Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы
Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы (22 июль 1925 йыл — 22 февраль 2002 йыл) — башҡорт театр режиссёры. РСФСР-ҙың (1970) һәм БАССР-ҙың (1955) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы[1]
Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 июль 1925 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 22 февраль 2002 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | театр режиссёры |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт академия драма театры |
Уҡыу йорто | Рәсәй театр сәнғәте университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәШәүрә Муса ҡыҙы Мортазина 1925 йылдың 22 июлендә Мәскәүҙә тыуған. Атаһы — Муса Мортазин (1891—1937), комбриг, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ҡатнашыусыһы була, хәрби эшмәкәр, 1920—1921 — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитете рәйесе.
Шәүрә Муса ҡыҙы 1948 йылда ГИТИС (А. М. Лобанов класы, педагогтары А. И. Лобанов, И. Я Судакова) тамамлай. Уҡыу йылдарында профессор В. Г. Сахновский, А. Д. Дикийҙың ижади оҫтаханаларына йөрөй. 1948—1972 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры була. Башҡорт академия драма театрынан киткәс, бер ни тиклем Ялта театры менән етәкселек итә.1962—1966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта. 1968—1970 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында кафедра мөдире булып эшләй. Һуңынан Мәскәүгә йәшәргә китә. Ш. Мортазинаның уҡыусылары араһында Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Е. В. Смирнов, БАССР-ҙың атҡаҙанған артистары Р. А. Устинова, А. Х. Шәрипова бар.
Ижады
үҙгәртергәӨфө театрҙарында 100-ҙән артыҡ спектакль ҡуя. Дебюты — Г. Березконың «Командарм» әҫәре буйынса «Оло мөхәббәт» спектакле (1948). Милли драматургтарҙың, шулай уҡ рус һәм сит ил классиктары әҫәрҙәрен сәхнәгә ҡуйыуҙа уның режиссёр оҫталығы бигерәк тә асыҡ күренә. СССР-ҙа беренсе булып, Д. Лоусон, Вольтер әҫәрҙәрен сәхнәгә сығара[2].
Өфө драма театрында
үҙгәртергә- «Оло мөхәббәт» Г. Березов
- «Салауат Юлаев» Баязит Бикбай
- «Утлы өйөрмә» Мирзаһитов Әсғәт
- «Бер мөхәббәт яҙмышы» Ибраһим Абдуллин
- «Рәйсә» Нәжип Асанбаев
- «Онотма мине, ҡояш!» Азат Абдуллин
- «Ай тотолған төндә» Мостай Кәрим
- «Хәйләкәр бисәләр» В.Шекспир
- «Ромео һәм Джульетта» В.Шекспир
- «Макбет» В.Шекспир
- «Урлау» Джек Лондон
- «Мөхәммәт» Вольтер
- «Бер ғаилә яҙмышы» Д. Лоусон
Өфө опера театрында
үҙгәртергә- «Дауыл» операһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың дәүләт премияһы (1967)
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1967)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1955)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1970)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955)