Аралбай (Бөрйән районы)
Аралбай — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советының бөткән ауылы. Перспективаһыҙ ауылдарҙы бөтөрөү сәйәсәте башланғас, Аралбай ауылы халҡын Яңы Монасип ауылына күсерәләр.
Аралбай Аралбаево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
Тораҡ пункттар исемлегенән 1980 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 5 ноябрендәге «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән бер нисә тораҡ пуктты сығарыу тураһында» 6-2/359 һанлы Указына ярашлы алына. Документ преамбулаһы:
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:Халыҡтың күсеп китеүе һәм йәшәүҙән туҡтауы менән бәйле, Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән түбәндәге тораҡ пункттарҙы иҫәптән төшөрөргә:
— http://bashkortostan.news-city.info/docs/sistemao/dok_keqijo.htm
Аралбай ауылының кешеләре Аралбай Йәнекәев, Йәғәфәр Иссурин, Мөхәмәтәмин Ҡушзитаров, Килдебай Һырлыбаев, Байрамғол Игликов 1812 йылдағы һуғышта ҡаһарманлығы өсөн «Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалдар менән бүләкләнгәндәр. Ә Миңлебай Вәлитов француздар менән 1806-1807 йылдарҙа Пруссия һәм Польша территорияһында һуғыша.
Географик урыны
үҙгәртергәЯңы Монасип ауылынан 8 км алыҫлыҡта. Оло Иҫке Собханғол-Белорет юлы буйында, Исламбай һәм Тимер ауылдары юлдары ҡушылған аралағы битләүҙә урынлашҡан.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Йылы | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
1850 йыл | 197 | 110 | 87 |
1859 йыл | 276 | 111 | 165 |
1866 йыл | 179 | 102 | 77 |
1892 йыл | 232 | ||
1943 йыл | 206 | ||
1944 йыл | 214 |
Бөйөк Ватан һуғышында Аралбайҙан 22 ир-егет ҡатнаша, шуларҙың 11-е яу яландарында ятып ҡалған[1]. .
Тарихы
үҙгәртергә«Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, Аралбайҙың тарихы Тимер ауылына барып тоташа. Уларҙың Боһондо йылғаһы буйында өс утары булған, шуларҙың йылға тамағындағыһы 1834 йылда есаул Аралбай Мөхәмәтов исеме менән ауыл булып киткән», -тип яҙа күренекле тарихсы Ә. Әсфәндиәров үҙенең «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабында[2].
1798 йылда батша Павел I Указы менән Башҡортостанда идара итеүҙең кантонлыҡ системаһы индерелә. 1850 йылда Аралбай ауылы Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ олоҫо 7-се башҡорт кантонына ҡараған, старшина Ҡунаҡбай Ҡарабаев етәкселегендәәге 11-се йорт һаналып, Яңы һәм Иҫке Монасип, Байғаҙы, Бикташ (Ҙур Шәик йылғаһының Оло Нөгөшкә ҡойған ерендә урынлашҡан булған), Исламбай, Тимер ауылдары үҙәге булған. Аралбайҙар Кәлтәгәү, Ҡарағошто йәйләүҙәрендә йәйләп, Кесе Нөгөш йылғаһы буйында 30-40 йорто булған Нөгөш ауылын барлыҡҡа килтерәләр.
1862 йылда идара итеүҙең кантонлыҡ системаһы бөтөрөлгәс, хәҙерге Бөрйән районы территорияһы Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенә ҡарай башлай. Төп кәсептәре малсылыҡ булған. Аралбайҙар тәүҙә Һаһыҡта, аҙаҡ Аралбай Ҡурғашлыһында йәйләгәндәр, Нөгөш буйындағы Нөгөш утарына тиклем барып еткәндәр. Ауылда мәсет тә булған.
1922 йылдың июненән ВЦИК-тың Бөтә Союз ҮБК ҡарары менән Иҙел буйындағы ауылдар Аралбай ауыл Советына ҡараған: БАССР, Йылайыр кантоны Бөрйән волосы Аралбай ауыл Советы. 1930 йылда Аралбай ауыл Советы бөтөрөлөп, был ауылдар Байназар ауыл Советы составына инәләр. 1930 йылда Аралбай ауылы халҡы Яңы Монасип ауылы менән бергә «Маяҡ» колхозына берләшә[3].
XX быуаттың 60-70-се йылдарында «перспективаһыҙ ауыл» мөһөрө баҫылып, ауыл бөтөрөлә. Халыҡтың күпселеге Иҫке Собханғол, Яңы Монасип, Ҡурғашлы ауылдарына күсенә. Ауылда Әхмәтов Моратша ғына тороп ҡала. Яңғыҙы йәшәһә лә ауыл зыяратын һәм 1921 йылда йотта үлгәндәрҙең ҡәберлеген кәртәләп тота. .
Мәктәп тарихы
үҙгәртергәАуылда 1936 йылда тәүге мәктәп асыла. Мәктәп итеп мәсетте файҙаланалар. Тәүге уҡытыусы Әмирханов Мөжәүир Зекрейә улы. Аҙаҡ Көнәфин Хисаметдин Сиражетдин улы (Монасип ауылы) уҡыта. 1942 йылда Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы үҙ тиҫтерҙәрен уҡыта. Эткәрина Фәүҡинур, Әхмәтова Ғәйниямал, Хәлитов Рәхимйән, Әмирханова Мөнирә, Вәлиева Роза, Бакирова Хаят, Әмирханова Зөһрә Йомағужа ҡыҙы һәм башҡалар уҡыталар[4].
Ауыл эргәһендәге ер-һыу
үҙгәртергәАралбай ауылы эргәһендәге ер-һыу атамалары Н. Ғ. Сәғитованың «Тарих һөйләй Ҡаратау» китабында яҙылған (Аралбай тарихы, 198-199-сы биттәр)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Н. Ғ. Сәғитова. [Өфө Бай тарихлы тыуған ауылым] (билдәһеҙ). — «Самрау» нәшриәте. — 2021. — С. 189-204..
- Ә. З. Әсфәндийәров. Аралбай (билдәһеҙ). — 1997..
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Аралбай (Бөрйән районы) Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Н. Ғ. Сәғитова. [Өфө Аралбай тарихы]. — «Самрау» нәшриәте. — 2021. — С. 190-197.
- ↑ Ә. З. Әсфәндийәров. Аралбай (билдәһеҙ). — 1997.
- ↑ Ҡалып:Тарих һөйләй Ҡаратау
- ↑ Н. Ғ. Сәғитова. [Өфө Аралбай тарихы] (билдәһеҙ). — «Самрау» нәшриәте. — 2021. — С. 194-195.
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |