Арыҫлан (Наҙы-Петровск районы)

Арыҫлан — Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районындағы ауыл. Шемаха ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 456981, ОКАТО коды — 75 244 844 002, ОКТМО коды — 75 644 444 106.

Ауыл
Арыҫлан
татар. Арыслан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Наҙы-Петровск районы

Координаталар

56°12′19″ с. ш. 59°18′08″ в. д.HGЯO

Милли состав

татарҙар (94%), башҡорттар (4%)

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

74, 174

ОКАТО коды

75 244 844 002

ОКТМО коды

75 644 444 106

ГКГН номеры

0325840

Рәсми сайт

araslan-school.ucoz.ru

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Арыҫлан (Рәсәй)
Арыҫлан
Арыҫлан
Арыҫлан (Наҙы-Петровск районы) (Силәбе өлкәһе)
Арыҫлан

Тарих үҙгәртергә

Элгәре Арыҫлан ауылы халҡы башҡорттарҙың Өпәй ыры­уына ҡараған. Ауылдың боронғо атамаһы — Күсем, яңы атамаһы Арыҫлан исемле кешенән барлыҡҡа килгән. Уның улы 1834 йылғы ревизия теркәгән — ул 1744—1824 йылдарҙа йәшәгән Ғәббәс Арыҫ­ланов (Ғәббәс Арыҫлан улы)[1].

Өпәй ырыуы башҡорттары барлыҡ башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашҡандар, бының сәбәбе булып Башҡортостандың был төбәгендә сәнәғәттең үҫеүе, яңы заводтарҙың барлыҡҡа килеүе, урың һәм башҡа милләт вәкилдәренең күп­ләп күсеп ултырыуы башҡорт ырыуҙары — өпәй һәм уларҙың күршеләре — һыҙғы һәм ҡошсо аҫаба ерҙәрен бик ныҡ кәмеүе булып торған. Был ихтилалдарҙы баҫтырыу һөҙөмтәһендә, өпәйҙәр­ҙең бер өлөшө карателдәргә ҡол итеп өләшелгән, икенселәрен суҡындырғандар, өсөнсөләрен башҡа ҡатламдарға (сословие­ларға) күсерлергәндәр. Уларҙың ерҙәре бер яҡтан заводтар (Михайлов, Үрге һәм Түбәнге Һәргә (Серга) заводтары), ә икенсе яҡтан килмешәк урыҫ һәм татар крәҫтиәндәренең ауылдары менән уратып алына башланған. Һөҙөмтәлә өпәй башҡорттарының бер өлөшө суҡындырылған, икенсе өлөшө татарҙар менән ныҡ аралашып бер-береһенең телен үҙләштергән[1].

Ихтилалдарҙа ҡатнашҡандары өсөн Арыҫлан ауылы халҡын башҡа сословиеға — типтәр ҡатламына күсергәндәр. 1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда типтәрҙәрҙән 120 ир заты йәшәгән. Типтәр сословиеһында булыуҙарына ҡарамаҫтан улар 92730 дисәтинә ер биләгән, был ҡатламдың нормаһынан 26 тап­ҡырға артып киткән. Бының сәбәбе булып Арыҫлан ауылы халҡы көсләп башҡорттан — татарға, та­тарҙарҙан типтәргә күсерелһә лә, шул өпәй ырыуы грамотаның хужаһы бу­лып ҡалған һәм күп ерҙе биләгәнн[1].

Хәҙерге заманда ауылдың өпәй башҡорттары оҙаҡ йылдар дауамында типтәр йәки татар сословиеһына көсләп индерелеп, һуңыраҡ мәктәптәрендә татар телендә генә уҡытылып икенсе халыҡ вәкилдәре булып киткәндәр.

Халыҡ һаны үҙгәртергә

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 711 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 351 ир һәм 360 ҡатын-ҡыҙ[2].

2002 йылда ауылда 892 кеше йәшәгән[3].

Рәсемдәр үҙгәртергә

 
Арыҫлан ауылының панорамаһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә