Әҙеһәмов Фәтхрахман Хажиәхмәт улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы гвардия рядовойы. III дәрәжә Дан ордены,Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры

Әҙеһәмов Фәтхрахман Хажиәхмәт улы (рус. Адигамов Фатхрахман Хазиахметович 19031983) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы гвардия рядовойы. III дәрәжә Дан ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1][2].

Әҙеһәмов Фәтхрахман Хажиәхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Абдул, Яҡшымбәт ауыл советы, Көйөргәҙе районы
Вафат булған көнө 1983
Вафат булған урыны Абдул, Яҡшымбәт ауыл советы, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Категория:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәтхрахман Хажиәхмәт улы Әҙеһәмов 1903 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Һыуын-Ҡыпсаҡ улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауыл Советы биләмәһе) Абдул ауылында тыуған[2].

1941 йылда Көйөргәҙе район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Гвардия ҡыҙылармеецы Әҙеһәмов Фәтхрахман Хажиәхмәт улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерисы, рядовой ҡыҙылармеец була.

Тула ерендә, Лобаново ауылы янында тәүге тапҡыр аяуһыҙ дошман менән осраша.

Курск дуғаһында дәһшәтле һуғышта батырҙарса көрәшә. Данлыҡлы 16-сы гвардия кавалерия Чернигов Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов орденлы дивизияһы сафтарында Украинаны, Белоруссияны, Польшаны һәм уның баш ҡалаһы Варшаваны азат итеүҙә ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң тыуған колхозында намыҫлы хеҙмәт уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Әҙеһәмов Фәтхрахман Хажиәхмәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Көйөргәҙе районы Абдул ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә