Башҡорт мәркәз шураһы

(Башҡорт үҙәк советы битенән йүнәлтелде)

Башҡорт мәркәз шураһы (Башҡорт өлкә советы) — 1917 йылдың 20 июлендә I Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡорт милли хәрәкәтенә етәкселек итеү өсөн булдырыла.

Башҡорт мәркәз шураһы башта — Ырымбурҙа, 1918 йылдың июнь-авгусында — Силәбелә, декабрҙән алып Орск өйәҙе сиктәрендә бер нисә урынды алмаштырып эшләргә тура килә.

Башҡорт мәркәз шураһы Өфө губерна секретариаты һәм улус шуралары (советтары) эшмәкәрлеген координациялай. 2-се һәм 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарын саҡырыуҙы, башҡорттарҙан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау алды кампанияһын ойоштора. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан милли-территориаль автономияһын иғлан итә (1-се һанлы һәм 2-се һанлы фармандар).

Мәркәз шураһына 7 кеше (башҡорттар йәшәгән һәр өйәҙҙән берешәр кеше) һайлана: Ш. Ә. Манатов, С. Ғ. Мерәҫов, Ғ. Мутин, И. И. Мутин, У. М. Ҡыуатов, Х. Й. Йомағолов һәм Ә. Ә. Вәлидов, уларҙың ярҙамсылары — Й. Ғ. Әмиров, Я. Ш. Сәлихов һәм Н. Т. Таһиров. Урындағы шураларға 3-5 кеше һайлана.

Башҡорт мәркәз шураһында ай һайын кәңәшмәләр үткәрелеүе ҡаралған була.

1918 йылдың 17 февралендә Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты рәйесе бойороғо буйынса Башҡорт мәркәз шураһы ағзаларының бер өлөшө һәм Башҡорт хөкүмәтенең бүлек мөдирҙәре ҡулға алына. Апрель башында Ырымбурҙы башҡорт ғәскәрҙәре һәм казак отрядтары баҫып алған ваҡытта улар төрмәнән азат ителә. Артабан Башҡорт мәркәз шураһы үҙенең эшен дауам итә, Башҡорт хөкүмәте үткәргән сараларҙа ярҙам итә, большевиктарға ҡаршы пропаганда алып бара һәм Башҡорт милли хәрәкәте ихтыяждары өсөн аҡса йыя, шул уҡ ваҡытта башҡа милләттәрҙең хәрәкәттәре менән тығыҙ бәйләнештәр булдыра. Мәҫәлән, 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайынан һуң Әзербайжан һәм Украина менән мөнәсәбәттәр булдыра, ҡазан татарҙары менән дә «суверенлы Башҡортостанды ойоштороуҙа аяҡ салмау» тураһында һөйләшеүҙәр алып баралар.

1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйғандан һуң башҡорт мәркәз шураһы үҙенең үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата.

Рәйестәре:

Шураның беренсе башҡарма комитеты составы: Ш. Ә. Манатов (рәйес), С. Ғ. Мерәҫов, Ғ. Мутин, И. И. Мутин, У. М. Ҡыуатов, Х. Й. Йомағолов һәм Ә. Ә. Вәлидов, уларҙың ярҙамсылары — Й. Ғ. Әмиров, Я. Ш. Сәлихов һәм Н. Т. Таһиров.

1917 йылдың авгусында 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайында һайланған шураның башҡарма комитеты составы: Ш. Ә. Манатов (рәйес), Ә. Ә. Вәлидов (рәйес урынбаҫары), Н. Т. Таһиров, Х. Ғ. Ғәбитов, К. Кәбиров, А. Ғүмәров, Ғ. В. Хәсәнов, М. Ғ. Смаҡов (статистика бүлеге мөдире), Ф. Дәүләтшин (финанс бүлеге мөдире), Ш. М. Бабич (сәркәтип), С. С. Атнағолов (иҡтисад бүлеге мөдире), С. Ғ. Мерәҫов (нәшриәт бүлеге мөдире); ағзалыҡҡа кандидаттар — Ғ. Ғирфанов, Ю. Ю. Бикбов, Ш. Бикҡужин, А. А. Әлимғолов; өлкә секретариаттары етәкселәреФ. Ә. Әхмәҙуллин (Өфө) һәм Н. Т. Таһиров (Силәбе)[1].

1917 йылдың ноябрендә шураның башҡарма комитеты составы: Ш. Ә. Манатов (рәйес), Ә. Ә. Вәлидов (рәйес урынбаҫары, эске ойошмалар эштәре буйынса бүлек мөдире), Ш. М. Бабич (сәркәтип), Ф. Дәүләтшин (финанс бүлеге мөдире), Й. Ғ. Әмиров (иҡтисад бүлеге мөдире), М. Ғ. Смаҡов (мәғариф бүлеге мөдире), И. И Мутин (хәрби бүлек мөдире), Ғ. В. Хәсәнов (статистика бүлеге мөдире), Ғ. Я. Айытбаев (ер һәм урман бүлеге мөдире)[1].

Баҫма органы

үҙгәртергә

Рәйестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского нацио­нального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 212–213. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
  • Военная история башкир. Энциклопедия. — Уфа: «Башкирская энциклопедия», 2013. — С. 80.

Һылтанмалар

үҙгәртергә