Безуглов Григорий Викторович
Безуглов Григорий Викторович (23 ғинуар 1907 йыл — 8 сентябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы штабы начальнигы. Гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1944).
Безуглов Григорий Викторович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1907 |
Тыуған урыны | Студенок[d] |
Вафат булған көнө | 8 сентябрь 1987 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Һамар, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Рубежный зыяраты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Майор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1907 йылдың 10 (23) ғинуарында Харьков губернаһы Студенок ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, урмансылыҡта эшләй. 1927 йылдан алып райпотребсоюз рәйесе булып эшләй[1].
1929 йылдың сентябренән алып — Ҡыҙыл Армия сафтарында, 31-се кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1931 йылда ВКП(б)-ға инә. 1934 йылда Тамбов кавалерия мәктәбен тамамлай, артабан, 1937 йылда — командирҙар составын камиллаштырыу курстарында Новочеркасскиҙа, ә 1939 йылда — М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия эргәһендәге штаб хеҙмәткәрҙәре курсын тамамлай. 1939 йылғы Поляк походында, шулай уҡ совет-фин һуғышында ҡатнаша[1].
1941 йылдың 25 авгусынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Көнбайыш, Көньяҡ, Үҙәк һәм 1-се Белорус фронттарында һуғыша[1]. Архив документтары буйынса, 1941 йылдың 19 декабренән 1942 йылдың 31 декабренә тиклем хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән. 60-сы гвардия Чернигов кавалерия полкы (16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) штаб начальнигы булып хеҙмәт итә.
Батырлығы
үҙгәртергә1943 йылдың сентябрендә гвардия капитаны Безуглов Григорий полк подразделениеларын Нивки ауылы (Гомель өлкәһе, Брагин районы) тирәһендә Днепр йылғаһы аша сығыуын уңышлы ойоштора[1], һөҙөмтәлә полк вермахт оборонаһына барып терәлә. Галки ауылының бер осонда фашистар танкылар һәм бронетранспортерҙар ярҙамында атлыларҙы туҡтатырға маташа. Һуғыш барышында полк командиры яралана һәм штаб начальнигы вазифаһын биләгән Григорий Безуглов полк командованиеһын үҙ өҫтөнә ала. Уның етәкселеге аҫтында полк, көсөл томанға ҡарамаҫтан, контратаканы кире ҡаға. Һуң, плацдарм ҡасанда булһа кире ҡағып, Плацдармды яулап алғандан һуң кавалерия полкы ике тәүлек тирәһе Лоев ҡалаһына ынтылған дошман частарын тотоп тора. Ошо операция өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Артабанғы тормошо
үҙгәртергә1945 йылдың ғинуарында ҡаты яралана, госпиталдән һуң майор Безуглов запасҡа китә. Тыуған ауылына ҡайтҡас, ауыл советы рәйесе булып эшләй. 1953 йылда Куйбышев (хәҙер Һамар ҡалаһына күсеп килә, унда заводта эшләй[1].
1987 йылдың 8 сентябрендә Григорий Безуглов Куйбышевта вафат була. Һамар ҡалаһының Рубежный зыяратында ерләнә[1].
Наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3008-се һанлы, 1944 йылдың 15 ғинуары)[2][3];
- Ленин ордены (1944 йылдың 15 ғинуары);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены[4];
- 1 дәрәжә Ватан һуғышы ордены[5];
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (икенсеһе — 014142-се һанлы , 1943 йылдың 23 октябре[6]);
- «Сталинград оборонаһы өсөн» миҙалы[7].
Хәтер
үҙгәртергәГерой исемен тыуған ауылының пионер дружинаһы йөрөткән. Шулай уҡ уның исеме Һамарҙа Металлургтар паркындағы Геройҙар мемориаль паркында мәңгеләштерелгән[1]. Г. В. Безугловтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Безуглов Григорий Викторович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Безуглов Григорий Викторович . «Герои страны» сайты.