Ҡәләм һәм ҡағыҙ тураһында хәҙис

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ҡәләм һәм ҡағыҙ тураһында хәҙис (ғәр. حديث القلم والورقة‎) - ислам Пәйғәмбәре Мөхәммәт с.ғ.с. вафаты алдынан яҙма белдереү яһарға теләгән, ихтимал, был кесе йома көнө булғандыр, ләкин уға быны эшләргә бирмәгәндәр. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең шул ниәте тураһында һөйләшкәндә, ғәҙәттә, был белдереү уның вариҫын рәсми билдәләр ине,тип иҫәпләнелә. Уның ислам тарихы дауамында тармаҡланып килеүе арҡаһында ҡайһы берәүҙәр был ваҡиғаны кесе йома афәте тип атай (ғәр. رزية يوم الخميس‎)

Сәхих әл-Бохариҙың ҡануни йыйынтығында Ғабдуллаһ ибн Ғәббәскә һылтанып хәбәр ителеүенсә, Мөхәммәт с.ғ.с һижри 11 йылында (б.э. 632 йыл) ауырып киткән һәм уның хәле кесе йома көндө насарая төшкәс[1], «бер нәмә яҙам, һуңынан һеҙ хаталанмаҫһығыҙ», тип ҡәләм менән ҡағыҙ һораған[2].

«Сәхих әл-Бохари»ҙағы хәҙистә сәхәбәһе Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Пәйғәмбәрҙе тыңламай: «Пәйғәмбәребеҙ ауырый. Беҙҙә Аллаһ китабы (Ҡөрьән) бар, беҙгә шул етә», ти [3][4]

Артабан Мөхәммәттең түшәге янында бәхәс ҡупҡан, тиҙәр[5]. Ҡайһы берҙәре Уның бойороҡтарын үтәргә тәҡдим итә, ә ҡайһы берҙәре Ғүмәр фекерен яҡлай[6] , ибн Сәғд быны үҙенең ентекле отчетына өҫтәй.[3] Тауыш һәм бәхәс көсәйгәнлектән, Мөхәммәт уларҙы китеүҙәрен һорай һәм бер нәмә лә яҙмай.[5]

Фараздар

үҙгәртергә

Ҡайһы бер хәбәрҙәрҙә Мөхәммәттең яҙма белдереү урынына телдән өс нәсихәт ҡалдырыуы өҫтәлә, әммә улар төрлө авторҙар тарафынан төрлөсә яҙып алынған.[3] Ибн Сәғдтең бер хәбәрендә ике нәсихәт телгә алына: Ғәрәбстандан мөшриктәрҙе ҡыуып бөтөрөү һәм делегацияларҙы Мөхәммәт үҙе эшләгән кеүек ҡабул итеү. Өсөнсө тәҡдим юҡ, бәлки, уны тапшырыусы үҙе онотҡандыр.[3]

Ғалимдар араһында Мөхәммәттең ни яҙырға ниәтләнеүе тураһында фараздар бик күп. Шиғый ғалимдар был Али ибн Әбү Талиптың яңы башлыҡ итеп рәсми тәғәйенләнеүе булыр ине тип фаразлай, шул уҡ ваҡытта сөнниҙәр төрлө альтернативалар тәҡдим итә[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • аль-Бухари, Мухаммад, Сахих Бухари, Том 1, стр. 37, С. 4, стр. 66, С. 5, стр. 137—138, С. 7, стр. 9
  • Муслим бин Хаджадж, Сахих Муслим, Том 5, стр. 75-76.
  • Меджлис, Мухаммед Бакир, Бихарул Энвар, Том 22, стр. 475—476.