Әбүбәкеров Әхмәт Мәхмүт улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө (62-се гвардия) кавалерия полкында зенит ҡоролмаһы пулемётсыһы. Ҡыҙылармеец

Әбүбәкеров Әхмәт Мәхмүт улы (19081944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө (62-се гвардия) кавалерия полкында зенит ҡоролмаһы пулемётсыһы (номеры — ппс 1927 ч 771). Ҡыҙылармеец[1].

Әбүбәкеров Әхмәт Мәхмүт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Йәнйегет, Татлыбай ауыл советы, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө март 1944
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәт Мәхмүт улы Әбүбәкеров 1908 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Татлыбай ауыл биләмәһе) Йәнйегет ауылында тыуған.

1942 йылдың 12 октябрендә[2] Баймаҡ район хәрби комиссариаты Әхмәт Әбүбәкеровты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Ҡыҙылармеец Әбүбәкеров Әхмәт 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө (62-се гвардия) кавалерия полкында зенит ҡоролмаһы пулемётсыһы (номеры ппс 1927 ч 771) булып хеҙмәт итә.

Төрлө мәғлүмәт буйынса, 1944 йылдың февралендә әллә мартында һәләк була (хәбәрһеҙ юғала)[3].

Әбүбәкеров Әхмәт Мәхмүт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә