Абашидзе Григол Григолович

Григол Григолович (Григорий Григорьевич) Абашидзе [ А б а ш и́ д з э ][5] (груз. გრიგოლ გრიგოლის ძე აბაშიძე; 1 август 1914 йыл — 29 июль 1994 йыл) — совет грузин шағиры һәм яҙыусыһы. Грузин ССР-ы гимны тексының авторҙашы (1944). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1951). 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1967 йылдан Грузия Яҙыусылар союзы идараһының беренсе секретары. Грузин ССР-ы Фәндәр академияһы ағзаһы (1979). СССР Юғары Советының 8-11-се саҡырылыш Милләттәр Советы депутаты.

Абашидзе Григол Григолович
груз. გრიგოლ გრიგოლის ძე აბაშიძე
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
Грузия
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. გრიგოლ აბაშიძე
Тыуған көнө 1 август 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2]
Тыуған урыны Зеда Ргани[d], Шорапанский уезд[d], Кутаиси губернаһы[d], Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 29 июль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[3] (79 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия
Ерләнгән урыны Дидубийский пантеон[d]
Бер туғандары Георгий Григолович Абашидзе[d][4]
Һөнәр төрө тәржемәсе, шағир, писатель научной фантастики, прозаик, яҙыусы
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Тбилисси дәүләт университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXV съезы[d]
Ойошма ағзаһы Writers Union of Georgia[d]
Жанр шиғыр[d], повествовательная поэзия[d] һәм повесть[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
 Абашидзе Григол Григолович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Григол Абашидзе 1914 йылдың 19 июлендә (1 август) Чиатура ҡалаһында тыуа. 1931 йылда Тифлиста урта мәктәп тамамлай. 1936 йылда И. В. Сталин исемендәге Тбилиси дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1934 йылдан баҫыла башлай.

Абашидзе шиғриәте геройҙары — грузин кешеһе-хеҙмәткәр («Вечно в доспехах» (1938), «Основоположник» (1939)). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ошо хаҡта әҫәрҙәр яҙа («Враги» (1941), «Поединок танков» (1941), «Знамена» (1943), «Непобедимый Кавказ» поэмаһы (1943)).

1944 йылда Александр Абашели менән авторҙашлыҡта Грузин ССР-ы гимнын яҙа.

II дәрәжә Сталин премияһына лайыҡ булған (1951) «На южной границе» (груз. სამხრეთის საზღვარზე, 1949) һәм «Ленин в Самгори» (груз. ლენინი სამგორში, 1950) шиғырҙар циклында Абашидзе «патриотизм көсө һәм совет кешеләренең тыныслыҡҡа ынтылышын асып бирә»[6]. «Георгий шестой» (груз. გიორგი VI 1942) поэмаһында грузин халҡының милли бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәше сағылдырыла.

«Легенда о первых тбилисцах» (1959) һәм «Путешествие в три времени» (1961) драматик поэмалары, Грузияның XIII быуаттағы тормошон сағылдырған тарихи романдар (1-се китабы, 1957 — «Лашарела», 2-сеһе — «Долгая ночь», 3-сөһө — «Цотнэ, или Падение и возвышение грузин») авторы. Балалар өсөн дә яҙа.

Уның әҫәрҙәре француз, инглиз, урыҫ, украин һ. б. телдәргә тәржемә ителгән. Абашидзе грузин теленә Ш. Петефи, А Мицкевич, П. Неруда, М. Эминеску , И. Вазов, Х. Ботев поэзияһын тәрджемә итә.

1941—1942 йылдарҙа «Мнатоби» (груз. მნათობი) журналының яуаплы сәркәтибе булып эшләй, 1944—1950 йылдарҙа — «Нианга» (груз. ნიანგი) юмористик журналының, шулай уҡ «Дроша» (груз. დროში) журналының яуаплы мөхәррире.

Абашидзе 1994 йылдың 29 июлендә Тбилисиҙа вафат була. Яҙыусыларҙың һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең Дидубий пантеонында ерләнгән.

Танылыуы һәм наградалары

үҙгәртергә
 
Ш. Петефи музейындағы бюсы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #116098379 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Мирианашвили А. М. Абашидзе Григол Григорьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969. — Т. 1 : А — Ангоб. — С. 12—13.
  3. Grigol Abashidze // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. https://www.youtube.com/watch?v=8HLN9DaAuhY
  5. Агеенко Ф. Л. Абашидзе Григол // Словарь собственных имён русского языка. Ударение. Произношение. Словоизменение. — М.: Мир и Образование; Оникс, 2010. — С. 54. — 880 с. — ISBN 5-94666-588-X, 978-5-94666-588-9.
  6. Мирианашвили А. Абашидзе Григол Григорьевич // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М.: Сов. энцикл., 1962—1978. — Т. 1: Аарне — Гаврилов. — 1962. — Стб. 25—26.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Абашидзе Григол Григолович. «Герои страны» сайты.
  • Абашидзе Григол Григорьевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.