Байым мәктәбе (Баймаҡ районы)

Байым мәктәбе (рус. муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение основная общеобразовательная школа им. М. А. Баимова д. Баимово муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Байым ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Байым мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Баймаҡ районы Байым ауылы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Баймаҡ районы, Байым ауылы, Баҡса урамы, 38/1,

Тарихы үҙгәртергә

1966/1967 уҡыу йылында яңы мәктәп асыла. Уның мөдире итеп Салауат педагогия училищеһын тамамлаған Хәмиҙә Вәлитова тәғәйенләнә. Уҡытыу ике сменала ойошторола.

Байым мәктәбе 1967/1968 уҡыу йылында һигеҙ йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә. 1996 йылда ике ҡатлы мәктәп бинаһы төҙөлә.

2017 йылдың 23 июненән — хәҙерге статусында. Байымов Мөхтәр Әхмәтғәзи улы исемен йөрөтә.

Етәкселәре үҙгәртергә

  • Хәмиҙә Вәлитова (1966 йылдан)
  • Ғәҙелшин Хәкимйән Ғатаулла улы (1968—1973)
  • Разыя Вәдүт ҡыҙы
  • Вәлитов Әхиәр Әхмәтйән улы

Уҡытыусылары үҙгәртергә

  • Баһуманова-Ғүмәрова Мәҙинә Ишемғужина
  • Исламғолова Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте (1968 йылдан)
  • Ғәҙелшин Хәкимйән Ғатаулла улы — математика
  • Зәйнәғәбдинова Гөлсирә Әли ҡыҙы
  • Мөстәҡимова Нәзифә Йәмил ҡыҙы
  • Вәлитов Әхиәр Әхмәтйән улы — директор, физик культура
  • Вәлитова Лилиә Ишбулды ҡыҙы — туған тел һәм әҙәбиәт, инглиз теле, немец теле
  • Сбитова-Вәлиева Гүзәл Шәйәхмәт ҡыҙы
  • Галина Рида Рәис ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Йылҡыбаева Мәҡсүҙә Вәкил ҡыҙы — ИКБ, технология, йәмғиәтте өйрәнеү фәне
  • Исхаҡова Фәтихә Әғләм ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Ҡылысова Әлмира Ишбирҙе ҡыҙы — алгебра һәм физика
  • Назарова Динә Рушан ҡыҙы — география
  • Солтанова Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы — рус теле
  • Хәлилов Мораҙым Ишбулды улы — тарих

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Шулай уҡ уҡығыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә