Ҡаҙаҡ теле

Ҡаҙаҡ теле — ҡаҙаҡ халҡының милли теле, Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт теле
(Ҡазаҡ теле битенән йүнәлтелде)

Ҡаҙаҡ теле (баш.лат. Qazaq tele, ҡаҙ. qazaq tili, қазақ тілі, قازاق ءتىلى) — ҡаҙаҡ халҡының милли теле, Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт теле. Шулай уҡ Ҡаҙағстан менән күрше булған Рәсәй Федерацияһы өлкәләрендә, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, Афғанстанда, Иранда, Ҡытайҙа, Монголияла, Паҡстанда, Төркиәлә һ. б. таралған Төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-нуғай төркөмсәһенә ҡарай. Морфологик тибы буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә.

Ҡаҙаҡ теле
Телдең үҙатамаһы

қазақ тілі, қазақша, Qazaq tılı, قازاق ٴتىلى һәм қазақ тілі[1]

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай ғаиләһе

Төрки тармағы
Ҡыпсаҡ төркөмө
Ҡыпсаҡ-нуғай төркөмсәһе
Әлифба

Кирил алфавиты, Ғәрәп алфавиты, Латин алфавиты һәм казахский шрифт Брайля[d]

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

каз 255

ISO 639-1

kk

ISO 639-2

kaz

ISO 639-3

kaz

Был телдә Википедия

Донъя кимәлендә

үҙгәртергә

Донъяла ҡаҙаҡ телендә һөйләшеүселәр һаны 16 миллиондан ашыу; Башҡортостан Республикаһында — 4 меңдән ашыу (2010). Ҡарағалпаҡ һәм нуғай теленә яҡын. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Әҙәби ҡаҙаҡ теле 16 быуатта үҫешә башлай, ҡаҙаҡ йәнле һөйләү теле һәм Урта Азия төрки теле нигеҙендә 19 быуаттың икенсе яртыһында тулыһынса формалаша. Ҡаҙаҡ теленең аныҡ ҡына диалект бүленеше юҡ.

Һөйләштәре

үҙгәртергә

Ҡаҙағстанда 4 һөйләш төркөмөн айырып йөрөтәләр:

  • көнсығыш
  • көнбайыш
  • үҙәк‑төньяҡ
  • көньяҡ

Ҡаҙаҡ теле фонетикаһы өсөн, башҡорт телендәге кеүек үк, палаталь гармония хас, сағыштырыу: ҡаҙаҡса «жазушыларымыз» — башҡортса «яҙыусыларыбыҙ»; [с] һәм [ж] тартынҡылары башҡорт телендәге [ш] һәм [й] тартынҡыларына тура килә, сағыштырыу.: ҡаҙаҡса «бас» ба[с] — башҡортса «баш» ба[ш]; «жақсы» [ж]аҡсы — «яҡшы» [йа]ҡшы һ.б. Ҡайһы бер ғәрәп һәм фарсы сығанаҡлы һүҙ яһаусы аффикстар (‑кар/‑кер, ‑ғар/‑гер, ‑кор, ‑паз һ. б.) төрки сығанаҡлы нигеҙҙәрҙән яңы һүҙҙәр яһауҙа ҡулланыла: «iскер» (эшлекле), «арбакеш» (ылаусы), «бiлiмпаз» (ғалим) һ.б.

Морфологияһы

үҙгәртергә

Морфологияла башҡорт телендәге бергәлек, ниәт-маҡсат һәм ҡорал мәғәнәләрен белдереүсе «менән» бәйләүесе ‑мен/‑пен һәм ‑менен/‑пенен аффикстары аша бирелә, улар параллель ҡулланыла: ҡаҙаҡса «атпенен» һәм «атпен» — башҡортса «ат менән», «менiменен» һәм «менiмен» — «минең менән». Юҡлыҡ формалары башҡорт телендәге «түгел» модаль һүҙенә тура килгән «емес»(ҡырғ. «эмес», үзб. «эмас») киҫәксәһе менән бирелә, сағ.: ҡаҙаҡса «қарт емес» — башҡортса «ҡарт түгел» һ.б.

Һүҙлек составы

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡ теле һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; ғәрәп, иран, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксиста сифат ҡылым, хәл ҡылым менән төҙөлгән конструкциялар киң ҡулланыла. 1929 йылға тиклем яҙыу ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, 1929 йылдан алып латиницала, 1940 йылдан кириллицала башҡарыла. Хәҙерге ҡаҙаҡ алфавиты 42 хәрефтән тора.

  • Кайдаров А. Т. Казахский язык //Языки мира. Тюркские языки. Бишкек, 1997.


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

  1. https://github.com/unicode-org/cldr/blob/main/common/main/kk.xml