Асҡын заказнигы
«Асҡын» заказнигы (рус. "Аскинский" заказник) — республика әһәмиәтендәге дәүләт зоологик ҡурсаулығы. Хайуандарҙың һирәк төрҙәре популяцияларын, һунар йәнлектәрен тергеҙеү маҡсатында ойошторола (1963).
Асҡын заказнигы | |
---|---|
урыҫ "Аскинский", заказник | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 16,600 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 20 июль 1963 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
56°01′20″ с. ш. 56°59′43″ в. д.HGЯO | |
Географик урыны
үҙгәртергәАсҡын районы Ҡашҡа ауылы төньяҡ-көнсығышҡа табан 10 саҡрым алыҫлыҡта Өфө йылғаһы уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 16,6 мең га, урман менән ҡапланған өлөшө 80 % тәшкил итә. Рельефы Сарс йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Көнгәк йылғаһы үҙәндәре менән йырғыланған яҫылыҡтан тора. Карст үҫешкән[1].
Үҫемлектәре
үҙгәртергәМиләш, әлморон, муйыл, айыу баланынан торған ваҡ ағаслыҡтары булған икенсел ҡайын-уҫаҡ, йүкә һәм төп ҡарағас-ҡарағай урмандары таралған. Ҡурсаулыҡта үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай, себер зигаденусы, таплы кәкүк ситеге, урал зыягөлө үҫә[2].
Хайуандар һәм ҡоштар донъяһы
үҙгәртергәТөп һаҡланыусы төрҙәр: америка шәшкеһе, бүре, мышы, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, ябай төлкө, ябай һуҡыр сысҡан.
50 ашыу ҡош төрө: ала күгәрсен, бүҙәнә, ҡор, сел, һуйыр һ.б. йәшәй.
Ҡама, ҡушы өйрәк, һоро ағуна, боған, үлән тәлмәрйене, европа шәшкеһе, бәрҙе (хариус) Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Ихтиофаунаһы балыҡтарҙың түбәндәге төрҙәренән ғибәрәт: суртан, алабуға, шырт балыҡ (ёрш), бөгәрсә йәки йоморо сабаҡ (елец), борош балыҡ (подуст), бәшкәләй йәки бәшкәләк (уклейка).
Ҡурсаулыҡ ресурс, фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт энциклопедияһы/ Асҡын заказнигы
- ↑ 2,0 2,1 ООПТ "Аскинский" заказник 2023 йыл 17 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аскинский . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Асҡын заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2022)