Башҡортостан (гәзит)

Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси гәзите
(Ҡыҙыл Башҡортостан (гәзит) битенән йүнәлтелде)

Башҡортостан — ижтимағи-сәйәси гәзит. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт телендә Өфө ҡалаһында нәшер ителә.

«Башҡортостан»
Тип

Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси гәзите

Тиражы

30 мең (2011)

Веб-сайты

bash.bashgazet.ru Наградалары: Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Гәзитте ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Гәзит «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем менән 1917 йылдың 14 июнендә сыға башлаған.

Баҫма республиканың район һәм ҡалаларындағы көндәлек ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте буйынса, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренән төрлө характерҙағы материалдарҙы даими биреп бара. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр һәр һан да тиерлек донъя күрә. Бынан тыш гәзиттә көнитмештең төрлө яҡтарына ҡағылған һәм сәнәғәт, иҡтисад, хоҡуҡ, әхлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, тирә-яҡ мөхит, спорт өлкәләрен яҡтыртҡан һәм башҡа темаларға ла, уҡыусылар хаттарына ла күпләп урын бирелә.

ХХ быуаттың һуңғы һәм ХХI быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында гәзит аҙнаһына биш мәртәбә, һуңғы йылдарҙа аҙнаға өс тапҡыр — шишәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә сыға. Икеләтә күләмдә баҫылған йома көн һаны «Башҡортостан» — «Йома» исеме менән донъя күрә, һәм уға үҙаллы индекс менән айырым яҙылыу ҙа үткәрелә.

  • Гәзит 1917 йылдың июнь айынан Ырымбурҙа «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем менән башлап сыға. Июль айынан исеме «Башҡорт» тип үҙгәртелә.
  • 1918 йылдың мартында Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы «Башҡортостан» гәзитен сығара.
  • 1919 йылдан «Башҡортостан» һәм «Башҡорт» гәзиттәре нигеҙендә «Башҡортостан хәбәрҙәре» исемендә Стәрлетамаҡта нашер ителә.
  • 1922 йылдан «Башҡортостан» исемендә Өфөлә башҡорт һәм татар телдәрендә сыға.
  • 1924 йылдың авгусынан башҡортса ғына баҫтырыла.
  • 1929 йылдан гәзит көн һайын сыға башлай.
  • 1937 йылда гәзит исеме «Qьđьl Başqortostan» («Ҡыҙыл Башҡортостан»), 1951 йылда «Совет Башҡортостаны» тип үҙгәртелә.
  • 1968 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
  • 1990 йылдан «Башҡортостан» исеме менән донъя күрә.

Махсус биттәр

үҙгәртергә

Рубрикалар

үҙгәртергә
  • Мәғлүмәттәр
  • Йәмғиәт
  • Шәхестәр
  • Башҡортостан Республикаһының норматив-хоҡуҡи акттары
  • Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
  • Иҡтисад
  • Социаль мәсьәлә
  • Рухиәт
  • Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
  • Спорт һәм туризм
  • Экология
  • Ҡырағай мөхит

Гәзиттең төрлө йылдарҙағы баш мөхәррирҙәре

үҙгәртергә
Гәзит тиражы
Йылдар 1923 1928 1930 1941 1951 1959 1966 1975 1979
Тираж, мең дана 0,9 5,35 9,9 20,1 16,0 23,2 51,0 67,6 79,7

Бүләктәре

үҙгәртергә

Гәзит 1968 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

Республика кимәлендә ойошторған саралары

үҙгәртергә
  • «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығы уңайынан уҡтан атыу буйынса беренселек[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендәге тупланмаһы
Башҡортостан (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
«Башкортостан» гәзите сайты