Абҙан (Ейәнсура районы)

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты
(Абзаново (Зианчуринский район) битенән йүнәлтелде)


Абҙан (рус. Абзаново) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Абҙан ауыл Советы үҙәге. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804001.

Ауыл
Абҙан
башҡ. Абзаново
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл советы

Абҙан

Координаталар

51°50′51″ с. ш. 56°46′04″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVIII быуат

Халҡы

882[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453391

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 226 804 001

Код ОКТМО

80 626 404 101

Номер в ГКГН

0525166

Абҙан (Рәсәй)
Абҙан
Абҙан
Абҙан (Ейәнсура районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Абҙан

Географик урыны

үҙгәртергә

Абҙан ауылы Һаҡмар йылғаһы бассейнының Әселе йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫәнғол ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 49 км һәм Һарыҡташ тимер юл станцияһынан (Ырымбур өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Шишәй менән Бишәй хәҙерге Хәйбулла районы ауылдарын нигеҙләй. Аҫҡаҡтың улдары Бикбау, Үтәғол, Ҡыуат, Буранғол (Ырымбур әлкәһе) ауылдарына нигеҙ һала. Ҡунаҡтың улдары Тирәкле, Сирғол ауылдарында йәшәй. Абаҙа улдары Ҡаҙанболаҡ, Аҡбулат, Ергәйеш, һунарсы, Сәнкем ауылдарында төпләнгән. Сураштың нәҫеле Абзан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[4] .

1795 йылда тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Абҙан Үркәев исеме менән аталған, уның улдары Юлдыбай һәм Әҙелбай Абҙановтар билдәле. XVIII быуат башында ауыл Мырҙабулат тип йөрөтөлә, шулай уҡ Көҙәш булараҡ теркәлгән.

1946-1956 йылдарҙа ғәмәлдә булған Абҙан районының административ үҙәге[5]. 1795 йылда 22 йортта 150 кеше йәшәгән, 1866 йылда 39 йортта — 315 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, тирмән булған.

Әлеге ваҡытта ауылда Абҙан урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Халҡы: 1900 йылда — 619 кеше; 1920 йылда — 675, 1939 йылда — 809, 1959 йылда — 1727; 1989 йылда 959 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) 139 кеше генә теркәлгән[4].

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[1]
9731083882
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (91 %)[7].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Аҡбулат урамы (рус.  улица Акбулат)
  • Көнсығыш урамы (рус.  Восточная улица)
  • Комсомол урамы (рус.  Комсомольская улица)
  • Мәһәҙиев урамы (рус.  улица Магадеева)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Мырҙабулатов урамы (рус.  улица Мурзабулатова)
  • Октябрь урамы (рус.  Октябрьская улица)
  • Планлы урамы (рус.  Плановая улица)
  • Баҫыу урамы (рус.  Полевая улица)
  • Эшселәр урамы (рус.  Рабочая улица)
  • Сельхозтехника урамы (рус.  улица Сельхозтехники)
  • Совет урамы (рус.  Советская улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная улица)[8]

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Йылғалар

  • Әселе йылғаһы
  • Ҡараһыйыр йылғасығы
  • Бәрҙеле йылғаһы
  • Ҡуйтапҡан йылғаһы
  • Һаплаяҡ шишмәһе[4]

Тау-таштар

  • Кәшәнә ташы
  • Зөһрә тауы
  • Мәмекәй тауы
  • Мәҙинә тауы
  • Остау
  • Ғәлиән тауы
  • Шыуғантау[9]

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә

Ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Абҙан (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. 4,0 4,1 4,2 Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  5. Абҙан (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  9. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Һылтанмалар

үҙгәртергә