Ҫәғәләбиҙәр
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ҫәғәләбиҙәр (ғәр. ثعالبة; рус. Саалабиты) — Хәрижи[1] ағымдарҙың береһе, Ҫәғәләбә ибн Ғәмир (ибн Мәшкәнә) тарафдарҙары (Ҫәғәләби ҡәбилә менән бутамаҫҡа).
Тарихы
үҙгәртергәҪәғәләбә ибн Ғәмир (ғәр. ثعلبة بن عامر) башта Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд һәм ғажрәдиҙәргә эйәрә, әммә һуңынан балалар мәсьәләһендә уның менән ҡараштары айырыла. Ул балаларҙы, улар хәҡиҡәтте инҡар итмәй һәм ғәҙелһеҙлеккә риза була башламайса тороп, иманһыҙ тип иҫәпләүгә ҡаршы була. Ул былай тигән: «Балалар етлеккәнсе һәм уларға ислам динен ҡабул итергә тәҡдим иткәнгә тиклем уларға шәфҡәтлелек йәки дошманлыҡ тураһында ҡарар ҡабул итергә ярамай. Әгәр ҙә ислам динен ҡабул итһәләр, яҡшы булыр, әгәр кире ҡаҡһалар, кафырға әүерелерҙәр»
Икенсе фараз буйынса Ҫәғәләбә ибн Ғәмирҙең һәм ҫәғәләбиҙәрҙең ғажрәдиҙәрҙән айырылыуына сәбәп булып мәһәр мәсьәләһендәге аңлашылмаусанлыҡ тора .
Ҫәғәләби тармаҡтары
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ғәрәп һүҙе «الفوارج» «ташлап китеүселәр, фетнәселәр» тигәнде аңлата. Күплектә был термин «әл-хәүәриж» тип яңғырай, әммә әҙәбиәттә «хәрижиҙәр» тигән исем нығынған. Төркөмдөң үҙ атамаһы «әш-Шүрат», йәғни «үҙгәреүсән»
- ↑ Мухаммад ибн Абд ал-Карим аш-Шахрастани. Хариджиты (хариджиты, мурджииты, ваидиты) // Книга о религиях и сектах.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.