Әбелмәних Ҡарғалы
Әбелмәних Ҡарғалы (1782—1833) — суфый шағир.
Әбелмәних Ҡарғалы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1782 |
Тыуған урыны | Һаҡмар районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР |
Һөнәр төрө | шағир |
Әбелмәних бине Ғәбделфәйез бине Ғәбдессәләм 1782 йылда Ырымбур Ҡарғалыһында тыуған. Олатаһы Ғәбдессәләм ахун заманында танылған шәхес, шағир булған. 1755—1756 йылдарҙағы ихтилал етәксеһе Батырша үҙенең батшаға яҙған хатында башҡорт халҡын көрәшкә саҡырыусы өндәмәне төҙөүгә бер ни тиклем илһамландырыусы булараҡ Ғәбдессәләмдең исемен телгә ала. Тәүге белемде Әбелмәних Ҡарғалы мәҙрәсәһендә ала, һуңыраҡ Урта Азияға китә һәм Бохаралағы Ныязҡолой Төркмәниҙең билдәле мәҙрәсәһендә уҡый, Көнсығыш мәҙәниәтен, ғәрәп, фарсы телдәрен өйрәнә. 1815—1816 йылдарҙа Мөхәммәтйософ тигән бәктең етәкселегендә Төркиәгә барған илселектең секретары итеп билдәләнә. Истанбулда ике ай булғандан һуң, Әбелмәних Хиджазға, Ҡаһирәгә юллана, Мысыр солтаны Мөхәммәт Ғәли тарафынан ҡабул ителә. Мәккә, Мәҙинә ҡалаларында булғандан һуң, кире Истанбул аша Бохараға китә, 1817—1818 йылдарҙа Ырымбур яҡтарына әйләнеп ҡайта. Сәйәхәттән алған тәьҫораттар нигеҙендә ул «Тәржемәи хажи Әбелмәних әл-Бистәүи әс-Сәғиди» китабын яҙа, уның биографияһына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙең барыһы тип әйтерлек тик ошо китап аша билдәле. Ҡарғалыға ҡайтҡас, урындағы байҙарҙы («Хажи Мөхәммәт байға». «Ғөбәй байға») фашлаған шиғырҙар, Бүкәй урҙаһы Йыһангир ханға арналған мәҙхиә һәм башҡа шиғырҙар яҙа, уның артабанғы тормошон асыҡлаған факттар юҡ дәрәжәһендә. Хатта шағирҙың вафат булыу ваҡыты һәм урыны хәҙергә тиклем бәхәсле булып ҡала.
Уның әҙәби мираҫы ла ваҡытында йыйылмаған һәм бергә тупланмаған. Бөгөнгө көндә ҡулъяҙмаларҙа һәм инҡилапҡа тиклем нәшер ителгән баҫмаларҙа дөйөм күләме 2 мең юлдан ашыуыраҡ егерме шиғыры билдәле. Әбелмәних Ҡарғалының иң күләмле «Тәржемәи хажи…» әҫәре Ҡазанда 1845, 1889 йылдарҙа баҫыла. Әҫәрҙең ҡулъяҙма текстарының береһе Ризаитд Фәхретдинов коллекцияһында китапта, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең ғилми китапханаһында/р/б/3740/, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар бүлегендә /а/35/40/ һаҡлана.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. — 2-се том. — Өфө — 2007 йыл. — ISBN 978-5-295-04275-8