Александров Сергей Николаевич (генерал-майор)

генерал-майор

Александров Сергей Николаевич (15 сентябрь 1906 йыл — 17 август 1978 йыл) — совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор (27 ноябрь 1942 йыл).

Александров Сергей Николаевич (генерал-майор)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ҡазан, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Ҡазан юғары хәрби команда училищеһы
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Кутузов ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Николаевич Александров 1906 йылдың 15 сентябрендә Ҡазанда тыуа.

1926 йылдың октябрендә РККА сафына саҡырыла һәм ТАССР Үҙәк Башҡарма комитеты исемендәге Татар-башҡорт берләштерелгән хәрби мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Уны 1930 йылдың майында тамамлағандан һуң 65-се уҡсылар дивизияһына (Волга буйы хәрби округы) йүнәлтелә, унда 170-се уҡсылар полкы составында взвод командиры итеп тәғәйенләнә, ә 1931 йылдың октябренән 195-се уҡсылар полкында пулемет взводы һәм пулемет ротаһы командиры була[1].

1934 йылдың мартында 70-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Рота командиры, 208-се уҡсылар полкы батальоны штабы начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә, ә 1936 йылдың авгусында дивизия штабына күсерелә, унда 4-се часть начальнигы, 1-се часть начальнигы ярҙамсыһы һәм 2-се часть начальнигы була[1].

1938 йылда Александров ВКП(б) сафына инә. Шул уҡ йылдың декабрендә 70-се дивизияның разведка батальоны командиры вазифаһына тәғәйенләнә, совет-фин һуғышында Карел муйынындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1940 йылдың февраль башында дивизия һөжүмгә күсә һәм дошмандың оборонаһын өҙөп Выборг ҡултығына сыға, һуңынан Хельсинки — Выборг юлын өҙә. Был Выборгты алырға булышлыҡ итә. Хәрби хәрәкәттәр барышында майор Александров яралана, шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[1].

Октябрҙә 217-се уҡсы полк командиры вазифаһына тәғәйенләнә (104-мин уҡсылар дивизияһы, 42-уҡсылар корпусы).

Бөйөк Ватан һуғышы

үҙгәртергә

Һуғыш башланғанда элекке вазифаһында була. Полк Мурманскиҙан көнбайыштараҡ оборона хәрби хәрәкәттәре алып бара.

1942 йылдың мартында Александров 104-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, майҙа — 4-се саңғысылар бригадаһы командиры, ә августа — Лоухи станцияһы районында оборона хәрби хәрәкәттәре алып барған 23-сө гвардия уҡсылар дивизияһы командиры. 1942 йылдың ноябрендә дивизия Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа күсерелә һәм тиҙҙән Демянский һөжүм операцияһында ҡатнаша.

1943 йылдың мартында 245-се уҡсылар дивизияһы командиры вазифаһына тәғәйенләнә, дивизия Селигер, Демянск, Иҫке Русса күлдәре районында һәм Пустошка йүнәлешендә хәрби хәрәкәттәр алып бара. 1944 йылдың 27 ғинуарынан Ленинград-Новгород операцияһы барышында һуғыштарҙа ҡатнаша, ә мартта — Псков эргәһендә. был алышта Александров ҡаты яралана.

Һауығып сыҡҡандан һуң 1944 йылдың майында Карел муйыны районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 13-сө уҡсылар дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә[1]. Выборгҡа һөжүм операцияһы барышында, дошман оборонанһын өҙөгәндән һуң, Александров етәкселек иткән дивизия выборгты урап үтә һәм дошмандың төньяҡ-көнсығышҡа сигенеү юлын бүлә, 100-ҙән ашыу ауылды азат итә. 1944 йылдың ноябрендә дивизия 59-сы армия составына индерелә һәм Висла-Одер операцияһы барышында Домбров-Гурне, Семянович һәм Сосновецты азат итә. бының өсөн дивизияға «Домбровская» почетлы исеме бирелә. Тиҙҙән дивизия Нижнесилезский, Верхнесилезский һәм Прага һөжүм операцияларында ҡатнаша.

Һуғыштан һуңғы карьераһы

үҙгәртергә

1945 йылдың июлендә 13-сө уҡсылар дивизияһы тарҡатыла, генерал-майор Александров Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөнөң Хәрби советы ҡарамағына күсерелә. Шул уҡ йылдың октябрендә Ҡазан хәрби округының хәрби әҙерлек бүлеге штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә, 1946 йылдың июлендә — 1-се Ҡыҙыл Байраҡлы Бобруйск уҡсылар бригадаһы командиры. Ә 1947 йылдың июленән — 188-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары.

1947 йылдың сентябрендә М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһы ҡарамағындағы уҡсылар дивизияһы командирҙарының белемен камиллаштырыу курсына уҡырға ебәрелә. Уны тамамланғандан һуң 1948 йылдың ноябрендә 117-се уҡсылар дивизияһы (14-се армия, Алыҫ Көнсығыш хәрби округы) командиры вазифаһына тәғәйенләнә[1].

Генерал-майор Сергей Николаевич Александров 1952 йылдың октябрендә биләгән вазифаһынан бушатыла һәм 1953 йылдың ғинуарында запасҡа сығарыла.

1978 йылдың 17 авгусында Ҡазанда вафат була.

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Великая Отечественная. Комдивы : военный биографический словарь / [Д. А. Цапаев и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина] ; М-во обороны Российской Федерации, Гл. упр. кадров, Гл. упр. по работе с личным составом, Ин-т военной истории Военной акад. Генерального штаба, Центральный архив. — М. : Кучково поле, 2014. — Т. III. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий (Абакумов — Зюванов). — С. 42—43. — 1102 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0382-3.

Великая Отечественная. Комдивы : военный биографический словарь / [Д. А. Цапаев и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина] ; М-во обороны Российской Федерации, Гл. упр. кадров, Гл. упр. по работе с личным составом, Ин-т военной истории Военной акад. Генерального штаба, Центральный архив. — М. : Кучково поле, 2014. — Т. III. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий (Абакумов — Зюванов). — С. 42—43. — 1102 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0382-3.