Баҙыҡай —— (Epipactis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Оҙон, йәйелеүсән йәки ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 50—80 см. Япраҡтары оҙонса йәки ҡыяҡ формаһында, осло, төкһөҙ. Сәскәләре йәшкелт ҡуйы ҡыҙыл, һалынҡы, оҙон бер яҡлы тәлгәшкә йыйылған. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — бер оялы ҡумта, июль—сентябрҙә өлгөрә.
Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Һаҙлы болондарҙа, ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Һаҙ баҙыҡайы һәм ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, Башҡортостандың Урал алдында, аҡһырғаҡ баҙыҡай республиканың бөтә территорияһында осрай. Декоратив үҫемлек. Һаҙ баҙыҡайы һәм ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
- Род 322. Дремлик — Epipactis Adans. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — С. 620—629. — 760 + XXX с. — 5175 экз.