Абҙан (Ейәнсура районы)
Абҙан (рус. Абзаново) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Абҙан ауыл Советы үҙәге. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804001.
Ауыл | |
Абҙан башҡ. Абзаново | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453391 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географик урыны
үҙгәртергәАбҙан ауылы Һаҡмар йылғаһы бассейнының Әселе йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫәнғол ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 49 км һәм Һарыҡташ тимер юл станцияһынан (Ырымбур өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарихы
үҙгәртергәҮҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Шишәй менән Бишәй хәҙерге Хәйбулла районы ауылдарын нигеҙләй. Аҫҡаҡтың улдары Бикбау, Үтәғол, Ҡыуат, Буранғол (Ырымбур әлкәһе) ауылдарына нигеҙ һала. Ҡунаҡтың улдары Тирәкле, Сирғол ауылдарында йәшәй. Абаҙа улдары Ҡаҙанболаҡ, Аҡбулат, Ергәйеш, һунарсы, Сәнкем ауылдарында төпләнгән. Сураштың нәҫеле Абзан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[4] .
1795 йылда тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Абҙан Үркәев исеме менән аталған, уның улдары Юлдыбай һәм Әҙелбай Абҙановтар билдәле. XVIII быуат башында ауыл Мырҙабулат тип йөрөтөлә, шулай уҡ Көҙәш булараҡ теркәлгән.
1946-1956 йылдарҙа ғәмәлдә булған Абҙан районының административ үҙәге[5]. 1795 йылда 22 йортта 150 кеше йәшәгән, 1866 йылда 39 йортта — 315 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, тирмән булған.
Әлеге ваҡытта ауылда Абҙан урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалҡы: 1900 йылда — 619 кеше; 1920 йылда — 675, 1939 йылда — 809, 1959 йылда — 1727; 1989 йылда 959 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) 139 кеше генә теркәлгән[4].
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[6] | 2009[6] | 2010[1] |
973 | ↗1083 | ↘882 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (91 %)[7].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы (15.04.1890—9.01.1931) — башҡорт милли хәрәкәте, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1919 йылдың июненән 1920 йылдың апреленә тиклем Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. 1918 йылдан РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- Мәһәҙиев Басир Дәүләт улы (15.02.1933—2.06.2014), тау инженеры-геолог, геология-минералогия фәндәре кандитаты (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған геологы (1986), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Мәһәҙиев Дәүләткирәй Дәүләтбай улы — Ҡөрьән Кәримде башҡорт теленә тәржемә итеүсе.
- Сарбаев Раил Сәлих улы (11.01.1962) — хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1999). Салауат Юлаев ордены (2007) кавалеры.
Урамдары
үҙгәртергә- Аҡбулат урамы (рус. улица Акбулат)
- Көнсығыш урамы (рус. Восточная улица)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
- Мәһәҙиев урамы (рус. улица Магадеева)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Мырҙабулатов урамы (рус. улица Мурзабулатова)
- Октябрь урамы (рус. Октябрьская улица)
- Планлы урамы (рус. Плановая улица)
- Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
- Эшселәр урамы (рус. Рабочая улица)
- Сельхозтехника урамы (рус. улица Сельхозтехники)
- Совет урамы (рус. Советская улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)[8]
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергәВидеофильмдарҙа
үҙгәртергә- YouTube сайтында Видео Абзаново, Зианчуринский район, дорога
- Село Абзаново, Зианчуринский район, Башкирия, 2020
Ваҡытлы матбуғатта
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Абҙан (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ Абҙан (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Абҙан (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |