря ЦК ВКП(б) И. В. Сталина.jpg
Иосиф Сталиндың 50-йәшлек юбилейында, 21 декабрь 1929 йыл.

1907 йылда Орджоникидзе бандитизмда ғәйепләнеп ҡулға алына һәм Баҡылағы Баил төрмәһенә ябыла. Шунда, 3-сө камерала ул Иосиф Джугашвили менән (ул ваҡытта Коба партия псевдонимы аҫтында билдәле)[27]таныша. Шул ваҡыттар улар араһында бик йылы мөнәсәбәттәр булдырыла; Орджоникидзе Сталин «һин» тип өндәшкән һирәк кешеләр араһынан була. Надежда Аллилуеваның үҙ-үҙенә ҡул һалғандан һуң нәҡ Орджоникидзе һәм Киров иң яҡын дуҫтары булараҡ төндө Сәшәкеталин йортонда уҙғаралар.

Сталиндың тоғро көрәштәше булыуға ҡарамаҫтан Орджоникидзе шулай ҙа «элекке большевиктарҙы» юҡ ите менән ризалаша алмай. Партия линияһына бер ҡасан да рәсми рәүештә ҡаршы сыҡмаған компартия ағзаларына ҡаршы репрессиялар Кировты үлтергәнгә тиклем бик һирәк күренеш булһа, һуңынан ғәҙәти хәл булып китә. Орджоникидзе, атап әйткәндә, күмәк ҡоротҡослоҡты фаш итеүҙә маташыуҙар менән килешергә теләмәй.

1930-сы йылдар башында Сталин Төньяҡ Кавказда Орджоникидзеның үрләтелгән дуҫтарын һәм дуҫтарын етәксе вазифаларынан бушата; Сталин менән Орджоникидзе араһында бик ҡаты конфликттар булып ала. Шуға ҡарамаҫтан Орджоникидзе йәбергә эләккән хеҙмәттәштәренә ярҙам итеүен дауам итә[28]. Ошо уҡ ваҡытта Сталиндың башланғысы буйынса Кавказ аръяғы партия ойошмаһына Л. П. Берия тәғәйенләнә. Орджоникидзе Берияны әшәке һәм араны бутаусы кеше, тип һанай һәм ошо сәбәпле Сталин менән уның мөнәсәбәттәре ҡатмарлаша[29].

1937 йылдың сентябрендә ҡулға алынған Кавказ аръяғы крайкомының беренсе секретары Иван Орахелашвили ошондай күрһәтмәләргә ҡул ҡуя[30]:

Серго Орджоникидзе менән бик тығыҙ бәйләнештә булып, мин уның партияға ҡаршы контрреволюцион ҡарашлыларға ҡурсалаусан һәм килешеүсән булыуына шаһит булдым. Иң тәүге нәүбәттә, был Бесо Ломинадзеға ҡарата һиҙелә ине. Серго Орджоникидзеның фатирында Бесо Ломинадзе минең алдымда партия етәкселегенә ҡарата бер нисә контрреволюцион дошмансыл сығышынан һуң Сталинды мыҫҡыл итте. Минең Ломинадзеның был контрреволюцион оятһыҙлығына аптыраулы ҡарашҡа Орджоникидзе миңә йылмайып ҡарап, өндәште: «Ҡара һин уны!» — һәм бынан һуң да тыныс тонда Ломинадзе менән һөйләшеүен дауам итте… Ғөмүмән, мин әйтергә тейешмен, Серго Орджоникидзеның фатиры, ә ял көндәрендә уның Волынскийҙағы дачаһы, һуңынан Сосновкала, йыш ҡына контрреволюцион ойошмаһы ағзаларының йыйылыу урыны булды, улар Серго Орджоникидзены көткән ваҡытта асыҡтан-асыҡ конттрреволюцион һөйләшеүҙәр алып баралар ине һәм хатта Орджоникидзе үҙе килеп ингәс тә, туҡтамайҙар ине .

Артабан Сталин менән мөнәсәбәттәрҙең көсөргәнешлеге Беренсе Мәскәү процесынан һуң көсәйә. Процестан һуң, иң тәүге сиратта, иҡтисади наркоматтарында кадрҙар таҙартыу башлана (уларҙы элекке оппозиционерҙар булараҡ сәйәсәткә яҡынлатмайҙар. СССР ауыр сәнәғәте Халыҡ Комиссариаты хеҙмәткәрҙәренең күпселеге ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Орджоникидзе уларҙы ғәҙел булмаған репрессияларҙан ҡотҡарырға тырыша[31].


 
Һулдан уңға: А. И. Микоян, И. В. Сталин, Г. К. Орджоникидзе (Тифлис, 1925 йыл)

ВКП(б)Үҙәк Комитетының февраль-март (1937 йыл) пленумында Орджоникидзе «япон-немец-троцкист агенттарының ҡоротҡослоҡ, диверсия һәм шпионажы һабаҡтары тураһында» доклад менән сығыш яһарға тейеш була. Ошоға бәйле Орджоникидзе етәксе хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бер нисә кәңәшмә үткәрә һәм НКВД-ның мәғлүмәттәрен тикшереү өсөн «Уралвагонстрой»ға, «Кемеровкомбинатстрой»ға Донбасс кокс-химик сәнәғәте предприятиеларына комиссия ебәрә. Тупланған мәғлүмәттәр буйынса Орджоникидзе үҙенең доклады буйынса ҡарар проекты әҙерләй. Проектта ауыр сәнәғәттә ҡоротҡослоҡоң сәскә атыуы тураһында түгел, наркомат эшендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса һүҙ бара. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, әлеге проектты Сталин тәнҡитләгән.

Үлеме үҙгәртергә

1937 йылдың 18 февралендә, Үҙәк Комитеттың февраль-март пленумынан биш көн элек, вафат була. Рәсми рәүештә иғлан ителгән үлем сәбәбе — инфаркт.

 
Кремль диуарында ҡәберташ плитәһе
 
Орджоникидзе ҡатынының һәм ҡыҙының ҡәберлеге, Новодевичий зыяраты

Орджоникидзеның үлем сәбәбе тураһында төрлө версиялар бар. Ольга Шатуновская үҙенең телетапшырыуында Орджоникидзеның ҡатыны Зинаида Гавриловна һүҙҙәренән, Орджоникидзе үҙ-үҙен атып үлтергән, тип һөйләй. Әммә шул уҡ ваҡытта Орджоникидзеның ҡатыны ҡайһы бер башҡа кешеләргә, Сергоны үлтерҙеләр, тип һөйләгәненә шаһиттар бар. Анастас Микояндың улы Серго Микоян, мәҫәлән, атаһы Серго үҙ-үҙен үлтереүендә шикләнмәй ине, тип хәбәр итә[32]. Тарихсы О. Хлевнюк шулай уҡ үҙ-үҙенә ҡул һалыу версияһы яҡлы[26].

СССР Министрҙар Советы эштәр идарасыһы Михаил Смиртюков, Орджоникидзе үҙ-үҙен атып үлтерҙе, тип һанаған[33].

Орджоникидзе 21 февралдә Мәскәүҙә Кремль диуары янында Ҡыҙыл майҙанда ерләнә.

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Ҡатыны — Зинаида Гавриловна, ҡыҙ фамилияһы Павлуцкая (1894—1960).
    • Тәрбиәгә алған ҡыҙы — Этери (1923—2010)[34].
  • Әсәһе — Евпраксия Григорьевна Тавзарашвили (?—1886), икенсе улын тапҡан саҡта вафат була, Георгий (Серго) улын апаһы Эки һәм уның ире Давид тәрбиәгә алалар[34].
  • Ағаһы — Павел (Папулия) Константинович Орджоникидзе (1882—1937)[35], Кавказ тимер юлы идараһы ның сәйәси бүлеге начальнигы[36], башҡа мәғлүмәттәр буйынса Грузия ССР-ының Сауҙа палатаһы рәйесе[35], арестован в ноябре 1936 еще при жизни Серго. 23 ноября 1936 г. отправлен в ссылку на 5 лет, 8 августе 1937 снова арестован, 9 ноября 1937 приговорён в расстрелу, 10 ноября казнён. Его жена Нина Давыдовна, 29 марта 1938 приговорена к 10 годам лагерей. Но 14 июня 1938 г. решение пересмотрено, Н. Д. Орджоникидзе приговорена к расстрелу, расстреляна на следующий день[36].
  • Атаһының икенсе ҡатыны — Деспина Кайхосоровна Гамцемлидзе[34].
    • Бер туған ҡустыһы — Иван Константинович Орджоникидзе һәм уның ҡатыны Антонина Михайловна 1938 йылдың 29 авгусында ҡулға алыналар. 1939 йылдың 29 ноябрендә СССР НКВД-һы янындағы ОСО ҡарарына ярашлы һәр береһе 3 йылға иркенән мәхрүм ителәләр[36].
    • Бер туған ҡустыһы — Константин Константинович Орджоникидзе (1896—?), СССР Халыҡ Комиссарһары Советы янындағы гидрометеохеҙмәттең Баш идаралығы инспектор-методисы, 1921 йылда социалист-федералистар партияһы ағзаһы була, Грузия армияһында хеҙмәт итә. 1941 йылдың 5 майында СССР НКГБ тарафынан ҡулға алына, 1944 йылдың 26 авгусында Орджоникидзе атыу ҡоралын законһыҙ тотҡан өсөн һәм социаль хәүефле элемент булараҡ СССР НКВД-һы янындағы ОСО ҡарарына ярашлы 5 йылға төрмәгә ултыртыла. 1946 йылдың 30 ноябрендә төрмә срогы 10 йылға тиклем оҙайтыла. Владимир төрмәһендә яңғыҙ камерала ултыра[37]. 1953 йылдың мартында төрмә срогы тағы ла 5 йылға оҙайтыла. 1953 йылдың сентябрендә реабилитациялана[36].
    • Бер туған апаһы — Юлия[34]. Уның улы Георгий Гвахария, Макеев металлургия комбинаы директоры атып үлтерелә.
      • Ике туған ҡустыһы — Дмитрий Георгиевич Орджоникидзе (1897—1937), халыҡ дошманы Папулия Орджоникидзе менән тығыҙ бәйләнештә булыуы һәм уға бушлай дефицитлы запчастар биргән, Папулияның контрреволюцион ҡараштарын белә тороп, быны йәшергән һәм автобаза хеҙмәткәрҙәре араһында Стаханов хәрәкәтен күрәләтә тотҡарлаған өсөн хөкөм ителә[38], Грузия ССР-ының НКВД янындағы ОСО ҡарарына ярашлы 1937 йылдың 21 декабрендә атып үлтерелә[36]
      • Ике туған ҡустыһы — Иван Георгиевич Орджоникидзе 1938 йылдың 2 мартындағы Грузия НКВД-һы янындағы ОСО ҡарарына ярашлы 10 йылға хөкөм ителә (холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарына)[36]
      • Ике туған ҡустыһы — Георгий Абессаломович Орджоникидзе (1899—1938), Тбилиси хәрби училищеһында математика уҡытыусыһы Грузия НКВД-һы янындағы ОСО ҡарарына ярашлы 1938 йылдың 3 мартында атып үлтерелә[36][39]
      • Ике туған апаһы ? — Минадора Ефремовна Орджоникидзе, ир фамилияһы Торошелидзе, (1879—1967), меньшевик, өс тапҡыр ҡулға алына,

ире һәм ике улы атып үлтерелә[40].

        • Өс туған ҡустыһы — Савва Валерианович Орджоникидзе (1900—1938), Көньяҡ Осетия Үҙәк башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары 1938 йылдың 16 ғиуарындағы Грузия НКВД-һы янындағы ОСО ҡарарына ярашлы атып үлтерелә[36][41]

Наградалары үҙгәртергә

Кинофильмдарҙа Серго образы үҙгәртергә

  • Семен Межинский — «Валерий Чкалов» фильмы (1941)
  • Андро Кобаладзе — «Йондоҙҙар һүнмәй» / Ulduzlar Sönmür (Азербайджан) (1970—1971); «Офоҡтар» (Ҡаҙағстан) (1972)
  • Эдишер Магалашвили — «Үҙ өҫтөмә алам» (1975), «Ҡанаттар тураһында поэма» (1979)
  • Бадри Какабадзе — «20 декабрь» (телефильм) (1981)
  • Джим Картер — «Сталин» (фильм) (1992)
  • Александр Самойленко — «Арбат балалары» (телесериал) (2004)
  • Александр Резалин — «Чкалов» (телесериал) (2012)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #71383496 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Чешская национальная авторитетная база данных
  4. 4,0 4,1 Орджоникидзе Григорий Константинович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Grigory Konstantinovich Ordzhonikidze // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. Grigori Konstantinowitsch Ordschonikidse // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  7. 7,0 7,1 Большая Российская Энциклопедия. — М., 2014. — Т. 24. — С. 370.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Революция и Гражданская война в России: 1917—1923 гг.: Энциклопедия. В 4 томах. — М.: ТЕРРА, 2008.
  9. Орджоникидзе Георгий Константинович. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898 - 1991.
  10. К деятельности Г. К. Орджоникидзе в годы гражданской войны // Красный архив. — М.: Государственное социально-экономическое изд-во, 1936. — № 5 (78). — С. 11.
  11. 11,0 11,1 Из революционной деятельности Г. К. Орджоникидзе // Красный архив. — М.: Государственное социально-экономическое изд-во, 1938. — № 1 (86). — С. 172.
  12. Из революционной деятельности Г. К. Орджоникидзе // Красный архив. — М.: Государственное социально-экономическое изд-во, 1938. — № 1 (86). — С. 172, 175, 183.
  13. Орджоникидзе З. Путь большевика. Страницы из жизни Г. К. Орджоникидзе. — М.: Изд. политической литературы, 1967. — С. 4—5.
  14. 14,0 14,1 Hrono|http://hrono.ru/biograf/bio_o/orzonikidze.php%7CСерго(недоступная ссылка) Орджоникидзе
  15. Сестра Камо (Д. А. Хутулашвили). Русская революция webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150209203914/http://revodiers.com/archives/338 |date=2015-02-09
  16. Дубинский-Мухадзе И. М. Орджоникидзе. — С. 5. 2016 йыл 7 май архивланған.
  17. 17,0 17,1 Рядом с вождями. Серго Орджоникидзе // Коммунисты Петербурга и Ленинградской области
  18. Орджоникидзе, Григорий (Серго) Константинович webarchive|url=https://web.archive.org/web/20160304191218/http://interpretive.ru/dictionary/1019303/word/ordzhonikidze-grigorii-sergo-konstantinovich |date=2016-03-04
  19. Орджоникидзе, Григорий (Серго) Константинович 2016 йыл 4 март архивланған. webarchive|url=https://web.archive.org/web/20160304191218/http://interpretive.ru/dictionary/1019303/word/ordzhonikidze-grigorii-sergo-konstantinovich |date=2016-03-04
  20. 20,0 20,1 Орджоникидзе
  21. История партии. К 25-летию Пражской конференции РСДРП 2016 йыл 5 март архивланған.
  22. Ленин В. И. Полное собрание сочинений. Т. 21 2013 йыл 29 сентябрь архивланған.
  23. Энциклопедический словарь 1953 г.
  24. ВЧК
  25. Сопротивление сталинщине 2019 йыл 11 апрель архивланған. // magref.ru
  26. 26,0 26,1 Хлевнюк О. В. Политбюро. Механизмы политической власти в 1930-е годы webarchive|url=https://web.archive.org/web/20130603153628/http://www.situation.ru/app/rs/lib/politburo/part4.htm |date=2013-06-03
  27. Donald Rayfield. Stalin and his hangmen. Random House, 2004.
  28. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. — М..: РОССПЭН, 2012. — С. 271. — ISBN 978-5-8243-1314-7
  29. Политбюро и дело Берия. Сборник документов. 2012 йыл 22 октябрь архивланған. — М..: Кучково поле, 2012. — С. 553—555. — ISBN 978-5-9950-0193-5
  30. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. — М..: РОССПЭН, 2012. — С. 272.
  31. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. — М..: РОССПЭН, 2012. — С. 272—273.
  32. Михаил Гольденберг: «Мой отец, безусловно, был ответственен за политическую обстановку в стране» 2013 йыл 28 сентябрь архивланған. // vestnik.com
  33. Евгений Жирнов "Молотов всегда знал, что в любом деле есть граница, переходить которую нельзя даже ему" // Журнал "Коммерсантъ Власть". — 2011. — В. 33. — С. 20.
  34. 34,0 34,1 34,2 34,3 Николай Зенькович. Самые секретные родственники
  35. 35,0 35,1 Орджоникидзе Павел Константинович (1882) // Открытый список
  36. 36,0 36,1 36,2 36,3 36,4 36,5 36,6 36,7 ru/read/514532-rapava-bagirov-i-drugie-antistalinskie-processy-1950-h-gg.html Смирнов Н. Г. Рапава, Багиров и другие. Антисталинские процессы 1950-х гг.(недоступная ссылка)
  37. СПЕЦСООБЩЕНИЕ С. Д. ИГНАТЬЕВА И. В. СТАЛИНУ ОБ АРЕСТЕ К. К. ОРДЖОНИКИДЗЕ
  38. Орджоникидзе Дмитрий Георгиевич (1897) // Открытый список
  39. Орджоникидзе Георгий Авесаломович (1899) // Открытый список
  40. Montefiore Simon Sebag. Young Stalin. — London: Phoenix, 2007. — ISBN 978-0-297-85068-7.
  41. Орджоникидзе Савва Валерианович (1900) // Открытый список

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:СССР Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы наркомдары