Баһауетдин Нәҡшбәнд
Баһауетдин Мөхәммәт ибн Борһанетдин Мөхәммәт әл-Бохари (фарс. بهاءالدین نقشبند; йәки Баһауетдин Балогардон, март 1318, Бохаранан йыраҡ түгел Ҡәсри-Һиндуван (хәҙерге Ҡаған районы), Үзбәкстан — март 1389, шунда уҡ) — фарсы дин әһеле, шулай уҡ суфый уҡытыусы булараҡ та билдәле, мөһим урын тотҡан Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә (ғәмәлдә ул тәриҡәттең етенсе шәйехе булып тора).
Баһауетдин Нәҡшбәнд | |
фарс. بهاء الدين النقشبند ғәр. بهاء الدين النقشبند | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Сығатай улусы |
Тыуған көнө | 1318 |
Тыуған урыны |
Касри-Арифан[d], Мәүәрәннәһер, Сығатай улусы Бохара, Үзбәкстан |
Вафат булған көнө | 1389 |
Вафат булған урыны |
Касри-Арифан[d], Тимуридтар дәүләте[d] Бохара, Үзбәкстан |
Ерләнгән урыны | Мавзолей Бахауддина Накшбанда[d] |
Һөнәр төрө | дин белгесе |
Эшмәкәрлек төрө | суфыйлыҡ |
Уҡыусылар | Алауддин Аттар[d] |
Кемдә уҡыған | Сайид Амир Кулаль[d] |
Йәшәү рәүеше | мистицизм[d] |
Баһауетдин Нәҡшбәнд Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБаһауетдин Бохаранан йыраҡ түгел Ҡәсри-Һиндуван ауылында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған[1]. Ғүмеренең күп өлөшөн ул Бохарала йәки уның эргәһендә уҙғарған.
Суфыйлыҡ менән ҡыҙыҡһыныу олатаһынан күскән. Бала сағында Нәҡшбәнд шәйех Мөхәммәт Баба Сәммәси тарафынан (ваф. 740/1339) рухи уллыҡҡа алына, һәм ул артабан белем биреүҙе уҡыусыһы Әмир Гүләлгә тапшыра. Артабан Баһауетдин бүтән билдәле шәйехтәрҙән дә белем ала.
Ҡушаматтары
үҙгәртергәНәҡшбәнд ҡушаматы — тажиксанан "нағыш туҡыусы " тигәнде аңлата. Баһауетдин Нәҡшбәнд, Хужаи Бузурғ һәм Шаһи Нәҡшбәнд булараҡ танылған.
Вафаты
үҙгәртергәХәнәфи мәҙһәб тарафдары Баһауетдин Нәҡшбәнд 1389 йылдың мартында вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә.
Үлгәндән һуң Нәҡшбәнд әүлиә, шулай уҡ Бохараның ҡурсалаусыһы тип таныла. Уның ҡәбере өҫтөндә 1544 йылда мазар төҙөлә, ул Урта Азия мосолмандарының хаж ҡылыу урыны булып китә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Calendar of State Papers (инг.) // Letters and Papers Illustrative of the Reigns of Richard III and Henry VII / James Gairdner. — Cambridge: Cambridge University Press. — С. 433–435.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Naḳs̲h̲band / Algar, Hamid // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Eleven Principles Of The Naqshbandi Sufi Order
- Omar Ali-Shah The Rules or Secrets of the Naqshbandi Order. — 1992. ISBN 2-909347-09-5
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |