Башҡорт хореографияһы
Башҡорт хореографияһы — башҡорттарҙың бейеү сәнғәте. Башҡортостан Республикаһында 200-ҙән ашыу профессиональ һәм үҙешмәкәр бейеү коллективы бар[1].
Халыҡ хореографияһы
үҙгәртергәХореография Башҡортостанда бик боронғо сәнғәт төрҙәренә ҡарай. Бейеү ихтыяжы башҡорттарҙа туй йолалары (кәләш бейеүе, ҡәйнә бейеүе, «Сыбыртҡылау» бейеүе), байрамдар, оҫталыҡ һынашыу (ҡара-ҡаршы бейеү), ҡош тотемдары, («Кәкүк», «Ҡара тауыҡ», «Аҡҡош», «Ҡор уйыны» бейеүҙәре), уңыш теләү, һунарсылыҡҡа, яуҙа еңеү теләктәренә бәйле тыуған.
Башҡорт бейеүҙәрендә төрлө атрибуттар ҡулланыла (сыбыртҡы, яулыҡ, арҡан, шәл, ағастарҙы ҡорама менән биҙәү, милли кейемдәр, һөлгө).
Башҡорт бейеүҙәре милли көйҙәргә башҡарыла. Башҡорт көйҙәренең үҙенсәлектәре: дүрт тактлы ике фраза ҡабатланыуы, музыкаль үлсәме — 2/4. Квадрат мелодик һәм метроритмик төҙөлөшлө көйҙәр төп урынды алып тора. Көйҙәр ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, думбырала, тауыш менән башҡарыла.
ХХ быуатта социалистик инҡилаптан һуң марксистик-ленининсы ҡараштар өҫтөнлөк алыуы, ә ХХI быуатта капитализмға күсеү йоғонтоһо аҫтында күп бейеүҙәр боронғо инаныстар менән бәйлелеген юғалта һәм башлыса байрамдарҙа һәм тантаналарҙа ғына башҡарыла.
Башҡорт хореографияһының үҙенсәлектәре
үҙгәртергә- Бейеүҙәрҙең ирҙәр[2] (һунар, хәрби, көтөүсе) һәм ҡатын-ҡыҙҙар бейеүҙәренә бүленеүе халыҡта ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамдары булғанлығына бәйле. Ир-ат бейеүҙәренең етеҙлек, хәрәкәттәр киҫкенлеге, көс-таһыл күрһәтеү кеүек үҙенсәлектәре бар. Улар егет кешегә, сая һыбайлыға, сос һунарсыға, ҡыйыу яугиргә хас хәрәкәттәрҙән тора. Ир-ат бейеүҙәре элементтары: йүгереү, сабыу, юртыу, аттың бөйөрөнә тибенге менән төрттөрөү, һунар итеү, алышыу. Башҡорт яугиренең ҡорал (уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс) менән оҫта эш итеүен күрһәткән хәрәкәттәр ҙә булған.
- Хореографияла башҡорттарҙың хужалыҡ итеүенең сағылыуы[3], һунар итеү, көтөүселек, хәрби бейеүҙәр (Перовский[4][5]). Бейеүселәр йылҡыларҙы, эҙәрләнеүсе йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы һүрәтләгән. Мәҫәлән, «Байыҡ»[6], «Ҡара юрға», «Аҡhаҡ ҡола» бейеүҙәре шундайҙарға инә.
- Бейеүҙәрҙә башҡорттарҙың боронғо инаныуҙары сағылыуы — ҡоштарға, тәбиғәт уяныуына арналған бейеүҙәр, ауырыуҙарҙы ҡурҡыта торған шаман бейеүҙәре («Түңәрәк буйлап бейеү»), им-том йолалары. Бейеү элементтары булып металл әйберҙәргә һуғыу, сыбыртҡы шартлатыуҙар һ.б. инеп киткән.
- Йыуа, ҡымыҙлыҡ ише ҡырағай үҫемлектәр йыйыуға арналған бейеүҙәр. Үлән йыйыу менән («Йыуа йыйыны») ҡыҙҙар шөғөлләнгән. Был шөғөл ваҡытында уйындар уйнағандар, бейешкәндәр, күңел асыуға егеттәр ҙә килеп ҡушылған.
- Йыйындарҙа күмәкләп бейешеүҙәр. Бында йәш-елкенсәк бер-береһе менән танышыр булған.
Күмәк бейеү төрҙәре байтаҡ: түңәрәк уртаһында йә бер ҡыҙ бейей, йә бер пар, йә егет кеше, йә ҡурайсы ҡурай тарта, йә өс кеше бейей, йә өс ҡыҙ уртала тора, башҡалар уларҙы уратып әйләнә, ә урталағылар бер-бер артлы алмашынып тора.
- Туй бейеүҙәре («Аҙаҡҡы уйын», «Оҙатыу уйыны», «Йыуаса», «Ҡороҡлау», «Киленсәк», «Һыу юлы», «Сыбыртҡылау», «Айыу туны»).
- Шаян бейеүҙәр («Өс туған»[7], «Тимербайҙың улдары», «Бүләк», «Шаян ҡыҙҙар»).
Профессиональ хореография
үҙгәртергәБашҡортостанда профессиональ хореография Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында (балет труппаһының художество етәксеһе — Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты), Башҡортостандың бейеү коллективтарында үҫтерелә.
Профессиональ хореографияла халыҡ бейеүе элементтары бар. Хореографтар символик рәүештә халыҡ бейеүе элементтарын, башҡорт йылғаларының, Көньяҡ Урал алды тауҙарының бөгөлдәре образдарын һ. б. индерә.
Театр сәхнәләрендә «Арҡайым», «Прометей», «Сыңрау торна», Салауат Юлаев тураһында «Тау бөркөтө» (1959 йыл, Х. Ф. Әхмәтов менән Н. Ғ. Сабитов либреттоһы һәм музыкаһы, К. Д. Карпинская хореографияһы), «Гөлнәзирә» һ.б. башҡорт балеттары ҡуйылып тора. Композитор Сабитовтың «Яратам һине, тормош!» (1967; Л. С. Бородулин хореографияһы, Арыҫланов сценографияһы) һәм «Айгөл иле» (1971; М. Кәримдең ошо уҡ исемдәге драмаһы буйынса И. М. Кәримов һәм Сабитов либреттоһы, И. X. Хәбиров хореографияһы, рәссамы Арыҫланов) балеттары 1941—45 йылдарҙағы Ватан һуғышына арналған.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры постановкаларында симфоник бейеүҙәр киң ҡулланыла. Тәүләп симфоник бейеү «Сыңрау торна» балетына индерелә, музыкаль драматургияның үҙәк төйөндәрендә ҡулланыла (солистарҙың торналар менән, туй йолаһы, финал адажиоһы күренештәре; балетмейстер Н. А. Анисимова).
Симфоник бейеүҙе үҫтереүҙә Н. Ғ. Сабитовтың ижады ҙур урын алып тора. Уның балеттарында образдарҙың музыкаль сиселеше бейеү күренештәренең һүлпәнәйеү һәм тиҙләнеү динамикаһында сағыла: «Тау бөркөтө» (балетмейстер К. Д. Карпинская), «Гөлнәзирә» (янғын күренеше, төрмәләге адажио; балетмейстер С. В. Дречин), «Яратам һине, тормош!» (сауҡалыҡтағы адажио, ҡайынҡайҙар кордебалеты; балетмейстер Л. Е. Бородулин), «Айгөл иле»(Зөлхәбирәнең әхирәттәре менән осрашыуы; балетмейстер И. Х. Хәбиров) һ. б. Х. Ш. Заимовтың һәм А. Г. Чугаевтың «Ҡара йөҙҙәр» (1-се акттағы адажио, геройҙарҙы мыҫҡыллаған халыҡ төркөмө, Ғәлимә менән Закир монологтары; балетмейстер Х. Ф. Мостаев), Л. З. Исмәғилеваның «Арҡайым» (баҫтырышыу, алыш күренештәре һ. б.; балетмейстер А.Петров) балеттарындағы күренештәрҙә һ. б. симфоник бейеү файҙаланыла.
Профессиональ хореографияның үҫеүе Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә Ф.Ә.Ғәскәровтың 20 быуаттың 30-сы йылдарында башланған эшмәкәрлеге менән дә бәйләнгән. Ул тәүге булып башҡорт бейеүҙәрен тикшерә башлай, системаға һала, тарихи формаларын эшкәртә, халыҡ бейеүе элементтарын тергеҙеп сәхнәгә күсерә. Ул ҡуйған бейеүҙәр халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарының нигеҙенә әүерелә. «Башҡорт егеттәре бейеүе», «Бишбармаҡ», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Мөғлифә», «Уйын» тигән бейеүҙәрҙе ул ҡуйған.
60‑сы йылдарҙа БАССР-ҙа бал, эстрада бейеүҙәре, 70‑се һәм 80‑се йылдарҙа башҡорт халыҡ сәхнә бейеүҙәре киң үҫеш ала. Халыҡ ансамблдәре репертуарҙарындағы бейеүҙәрҙе Г. В. Анищенко, Й. З. Бикбирҙин, Р. Ф. Ғәбитов, Ғәскәров, Х. Ф. Мостаев, Л. И. Нагаева, Р. Ж. Низаметдинов, В. Г. Степанов, И. Х. Хәбиров һ. б. ҡуя.
Профессиональ «Мираҫ» бейеү ансамблен, Бейеү театрын, Стәрлетамаҡ филармонияһы (1996), Нефтекама филармонияһы, Сибай филармонияһы (1998) бейеү ансамблдәрен ойоштороу башҡорт бейеүенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра.
1991 йылдан алып Өфөлә халыҡ бейеүҙәре ансаблдәре конкурстары һәм фестивалдәре уҙғарыла[1].
Күренекле бейеүсе-хореографтар
үҙгәртергә- Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы — беренсе профессиональ башҡорт бейеүсеһе, Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, башҡорт халыҡ бейеүҙәренең үҙенсәлектәрен тасуирлаған.[8]
- Нуриев Рудольф Хәмит улы — балет артисы, «Сыңрау торна» балетында ҡолға тотҡан егет бейеүен башҡарған[9].
- Насретдинова Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы — башҡорт балеринаһы, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы.
- Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы[10] — башҡорт бейеүсеһе, этнохореограф, педагог, тарих фәндәре кандиаты (1978); 1960—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләгән; 1975—1992 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре; шаян һәм лирик бейеүҙәр башҡарыу оҫтаһы.
- Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы — (10 май 1942 йыл) — башҡорт бейеүсеһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978) һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы (1974), Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке солисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1974), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы — (10 июнь 1952 йыл — 14 май 1996 йыл) — бейеүсе, балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
- Ғәбитов Риф Фәтих улы — (5 декабрь 1952 ) — бейеүсе, балетмейстер, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 2000—2004 йылдарҙағы художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).
- Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы — (10 октябрь 1964 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, режиссёр-ҡуйыусы, ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (1997).; Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2000) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы (1996) лауреаты. 50-нән ашыу бейеү авторы[11].
- Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улы — (5 октябрь 1932 йыл — 3 октябрь 2003 йыл) — бейеүсе, ҡурайсы, хореограф, халыҡ сәсәне. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1957), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995).
- Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы — бейеүсе, хореограф.
- Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы (03.11.1973) — хореограф, эстрада художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[12].
Профессиональ коллективтар
үҙгәртергә- Ф. Ғасҡаров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле (1939 йыл, Өфө ҡалаһы)
- Бейеү театры (1991 йыл, Стәрлетамаҡ ҡалаһы)
- «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (1962 йыл, Салауат ҡалаһы)
- «Тәңгәүер» (1998 йыл, Нефтекама филармонияһы)
- «Мираҫ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Өфө ҡалаһы)
- «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле[13] (1993 йыл, Сибай филармонияһы)
- «Уралтау» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Учалы филармонияһы)
Үҙешмәкәр бейеү коллективтары
үҙгәртергә- «Ирәндек» (Баймаҡ районы)
- «Ләйсән» (Учалы районы)
- «Эрвел» (Мишкә районы)
- «Сөмбөл» (Дүртөйлө ҡалаһы)
- «Гөлдәр» (Сибай ҡалаһы)
- «Йәшлек» (Әбйәлил районы)
- «Сөмбөл» (Дүртөйлө ҡалаһы) һәм башҡалар[1].
Уҡыу йорттары
үҙгәртергә- Профессиональ башҡорт башҡарыусыларын, хореографтарҙы, музыканттарҙы Мәскәү һәм Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарында махсус төркөмдәрҙә әҙерләйҙәр. 1934 йылдан башҡорт балеты өсөн артистар әҙерләүҙе Ленинград хореография училищеһының милли бүлексәһе алып бара, унда республиканың һәләтле балалары уҡытыла (беренсе сығарылыш 1941 йылда була);
- 50—70‑се йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балет студияһы эшләй (педагогтар З. Н. Бәхтиәрова, В. Х. Пяри, Ф. Н. Әхмәтшин, М. С. Ямаева, Х. Ғ. Сафиуллин, Ф. М. Саттаров, М. А. Таһирова);
- Р. Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы[14] (1985 йыл);
- Хореография өлкәһендә белгестәр әҙерләү 2004 йылдан башлап Көнсығыш иҡтисади-гуманитар университетының хореография бүлексәһендә, 2007 йылдан Өфөләге Мифтахетдин Аҡмулла исеменләге Башҡорт дәүләт педагогия университетында алып барыла;
- 2008 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында «балет педагогикаһы» специальносы буйынса белгестәр әҙерләүсе хореография сәнғәте секцияһы асыла.
Күренекле педагогтар
үҙгәртергә- Тереғолов Шамил Әхмәт улы — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы, Пермь хореография училищеһын тамамлаған, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе.
- Шапкин Владимир Иванович — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы (классика бүлексәһе, дуэт бейеүе), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.
- Изгина Роза Ғата ҡыҙы — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы (характерлы бейеү), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы (испан һәм сиған бейеүҙәре оҫтаһы).
- Ушанов Юлай Ғиниәт улы — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы («Жизель», «Дон Кихот», «Аҡҡош күле» балеттары)[15].
- Таһирова Майя Авзал ҡыҙы — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы (актёрлыҡ оҫталығы).
- Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирское народное творчество. Т.2 \\ Предания и легенды. Уфа. 1990 г.
- Башкирские свадебные обряды. Сост. Бурангулов М. А. Л. 1-2
- Нагаева Л. Башкирская народная хореография. Уфа. 1995 г.
- Нагаева Л. И. Танцы восточных башкир. М., 1981.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- C. 2016 йыл 22 октябрь архивланған. С. Саитов, Р. Н. Хабирова. Ст. 2016 йыл 22 октябрь архивланған. Балет 2016 йыл 22 октябрь архивланған.. Башкирская энциклопедия.
- О. Г. Вильданова. Становление и развитие Башкирского национального балетного театра. (Середина XX — начало XXI веков). 2013.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Посреди России
- ↑ Башкирский танец — на Яндекс.Видео . Дата обращения: 31 декабрь 2012. Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Башкирский танец - YouTube . Дата обращения: 31 декабрь 2012.
- ↑ Перовский(недоступная ссылка)
- ↑ http://video.yandex.ru/#!/search?text=танец перовский&filmId=XVfKjXtG8gE
- ↑ Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ ГААНТ им.Ф.Гаскарова 1993г. "Три брата" - YouTube . Дата обращения: 31 декабрь 2012.
- ↑ Биография Файзи Гаскарова . Дата обращения: 31 декабрь 2012. Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 4 ғинуар архивланған.
- ↑ Хореография - Культурный мир Башкортостана . Дата обращения: 31 декабрь 2012. Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2012 йыл 31 декабрь архивланған.
- ↑ Генеральная репетиция. Продолжение (Лада Пихта) / Проза.ру - национальный сервер современной прозы . Дата обращения: 11 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.
- ↑ Культурный мир Башкортостана
- ↑ bash.bashdram.ru/choreographer/sulpan-asҡarova.html
- ↑ Государственное бюджетное учреждение культуры и искусства Республики Башкортостан Сибайское концертно-театральное объединение 2020 йыл 20 март архивланған.
- ↑ Башкирский Хореографический Колледж им. Р.Нуреева (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 9 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года. 2013 йыл 29 июль архивланған.
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot . Дата обращения: 9 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года. 2016 йыл 4 март архивланған.