Көҫәпҡол Азатбаев

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында баш күтәреүселәр отряды командиры.
Викидатала элемент тултырылмаған

Көҫәпҡол Азатбаев (Азятев, Азятов, Азатеев) — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында баш күтәреүселәр отряды командиры.

Көҫәпҡол ауылы уның исеме менән атала (хәҙер Ишембай ҡалаһы составында)[1].

Юрматы ырыуының Аҙнай түбәһенән. Көҫәпҡол ауылының Рәүиз мәғлүмәттәрендә Көҫәпҡолдоң артабанғы нәҫелдәре күрһәтелгән: йорт старшинаһы Өмөтбай Көҫәпҡолов (1764—1831), поход старшинаһы Ишбулды Көҫәпҡолов (1768—1819), зауряд-есаул Ишкенә Көҫәпҡолов (1777—1831), Мерәҫ Көҫәпҡолов (1788 й.т.), Кинйәбулат Көҫәпҡолов (1796—1827)[2][3].

Көҫәпҡол Азатбаев 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы ваҡиғаларында әүҙем ҡатнаша.

Старшина һәм уның яугирҙәре — юрматылар пугачевсыларға ҡаршы һуғышыу өсөн ебәрелеүе билдәле.

Был турала тикшеренеүсе И. М. Гвоздикова, Өфө провинциаль канцелярияһының 1773 йылдың 31 октябрендә П. М. Богданов тарафынан яҙылған хәбәренә таянып, яҙа (сығанаҡ — РГАДА Ф. 1100. Д. 3. Л. 146):

«1300 башҡорт һәм мишәрҙең секунд-майор Н. Головтың пушкалар һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары менән Бердаға табан юл алған 300 крәҫтиәнгә ҡаршы һуғышыу кәрәклеге тураһындағы приказына буйһонмауы баш күтәреүселәр яғына сығыуҙың сағыу миҫалы булып тора. Осиновка ауылы янында (Воскресенский заводы янында) был „боланы“ Юрматы старшиналары Көҫәпҡол Азатев һәм Һайран Сәйетовтарҙың командалары башлап ебәрә, һәм улар боласылар яғына сығыуҙарын крәҫтиәндәрҙең арбаларында ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙың булыуы менән аңлата. Ә ике көндән һуң был старшиналарҙың командалары Стәрлетамаҡ отрядтарынан беренселәрҙән булып Пугачев яғына сыға» (Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Исследование документальных источников. — 3-е изд., перераб. и доп.-Уфа: Китап, 2004. Стр. 135.).

1773 йылдың октябрендә Һайран Сәйетов менән бергә Пугачевҡа Юрматы башҡорттарынан торған бер меңлек отряд килтерә..

Юрматыларҙың старшинаһы Александр Сергеевич Пушкиндың «Истории Пугачева» әҫәрендә лә атап үтелә («подкомандующие твои», «прочие башкирские старшины»)[4][5][6]

1774 йылдың майында Ҡаранай Моратов менән бергә Стәрлетамаҡ пристанен ҡамауҙа тота, талай һәм яндыра[5][6]. Артабан Ҡаранай Моратов һәм Мораҙым Абдрахманов менән бергәләп Өфөгә барырға йыйына[7].

1790 йылда старшина булып хеҙмәт итә[6][6][8][8].

Көҫәпҡол Азатбаевтың исеме 1771 йылғы архив документында атап үтелә.

1771 йылдың 21 сентябре. Өфө өйәҙе, Нуғай даруғаһы, Юрматы улусы, старшина Көҫәпҡол Азатбаев командаһы башҡорттары: элекке сотник Илдаш Буриев, ябай башҡорттар Ирмәк Ҡаракөсөков, Тләүембәт Алдаҡаев, Ҡотлосура Абдуллиндар Юрматы улусының бөтә аҫаба башҡорттарынан, беҙҙән һәм Илдаштан башҡа, бөтәһе 148 кешенең дөйөм килешеүе һәм үҙҙәренең ихтыяры һәм тамғаларын ҡуйып беҙгә аҫаба ерҙәрен бирҙе, был хаҡта Ырымбур губерна канцелярияһында 16 сентябрҙә яҙылды. Был яҙма Өфө өйәҙе, Ҡаҙан даруғаһының сотник Аҙнағол Мәмәтҡолов, Шығай ауылынан Әшир Үтәгәнов, старшина Бәшир Дауытов, Мөслим Ғәббәсов командаһының яһаҡ татарҙарына тапшырылды; шул уҡ даруғанан Һеңрән улусы, старшина Балтаҡайға, иптәштәре менән Мәүлүш Рәжәповҡа, беҙ, аҫаба башҡорттар, уларға, татарҙар Аширға, Мөслимгә һәм Мәүлүшкә, балалар, яҡын һәм алыҫ туғандар менән кәңәшләшкәндән һуң, беҙгә бирелгән аҫаба ерҙәребеҙҙе тапшырҙыҡ, тип тамғаларын ҡуйҙы. Ағиҙелдең һул яҡ яры буйлап, әлеге ваҡытта был ерҙәр янынан Ырымбур-Өфө юлы үтә.

(Уфимская провинциальная канцелярия, д. № 294, Записные книги пригорода Каракулина 1753 г., л. 1-2, цитируется по книге: Материалы по истории Башкирской АССР: Экономические и социальные отношения в Башкирии и управление Оренбургским краем в 50-70 -х годах XVIII в. / Н. Ф. Демидова [гл. сост.]; под ред. А. Н. Усманова. М.: Изд-во АН СССР, 1956. Т. 4, Ч. 1. Стр.358-360).

беренсе тапҡыр Көҫәпҡол Азатбаев исеме менән аталған Көҫәпҡол ауылы тураһындағы мәғлүмәт 1776 йылда яҙылған. Был ауыл Юрматы улусының Аҙнай түбәһенә ҡарай, йәғни ауыл Юрматы ырыуы ерҙәрендә урынлашҡан.

1796 йылда Көҫәпҡол Азатбаевтың Кинзябулат исемле улы тыуа.

Көҫәпҡол Азатбаевтың артабанғы яҙмышы билдәле түгел.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кусяпкулово 2016 йыл 9 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2018. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Хисамитдинова Ф.Г. Названия башкирских населенных пунктов XVI—XIX веков. — Уфа: Информреклама, 2005. — С. 248.
  3. Таймасов С.У. Восстание 1773—1775 гг. в Башкортостане. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2000. — С. 198.
  4. http://feb-web.ru/feb/pushkin/texts/push17/vol09/B02/Y922811-.htm?cmd=2
  5. 5,0 5,1 Хисамитдинова Ф.Г. Названия башкирских населенных пунктов XVI—XIX веков. — Уфа: Информреклама, 2005. — С. 248.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Таймасов С.У. Восстание 1773—1775 гг. в Башкортостане. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2000. — С. 198.
  7. https://realnoevremya.ru/articles/67436-tataro-bashkiry-v-pugachevskom-vosstanii 2021 йыл 28 февраль архивланған.
  8. 8,0 8,1 Хисамитдинова Ф.Г. Названия башкирских населенных пунктов XVI—XIX веков. — Уфа: Информреклама, 2005. — С. 248.

КУСЯПКУЛ АЗЯТЕВ// Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 331. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.