Аман (именлек тәьмин итеү)

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Аман (ғәр. أجل‎ — "хәүефһеҙлек», "именлек"‎) — мосолмандың дошманға йәки мосолман түгелгә биргән хәүефһеҙлек гарантияһы. Ҡөрьәндә аман термины урынына дживар һүҙе («ҡурсалау», «яҡлау бурысы») ҡулланыла.

« Әгәр күп илаһтарға табыныусыларҙан берәй кеше һинән һыйыныр урын һораһа, ул Аллаһ һүҙен ишеткәнгә саҡлы уны һыйындыр. Унан һуң ул именлектә буласаҡ урынға илтеп ҡуй. Был — улар белмәгән халыҡ булғанға.
»

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ғәрәп ҡәбиләләренә мөрәжәғәттәрендә дживар менән бер рәттән шул уҡ мәғәнәлә зиммә һүҙе лә ҡулланыла (ҡара: зимми). Зиммәнән айырмалы рәүештә, аман артабан үҙ-ара йөкләмәләр билдәләмәйенсә эшләнгән мәрхәмәтлек акты булып тора[1].

Беренсе тапҡыр аман һүҙе 634 йылда яулап алынғандарҙың ғүмере һәм мөлкәте тейелгеһеҙлеген гарантиялау мәғәнәһендә Хәлит ибн әл-Вәлиттең Дамаск менән килешеүендә осрай Айырым мосолман бер йәки бер нисә аныҡ билдәләнгән кешегә генә аман (именлек) бирә ала, ә имам йәки уның вәкиле ҡала халҡына йәки уның гарнизонына имен-аманлыҡ тәьмин итә ала. Амандан уны биргән кеше генә мәхрүм итеү хоҡуғына эйә.

Яулап алыу һуғыштарында аман тыныс килешеү төҙөүҙең башланғыс осоро була (сульха). Ҡурсыу хаты формаһында ул мосолман булмаған кешенең (изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусы, сауҙагәр һәм башҡаларҙың) мосолман илендә хәүефһеҙлеген гарантиялаған документ булараҡ файҙаланылған. Амандың был формаһы Европа илдәренең Ғосман империяһы менән килешеүҙәрен төҙөү өсөн нигеҙ була. Һуңғараҡ Урта быуаттарҙа әсирлеккә төшкәндә мәрхәмәтлек һорап ҡысҡырыу аман тип аталған[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Большаков О. Г. Аман // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 20. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Amān / Schacht, J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • ан-Навави. Аль-Маджму шарх аль-мухаззаб. Дата обращения: 11 октябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года. 2013 йыл 12 октябрь архивланған.