Өмөтбай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Өмөтбай (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла
Этимологияһы
үҙгәртергәӨмөтбай — фарсы һәм башҡорт һүҙҙәре ҡушып яһалған исем, өмөт итеп көтөп алған бала тигәнде аңлата. Исемдән Өмөтбаев фамилияһы барлыҡҡа килгән[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәӨмөтбай Мырҙашев — башҡорт нәҫеле Өмөтбаевтарҙың нәҫеленә нигеҙ һалыусыһы — 1683 йылда ул батшанан Йомран Табын улусы ерҙәренә «владельный грамота» ала. Үҙенең улусының аманаты була.
Өмөтбай Көҫәпҡолов (1764 йыл — 1831 йыл) — Юрматы ырыуы Аҙнай түбәһе Көҫәпҡол ауылының (хәҙер Ишембай ҡалаһы составына ингән) йорт старшинаһы. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында баш күтәреүселәр отряды командиры Көҫәпҡол Азатбаевтың өлкән улы.
Фамилия
үҙгәртергәӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы (21 август 1841 йыл — 28 июнь 1907 йыл) — башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.
Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (7 апрель 1924 йыл — 24 август 1997 йыл) — совет партия-дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисады, яҙыусы.
Өмөтбаев Вил Ғайса улы (18 февраль 1938 йыл — 12 декабрь 2020 йыл) — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2003).
Ауылдар
үҙгәртергәӨмөтбай (рус. Уметбаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 643 кеше
Өмөтбай (рус. Уметбаево) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 32 кеше
Өмөтбай (рус. Уметбаево; башҡа атамалары Ҡалмаҡ; Яхъя) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 113 кеше булған
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәМөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы — мемориаль музей, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы.
https://www.youtube.com/watch?v=09enFnMVduU
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |