Абдул (Көйөргәҙе районы)

Абдул — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 408 кеше[1]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805001 (2002 й.).

Ауыл
Абдул
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°37′42″ с. ш. 55°28′26″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 865 010

ОКТМО коды

80 639 465 106

ГКГН номеры

0661031

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Абдул (Рәсәй)
Абдул
Абдул
Абдул (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Абдул


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 408 194 214 47,5 52,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Көйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 27 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яҡшымбәт): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 27 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Дүртөйлө урамы (рус. Дюртюлинская (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Т. Ноғоманов урамы (рус. Т.Нугуманова (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))[2]

Видеофильмдар

үҙгәртергә
  • Абдул ауылының «Айыҡ ауыл» конкурсына презентацияһы[3]
  • Абдуллала мәсет асыу тантанаһы үтте[4]
  • Абдулла ауылында имам-хатиптар семинары[5]

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Абдул ауылы Яҡшымбәт ауыл Советына инә, Бәләкәй Көйөргәҙе йылғаһы буйында (Оло Көйөргәҙе йылғаһы бассейны) район үҙәгенән һәм Ермолаево тимер юлы станцияһынан 27 км көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Халҡы 1900 йылда 677 кеше,1920 — 833, 1939—734, 1959—439, 1989—368, 2002 йылда 398 кеше йәшәгән. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (1989). Ауыл «Искра» ауыл хужалығы кооперативына ҡарай. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, клуб, китапхана эшләй. Ауыл тәүҙә Бәбәкә (ауылға тәүге нигеҙ һалыусы) исеме менән 19-сы быуаттың 40-сы йылдарында Ырымбур өйәҙенең Бөрйән волосы ерендә нигеҙләнә. Хәҙер ауыл Абдул (ул тәүҙә Ғабдулла тип йөрөтөлгән) антропонимын (ауылға нигеҙ һалыусының улы исемен) йөрөтә. 1866 йылда 66 йортта 508 кеше йәшәгән. Улар малсылыҡ, баҫыусылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсет эшләгән. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне барлығы теркәлгән.

Фоторәсемдәр

үҙгәртергә

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Центральная (улица)Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  3. YouTube сайтында Видео
  4. YouTube сайтында Видео
  5. YouTube сайтында Видео