Ураҙбай (Ишембай районы)
Ураҙбай (рус. Уразбаево; икенсе атамаһы Һәләүекбаш) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 638 кеше булған[1]. Этҡол ауыл Советы составына инә.
Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80231830007.
Ауыл | |
Ураҙбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Исеме
үҙгәртергәАуыл нигеҙ һалыусы Ураҙбай хөрмәтенә аталған, шәхесе тарихи сығанаҡтарҙа раҫланмаған.
Тарихы
үҙгәртергәАуыл XVIII быуат уртаһынан ике исем аҫтында билдәле. Икенсе Һәләүекбаш атамаһында «баш'» йылғаның үрге ағымында урынлашҡан башҡорт ауылдары өсөн традицион һүҙ — башы, Һәләүек йылғаһының үрге ағымы, ауыл урынлашҡан ер.
1816 йылда 23 ғаилә араһынан өсәүһендә күп ҡатынлылыҡ теркәлә. Левираттарҙың никахы 60, 55, 25 йәшлек ҡатындары булған 33 йәшлек Әлимғужа Зиннәтов ғаиләһендә күҙәтелә. Күрәһең, уны йола буйынса мәрхүм булған өлкән ағайҙарының тол ҡатындарына өйләнергә мәжбүр иткәндәр.
Ауыл кешеләре Яңы Юрматы ауылына (Ғүмәр Сураҡаев һәм уның улы Мөхәмәтғәли) нигеҙ һалыуҙа ҡатнашалар.
Ураҙбайҙар малсылыҡ менән шөғөлләнгән, игенселккә тотона башлаған. 295 кеше йәшәгән 40 ихатала 725 ат, 453 һыйыр була.
1842 йылда 242 бот көҙгө иген һәм 1984 бот яҙғы иген сәселә.
XVIII быуат аҙағында унда 103 кеше йәшәгән, XIX быуат уртаһында — 492 кеше. Ярашлы рәүештә 26 һәм 64 ихата була. 1920 йылда 182 йортта 903 кеше йәшәгән[2].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәАуылда башланғыс мәктәп (Үрге Этҡол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 903 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 867 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 936 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 578 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 652 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 638 | 321 | 317 | 50,3 | 49,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар йәшәй (100 %)[4].
Географик урыны
үҙгәртергәҺәләүек йылғаһы башында урынлашҡан, ошонан ауылдың икенсе исеме Һәләүекбаш.
Алыҫлығы:[5]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 28 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Үрге Этҡол): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 45 км.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[6]:
- Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская)
- Туғай урамы (рус. улица Луговая)
- Совет урамы (рус. улица Советская)
- Марат Асадуллин урамы (рус. улица Марата Асадуллина)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодёжная)
- Октябрь урамы (рус. улица Октября)
- Иблеәминов Рим урамы (рус. улица Рима Иблияминова)
- Сахалин урамы (рус. улица Сахалин)
- Еләкле урамы (рус. улица Ягодная)
- Еңеү урамы (рус. улица Победы)
- Сәскәле урамы (рус. улица Цветочная)
- Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)
- Шишмә урамы (рус. улица Родниковая)
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы (29.04.1971), журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе.
- Сабитов Мөхтәр Абдрахман улы (20.12.1946), журналист, яҙыусыһы, драматург, топонимист һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы (1989), Х. Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (1998).
- Иблеәминов Рим Сәйфулла улы (12.3.1961 — 2.10.1981) — Афған һуғышында һәләк булған башҡорт. Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Ураҙбай ауылында тыуған. 24.10.1979 хәрби хеҙмәткә алынған. 1980 йылдың майынан Афғанстанда. Рядовой, уҡсы-гранатометчик ярҙамсыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Тыуған ауылында ерләнгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ураҙбай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2021)
- Уразбаево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2021)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 127. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Почтовые индексы Ишимбайского района 2020 йыл 5 февраль архивланған.
- страница Уразбаево на портале «Генеалогия и Архивы»
- Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан N 126-з от 17 декабря 2004 года
- Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан 2016 йыл 4 март архивланған.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Ураҙбай ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ураҙбай (Ишембай районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 127. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ураҙбай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ураҙбай ауылы