Әбүбәкер — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осратырға мөмкин.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Әбүбәкер — башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Ике төрлө мәғәнәлә аңлатыла: 1) әбү (ата)+ бәкер (саф, тоғро, намыҫлы) тикшереүсе; 2) дөйә балаһы мәғәнәләрен аңлатҡан ир-ат исеме[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Диваев Әбүбәкер Әхмәтйән улы (6 декабрь 1855 йыл — 5 февраль 1933 йыл) — башҡорт этнографы, төркиәтсе. Коллегия теркәүсеһе (1881). Тормошон Урта Азия һәм Ҡаҙағстан төрки халыҡтарының фольклорын, этнографияһын, телен, тарихын өйрәнеүгә арнаған атаҡлы ғалим һәм мәғрифәтсе, башҡорттарҙан тәүге профессорҙарҙың береһе.

Усманов Әбүбәкер Нурийән улы (24 апрель 1910 йыл — 13 июнь 1982 йыл) — ғалим-тарихсы һәм фольклорсы, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1937—1971 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1939 йылға тиклем һәм 1943 йылдан институт директоры, 1940 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре идаралығы начальнигы, 1948 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).

  • Әбүбәкеров Әхмәт Мәхмүт улы (рус. Абубакиров Ахмет Махмутович) (19081944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө (62-се гвардия) кавалерия полкында зенит ҡоролмаһы пулемётсыһы (номеры — ппс 1927 ч 771). Ҡыҙылармеец.
  • Әбүбәкерова Гөлназ Әхмәт ҡыҙы (18 ғинуар 1996 йыл) — Рәсәй шашкасыһы, урыҫ һәм халыҡ-ара шашка буйынса махсуслашҡан. Рәсәй һәм Европа беренселегенең күп тапҡырҙар еңеүсеһе. Спорт мастерлығына кандидат. Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы (2004).

Әбүбәкер (рус. Абубакирово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. Ауыл Ташлы йылғаһы буйында урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ