Юлдашбаев Азамат Рәмил улы

Юлдашбаев Азамат Рәмил улы (10 октябрь 1964 йыл) — башҡорт журналисы, публицист, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).

Юлдашбаев Азамат Рәмил улы
Заты ир-ат
Гражданлығы  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 октябрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, мәктәп директоры, шағир, журналист, мөхәррир

Биографияһы Үҙгәртергә

Азамат Рәмил улы Юлдашбаев Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы[1]) Ейәнсура районы Саҙалы ауылында 1964 йылдың 10 октябрендә тыуған. Сиреғол урта мәктәбен тамамлағас, әрмелә хеҙмәт итә. 1984 — 1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый һәм, диплом алғас, Ейәнсура районында гимназияла уҡытыусы һәм директор булып эшләй. 2003 йылдан республика йәштәр гәзите «Йәшлек»тең хәбәрсеһе, 2008 йылдан — «Шоңҡар», артабан «Ватандаш» журналының баш мөхәррире була.

2015 йылдың 28 сентябрендә «Башҡортостан» гәзитенең директоры — баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә[2] һәм был вазифала 2018 йылдың 2 апреленә тиклем эшләй[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге Үҙгәртергә

Ижади эшмәкәрлеге Үҙгәртергә

Китаптары Үҙгәртергә

  • Мәлъяҙмалар. — Өфө: Китап, 2010.
  • Яңғыҙлыҡ анатомияһы («Анатомия одиночества»). — Өфө, 2011.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре Үҙгәртергә

  • «Яуаплылыҡ ҡулға ҡәләм тоттора» / А. Р. Юлдашбаев //Йәшлек. — 2005. — № 109.
  • «Әтәс йылын ҡаршылағанда : хикәйә»/ А. Р. Юлдашбаев //Ағиҙел. — 2007. — № 3. — 103—112.
  • «Үҙ хөкөм: ғәйепле, үтә бер ҡатлы»/ А. Р. Юлдашбаев //Ағиҙел. — 2008. — № 1.

Ижадына баһалар Үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре Үҙгәртергә

Ҡаҙаныштары Үҙгәртергә

  • 2017 йыл Өфөлә башҡорт телен яҡлап үҙенсәлекле һәм сағыу «Йөрәк һүҙе» проекты ойошторолдо. 28 ноябрҙә үткән шиғри алыш финалында 12 пар ҡатнашты, улар араһында башҡорт телендә иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр билдәләнде. Ҡатнашыусыларҙың береһе – шағир һәм депутат Йомабикә Ильясова әҙерләгән «тамашасы һөйөүе» бүләген Азамат Юлдашбаев менән Алина Ғәлиева алды[4].

Иҫкәрмәләр Үҙгәртергә

Сығанаҡтар Үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2017)

Һылтанмалар Үҙгәртергә