Үвәйсилек
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Үвәйсилек йәки нәҡшбәндиә-үвәйсиә — суфый тәриҡәте, Пакистанда киң таралған, Үҙәк Азияла Баһауетдин Нәҡшбәнд (ваф. 1389) нигеҙләгән нәҡшбәндиә тәриҡәте тармағы.
Тарихы
үҙгәртергәБыл тәриҡәттең эйәрсендәре фекеренсә, ул Һиндостанда XVII быуатта Әхмәт Сирхинди (1556—1606) шәйехтең эйәрсендәре нигеҙ һалған нәҡшбәндиә-мөжәддидиәнең төп тармағы менән бергә барлыҡҡа килгән.
Тәриҡәттең үҙенсәлеге: тыныс (хәфи, ҡәлби) зекер, эргәлә шәйех булмаған килеш үвәйси рухи бәйләнеш ысулы (нисбәт); тәриҡәткә тоғролоҡ анты (бәйғәт) Мөхәммәт Пәйғәмбәргә туранан-тура килтерелә. Улар шәриғәт күрһәтмәләренә ҡәтғи буйһоноу һәм бидғәт яңылыҡтарына тәнҡитле ҡараш менән айырылып тора.
Хәҙерге заманда
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта тариҡәт шәйехе булып Мөхәммәт Әкрәм Аван (1934 й. тыуған) тора. Ул тәфсир һәм практик суфыйлыҡ буйынса бер нисә хеҙмәт, шиғри йыйынтыҡтар авторы.
Нәҡшбәндиә-үвәйсиәнең силсиләһе:
- Мөхәммәт Пәйғәмбәр
- Әбү Бәкер;
- Хәсән әл-Бәсри;
- Дауд әт-Тай;
- Жүнәйд әл-Бағдад;
- Хужа Әхрар;
- Ғабдуррахман Жәми;
- Әбү Әйүп Мөхәммәт Сәлих;
- Ғәллә әд-Дин Мәҙни;
- Абдур Рәхим;
- Аллаһ Яр Хан;
- Мөхәммәт Әкрәм Аван
Тәриҡәт үҙәге Дар-үл-Ғирфан Мунара ҡалаһында, Пәнжәб провинцияһының Чакваль районында урынлашҡан. Тәриҡәттең нигеҙе нисбәт үвәйси булғанға, был бөтә мосолмандар өсөн интернетта күп зекер үткәрергә мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- naqshbandiaowaisiah.com
- owaisiah.com 2023 йыл 5 апрель архивланған.
- zikr-e-ilahi.com
- Zikr-e-Illahi-Russian Русский перевод брошюры «Zikr-e-ilahi»
- Хазрат Мухаммад Акрам Аван «Вопросы и ответы о тасаввуфе» 2015 йыл 18 июнь архивланған.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |