Әл-Ихлас сүрәһе
Әл-Ихлас сүрәһе (ғәр. سورة الإخلاص, Ихласлыҡ), шулай уҡ Сүрә Әл-тәүхид (ғәр. سورة التوحيد, Monotheism), — Ҡөрьәндең 112-се сүрәһе. Ислам ғалимдары әйтеүенсә, әл-Ихлас сүрәһе Мәккәлә иңгән. Сүрә 4 аяттан тора.
Әл-Ихлас сүрәһе | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Ихласлыҡ |
Башҡа исеме |
(Әл-Тәүхид сүрәһе) سورة التوحيد |
Статистика | |
Сүрә номеры |
112 |
Аяттар һаны |
4 |
Джүз |
30 |
Руҡуғ |
1 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Риүәйәте: Бер көндө ҡөрәйеш мөшриктәре Мөхәммәт ғ.с. янына килеп: «Беҙгә үҙеңдең Аллаһыңды тасуирла», — тигәндәр. Аллаһы тәғәләнән ошо аяттар килгән.
Сүрә
үҙгәртергәБыл бүлектә сүрәнең ғәрәп телендә яҙылышы, кирил һәм латин хәрефтәрендә башҡорт теленә транскрипцияһы, башҡорт телендә тәфсире бирелә.
- * بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمـَنِ الرَّحِيم
- * Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
- * Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1:1 قُلۡ هُوَ اللّٰہُ اَحَدٌ
- * Ҡул һуу Аллаһу әхәд
- * Әйт: «Ул — берәү,
1:2 اَللّٰہُ الصَّمَدُ
- * Аллаһу ссамәд
- * Аллаһ мәңгелек,
1:3 لَمۡ یَلِدۡۙ وَ لَمۡ یُوۡلَدۡ
- * Ләм йәлид үә ләм йүүләд
- * Ул тыуҙырылмаған да, тыуҙырмаған да,
1:4 وَ لَمۡ یَکُنۡ لَّہٗ کُفُوًا اَحَدٌ
- *Үә ләм йәкүл-ләһү күфүүән әхәд [1]
- * бер кем дә Уға тиң булмаған!» — тиең.
Әл-Ихлас сүрәһе тураһында риүәйәт
үҙгәртергәМөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм бер саҡ Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһәне үҙ янына саҡырып алған да:
— И Ғәйшәм! Дүрт нәмәне эшләмәйсә йоҡларға ятма: 1 — Ҡөрьәнде тотош уҡып сыҡмай тороп; 2 — минең ризалығымды һәм миңә тиклемге һәммә Пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алмай тороп; 3 — иман килтереүселәрҙең ҡәнәғәтлегенә ирешмәй тороп; 4 — хаж ҡылмай тороп.
— Атам-әсәм менән ант итәм, шул ҡыҫҡа ғына арала быны эшләп өлгөрә алмаясаҡмын, — тип аптырай ҡатын.
— Шунан да еңеле юҡ, — тип көлөмһөрәй Рәсүлебеҙ. — Өс тапҡыр «Әл-Ихлас» һәм бер тапҡыр «Фәтиха» сүрәһен уҡып, һин тотош Ҡөрьәнде уҡып сыҡҡандай булырһың. Салауат әйтеүең менән минең һәм миңә тиклемге Пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алырһың. Иман килтереүселәрҙең һәммәһенең гонаһтарын ярлыҡауын Алланан һорап, уларҙың ҡәнәғәтлегенә ирешерһең. «Сүбханаллаһи үәл-хәмдүлилләһи үә лә иләһә иллалаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүүә ғәлә күлли шәйин ҡадир» кәлимәһен әйтеп, хаж ҡылғандай булырһың.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- СУРА 112. OЧИЩEHИE (BEPЫ) 2012 йыл 25 май архивланған.
- 112 сура (Аль-Ихлас) на арабском и в 7-ми переводах на русский язык
- Сура 112 АЛЬ-ИХЛАС 2016 йыл 5 март архивланған. в Исламской энциклопедии
- Слушать Суру 112 АЛЬ-ИХЛАС 2013 йыл 24 май архивланған. в wav формате
Ҡулланылған әҙәбиәт
үҙгәртергәҠөрьән Кәрим — башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар — Ҡазан, 2004
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [Ҡөрьән Кәрим. Мөхәррире ф.ф.к Нурмөхәмәт Әлебай улы Сөйәрғолов. - Стәрлетамаҡ, ГУП "Стерлитамакская типография", 2007. - ISSN 5=295=01335=9]
Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |