Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы

музей

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы — мемориаль музей, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы. Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында урынлашҡан. 1991 йылда асылған.[1]

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы
Нигеҙләү датаһы 1991
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ибраһим
Баш компания (ойошма, предприятие) Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы
Карта

Музей башҡорт мəғрифəтсе-шағиры Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы 1991 йылдың 7 сентябрендә асылған. Музей бинаһын төҙөүҙө шағирҙың исмен йөрөткән колхоз үҙ өҫтөнә ала, колхоз рәйесе Миңнулла Ғәтиәтулла улы Хәмзин. Колхоз бригадаһын хаҡлы ялда булған элекке уҡытыусы М.З. Мирхәйҙәров етәкләй.

Башҡорт дәүләт университетында эшләп килгән ғилми түңәрәге эшмәкәрлеге музейҙы ойоштороуға башланғыс һала. Өмөтбаевтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүге, йәмәғәтселеккә еткереүҙә ғалимдар Ғайса Хөсәйенов, Ғиниәтулла Ҡунафин, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Р.М.Булгаков күп эшләй.[2]

19912002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы булып тора.

2002 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы

Музей директорҙары

үҙгәртергә
  • Ғәзизйән Ғәлимҡарам улы Ибраһимов
  • Зөһрә Тәлғәт ҡыҙы Әхмәҙиева

Музей фонды

үҙгәртергә

Музей фондында 300-ҙән ашыу экспонат бар. Унда Өмөтбаевтың шәхси әйберҙәре, «Йәдкәр» китабы, ҡулъяҙмаларының күсермәләре һаҡлана.

Йорт-музей шартлы өлөштәргә бүленгән ҙур иркен бүлмәнән тора. Бүлмә башҡорт кантоны йортоның көнкүрешен тасуирлай.

Ишектән һул яҡҡа ашхана урынлашҡан: унда боронғо буфет, кейем шкафы, урындыҡтар, ашъяулыҡ ябылған өҫтәлдә самауыр, шәкәр һауыты, һауыт-һаба ҡуйылған. Диуарҙа сигелгән таҫтамалдар эленгән. Шулай уҡ Өфө рәссаме Рәшит Зәйнетдинов төшөргән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев портреты бар.

Ишектән уң яҡта эш өҫтәле ҡуйылған. Унда шағир үҙе ҡулланған ҡара һауыты тора. Диуарға Өфө рәссамдары һүрәттәре эленгән.

Бүлмә уртаһында Мөхәмәтсәлим Өметбаев бюсты тора, авторы — скульптор Р. Р. Фәттәхов. Бюст алдында иҙәнгә айыу тиреһе йәйелгән. Экспозицияларҙа шағир‑мәғрифәтсенең тормошо һәм ижады, фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, уның тыуған ауылы тарихы тураһында фото һәм документаль материалдар ҡуйылған. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаттары тураһында мәғлүмәт күрһәтелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ӨМӨТБАЕВ М. МУЗЕЙЫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Музей Уметбаева. 2016 йыл 4 март архивланған. «Ватандаш» журналы. Эльвира Халиҡова.  (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә