Аҙнағол (исем)
Аҙнағол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Аҙнағол исеме бар.
Аҙнағол |
Этимологияһы
үҙгәртергәАҙнағол — фарсы, башҡорт теленән «аҙна+ҡол»; «аҙна», «йома көн тыуған» мәғәнәһен аңлатҡан ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1]. Шулай уҡ исемдең ҡыҫҡа варианты — Аҙнай тигән исем бар.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәАҙнағол Ырыҫҡолов (1962 — 1964) — Башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
Аҙнағол Әптикәев — XII башҡорт кантонының йорт старшинаһы.
Аҙнағол Темиров (1750 — ?) — Гәрәй улусы старшинаһы.
Аҙнағол Мырҙағолов — ғәскәри атаман, Нуғай даруғаһы башҡорто.
Фамилия
үҙгәртергәАҙнағолов Венир Ғәлимйән улы (8 февраль 1947 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Сәйәсәт фәндәре кандидаты. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Аҙнағолов Нурмөхәмәт Дилмөхәмәт улы (рус. Азнагулов Нурмухамет Дильмухаметович; ? — 26 декабрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының комсомол эше буйынса политотдел (сәйәси бүлек) начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Капитан.
Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улы (13 февраль 1941 йыл — 23 ғинуар 2015 йыл) — тел белгесе, педагог-методист. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, 1978 йылдан — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).
Топонимикала
үҙгәртергә- Аҙнағол —Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.
- Аҙнағол — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.
- Аҙнағол — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәАҙнағол (байрам) — Бишбүләк районы Аҙнай ауылында уҙғарыла.
Аҙнағол — Зәйнәб Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт» әҫәрендәге образ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- [1] 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |