Сәйфуллин Вәзих Кашап улы
Сәйфуллин Вәзих Кашап улы (6 ғинуар 1929 йыл — 2 ноябрь 2002 йыл) — актёр, драматург, режиссёр. 1968—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры, 1979—1990 йылдарҙа режиссёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. (1953).
Сәйфуллин Вәзих Кашап улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 ғинуар 1929 |
Тыуған урыны |
Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Әмин, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 ноябрь 2002 (73 йәш) |
Һөнәр төрө | театр актёры, театр режиссёры |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВәзих Кашап улы Сәйфуллин 1929 йылдың 6 ғинуарында БАССР-ҙың Өфө кантоны Сәфәр улусының Әмин ауылында (Шишмә районы) тыуған.
Башҡорт театр-сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң бүлеү буйынса Ауырғазы колхоз — совхоз театрына (1956 йылдарҙа — Салауат башҡорт дәүләт драма театры) эшкә килә.
Был осорҙа күп кенә спектаклдәрҙә уйнай. Мәҫәлән, «Һаҡмар» С.Мифтахов, «Гөлбәҙәр» З.Биишева, «Свадьба с приданым» Дьяконов, «Васса Железнова» М. Горький, «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи спектаклдәрендә уйнай[1].
1959 йылда Ленинград дәүләт театр, музыка һәм кинематография институтына (Лгитмик) уҡырға инә һәм 1964 йылда режиссёрлыҡ факультетының Г. А. Товстоногов класын тамамлай. Уҡыған ваҡытында пьесалар яҙа, Сибай, Салауат театрҙарында спектаклдәр ҡуя. Студент сағында уҡ Салауат театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнә.
Нәҡ ошо осорҙа театр иң яҡшы спектаклдәр күрһәтә: «Обжалованию не подлежит» Т. Абдумомонов, «Тиле» Н.Хикмәт, «Эзоп» Г. Фигейредо, «Ҡыйыу ҡыҙҙар» Т. Ғиззәт, «Ырғыҙ» .Һәҙиә Дәүләтшина.
1968 йылда Сәйфуллин Вәзих М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшкә күсерелә. Өфөлә «Зимагор» С.Мифтахов, «Минең балаларым» А. Атнабаев, «Вечер» А. Дударев, «Төштәр ҡыҫҡа була» И.Абдуллин әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуя.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәҠатыны — Рәйсә Ғариф ҡыҙы Сәйфуллина, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
Ижады
үҙгәртергәТеатрҙағы ролдәре.
үҙгәртергәИсмәғил («Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи), Шымсы («Башмағым» Х. Ибраһимов), Ныяҙғол («Ырғыҙ» Һ. Дәүләтшина), Белогубов («Доходное место» А. Н. Островский), Барклей («Дальше — тишина» В Дельмар) ролдәрен башҡара.
Театрҙа режиссёрлыҡ эше.
үҙгәртергәРежиссер булараҡ, Сәйфуллин Вәзих Кәшәф улы Салауат театрында «Тиле» Н. Хикмәт, «Бай һәм батрак» Х. Хәмзә, "Эзоп, йәки Төлкө һәм виноград " Г Фигейро, «Үлем алдынан» Ш. Рәхмәтуллин әҫәрҙәрен ҡуя. БАДТ-ында — «Миләүшә, Әсе миләш» Н. Асанбаев, «Тере мәйет» Л. Н. Толстой, «Һәр кем мөхәббәт эҙләй» Д.Нормет һәм башҡа спектаклдәр ҡуя.
Наградалары һәм званиелары
үҙгәртергә- БАССР-ҘЫҢ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
- Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1995
Баһалама
үҙгәртергәСәйфуллин режиссёрлығының тәүге осоронда Салауат театры гастролдәре Башкортостандан ситтә, Ҡазанда үтә. Татар дәүләт академия драма театры режиссёры М.Сәлимжәнов Салауат театры эшенә юғары баһа бирә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Акбашев, К. Кичер мине, дустым!: В. Сайфуллинга — 75 яшь/К. Акбашев //Кызыл таң.- 2004.- 6 гыйнв.
- Саитов, С. Человек на сцене и за сценой: К 70 -летию со дня рождения В. Сайфуллина/С. Саитов//Бельск. просторы.- 1999.- № 7.- С.149.
- Сәйфуллин, В. Һикәлтәле сәнғәт юлдары: Мемуар/В. Сәйфуллин//Тамаша.- 2001.- № 2.- Б.10.
- Сәйфуллин, В. Һикәлтәле сәнғәт юлдары: Мемуар/В. Сәйфуллин//Тамаша.- 2001.- № 4.- Б.14.
- Сайфуллин Вазих Кашапович //Башкортостан: Краткая энциклопедия.- Уфа, 1996.- С.510.
- Сайфуллин Вазих Кашапович: Биография//Чишмы-край светлых родников/Сост. Г. Т. Хусаинова, Г. А. Юмагулов. — Уфа: Восточная печать,2004.- С. 226.
Библиография
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Сайфуллина З. В. С любимыми не расставайтесь. Журнал «Рампа», 1999.