Ҡыяуыҡ
Ҡыяуыҡ, Кейәүк (рус. Кияуково) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 146 кеше була[3]. Йәнырыҫ ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453237, ОКАТО коды — 80231880003.
Ауыл | |
Кияуково башҡ. Ҡыяуыҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Ҡыяуыҡ ауылы[1] |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453237 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәҠыяуыҡ ауылы шул уҡ исемле йылға эргәһендә урынлашҡан һәм күскенселәр тарафынан нигеҙләнгән. Халыҡтың ҡатнаш составы 1795 йылдан алып теркәлгән. Ул саҡта 6 аҫаба-башҡорт йәшәгән 2 хужалыҡ һәм 121 типтәр йәшәгән 20 хужалыҡ була. Яңы Ҡыяуыҡта 14 хужалыҡта 65 аҫаба башҡорт, 4 йортта 24 ерһеҙ башҡорт, 7 хужалыҡта 35 типтәр йәшәгән. Аҙаҡ типтәрҙәр беренсе ауылға ҡушылғандар. Күренеүенсә, типтәрҙәр татар типтәрҙәрен, шулай уҡ аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгән башҡорттарҙы ла үҙ эсенә алған. 64 йылдан һуң Ҡыяуыҡта 60 ихатала 399 типтәр була. 1920 йылда 171 йортта 891 типтәр йәшәгән. Типтәрҙәр Ҡыяуыҡ ауылына 1749, 1784, 1803 йылдарҙа индерелгәндәр. Ергә керҙәш-башҡорттар менән бергә хужа булғандар. 1839 йылда типтәрҙәрҙең 42 ихатаһында (245 кеше) һәм башҡорттарҙың 5 ихатаһында (22 кеше) 160 ат, 55 һыйыр, 123 һарыҡ, 127 кәзә була. 133 умарталары булған[4]. 1865 йылда 71 йортта 402 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, ылаусылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында шулай уҡ аҡ балсыҡ эшкәртеү булған[5][6].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәҠыяуыҡ ауылы Йәнырыҫ ауыл Советына ҡарай. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %) йәшәй[7]. Клуб бар. Балалар эргәләге Йәнырыҫ урта мәктәбенә йөрөп уҡыйҙар[8].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 891 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 726 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 455 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 197 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 177 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 146 | 72 | 74 | 49,3 | 50,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл [[Ҡыяуыҡ йылғаһы яры буйында, [[Йәнырыҫтан 500 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Эргәнән Ҡарамалы йылғаһы аға.
Алыҫлығы:[9]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 43 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Янурус): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 41 км.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[10]:
Иҡтисады
үҙгәртергә- Газ үткәргес торбаларҙы хеҙмәтләндереү[11].
- Ауыл хужалығы.
- Туризм.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Маннанов Шакир Фәтих улы (1.10.1917—23.04.1973), Бөйөк Ватан һуғышы яугире. Уҡсылар полкының тоҫҡаусыһы, орудие командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Ошо орден менән дүрт тапҡыр бүләкләнгән 29 һуғышсының береһе.
- Тамара Искәндәриә (10.06.1958), шағир, журналист, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире.
- Хәбиров Фәрит Барый улы (01.01.1930—29.06.2003), педагог, дәүләт хеҙмәткәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР-ҙың атҡаҙанған һөнәри‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1991), Луначарский исемендәге премия лауреаты (1991).
- Әшрәпов Әсхәт Тажетдин улы (15.04.1931—19.04.2008), кинооператор. 1955 йылдан «Казахфильм» киностудияһының кинооператоры, 1961 йылдан «Эдельвейс» киностудияһы директоры. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979) һәм ике тапҡыр Дәүләт премияһы лауреаты (1967, 1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 224 | Генеалогия и архивы
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Кияуково | Генеалогия и архивы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 131. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ҡыяуыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Ҡыяуыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡыяуыҡ ауылы
- ↑ РАСПОРЯЖЕНИЕ Правительства РБ от 10.09.2004 № 797-р <ОБ ОТНЕСЕНИИ К ГОСУДАРСТВЕННОЙ СОБСТВЕННОСТИ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ОБЪЕКТОВ ГАЗОСНАБЖЕНИЯ, ПОСТРОЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ ИШИ … (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2021)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡыяуыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2021)
- Кияуково | Генеалогия и архивы
- «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡыяуыҡ ауылы
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 131. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |