Ҡытай цивилизацияһы

Ҡыта́й (Ҡытай Халыҡ Республикаһы, «үҙәк дәүләт», «урталыҡ дәүләт») — Көнсығыш Азиялағы ил. Ҡытай иң боронғо цивилизацияларға ҡарай, ул үҙенә бихисап мәҙәниәттәр һәм дәүләттәр туплаған.

Ҡытай цивилизацияһы
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Ҡытай
 Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы
 Көньяҡ Корея
 Япония
 Сингапур
Урынлашыу картаһы
 Ҡытай цивилизацияһы Викимилектә
Төп төбәктәре төшөрөлгән Ҡытай картаһы

Ҡытайҙың оҙайлы һәм өҙлөкһөҙ тиерлек тарихы бар, шулай уҡ боронғо ҡатмарлы яҙма системаһна эйә.XIX быуатҡа тиклем донъяның алдынғы дәүләттәренең береһе һаналып,Көнсығыш Азияла иң төп мәҙәни үҙәк булып тора. Бөгөнгө көнгәсә Ҡытай күрше дәүләттәргә ҙур йоғонто яһап тора. Ҡытай — күп фәнни асыштар, уйлап табыуҙар иле, ул кешелек яҙмышын үҙгәртеүгә ҙур өлөш индергән. Был асыштар араһында — Бөйөк дүрт уйлап табыу: ҡағыҙ, компас, дары һәм китап баҫыу.

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Чжунго» (中國/中国) — ҡытайҙың үҙатамаһы. Беренсе иероглиф «"чжун"» (中) «үҙәге» йәки «уртаһында» тигәнде аңлата. Икенсе билдәһе «го» ( 國йәки 国) «ил» һәм «дәүләттәр» тип тәфсирләнә. XIX быуаттан башлап һәм көнбайыш һәм рәсәй тарихсылары «Урталыҡ дәүләт» йәки «Урталыҡ империя» тип йөрөтә. Әммә был дөрөҫ тәржемә тип булмай, сөнки «"чжунго"» һүҙе элек-электән «Асман аҫты» , Күктәрҙең үҙенән идара итеүгә мандат бирелгән Күк (Асман) улының биләмәләре тигәнде аңлатҡан. Шуға ярашлы, теүәл тәржемә - «Үҙәк ил» йәки «Үҙәк дәүләт ».


«Чжунго» термины Ҡытай тарихында даими ҡулланылмаған. Ул заманына күрә төрлө мәҙәни һәм сәйәси мәғәнә төҫмөрө алған [1].


Терминдың асылы Ҡытайға төньяҡ күсмә халыҡтарҙың баҫып инеүе һәм Хуанхэ йылғаһы үҙәнендә үҙ дәүләттәрен ҡора башлау менән үҙгәргән. Этник яҡтан ҡытай булмаған халыҡтар үҙ биләмәләрен - «чжунго», Көньяҡ Ҡытайҙағы ысын ҡытайҙар хөкүмәттәрен «варвар» тип йөрөтә башлаған. Шулай итеп, 1-се мең йыллыҡта «чжунго» термины этник булыуҙан туҡтап, сәйәси төшөнсәгә әйләнгән.

Шулай булғанда ла урта быуаттарҙа «чжунго» этник мәғәнәһен бик үк юғалтып бөтмәгән. Тан династияһы осоронда ҡытай ерҙәре төньяҡтан да, көньяҡтан да берләшкән булған «чжунго» термины тотош ерҙәргә лә ҡулланылған.

XX быуатта «чжунго» термины беренсе тапҡыр Ҡытай Республикаһы атамаһында ҡулланылған (中華民國, « Чжунго халыҡ дәүләте»). 1949 йылда Ҡытай халыҡ Республикаһы атамаһында ла (中华人民共和国) рәсми рәүештә ошо һүҙ ҡулланыла.

«Ҡытай» тигән милләтте аңлатҡан һүҙ ҙә бөгөн (中国人, чжунго жэнь) ошо уҡ терминды ҡулланып яһалған. «Чжунго» һүҙен өҫтөн ҡуйып ҡулланыу ҠХР-ҙағы аҙ һанлы халыҡтарҙың ҡытайлашыуына килтерә.

Сирика, Серика[2] (грек. Σηρική, лат. Serica) —Ҡытайҙың антик атамаһы[3]. Был сер тигән халыҡтар иле (Хань) тигәнде аңлата (бор. грек. Σῆρες, лат. Seres «ебәк кешеләр»)[4][5][6]. Моғайын, ҡытайса «си» (絲, 丝 — ебәк) тигәндән килеп сыҡҡандыр. Ошо атаманан лат. sericum — «ебәк туҡыма» тигән төшөнсә килеп сыҡҡан.

Син, синдәр[3] (бор. грек. Σῖναι, лат. Sinae) тип антик авторҙар, атап әйткәндә Клавдий Птолемей[7], Көньяҡ Ҡытай кешеләрен атағандар[4]. Улар Sera Metropolis һәм Sinae Metropolis ҡалаларын Бөйөк ебәк юлының ахырғы туҡталҡалары тип атай. Был ҡалаларҙың теүәл урыны билдәле түгел[8]. Sinae латин префикстары Sino- һәм Sin--ға әйләндерелгән, улар менән Ҡытайға бәйле предметтарҙы һәм күренештәрҙе билдәләйҙәр[9]. Урыҫ телендә был префикстар «синология]», «синолог» һәм башҡа шундай һүҙҙәрҙә ҡулланыла.

 
XX быуатта Ҡытай картаһы

Киң таралған фараздар буйынса, «Ҡытай» атамаһы «Ҡатай» һүҙенән килеп сыҡҡан. Был һүҙ ҡытайҙың үҙенән түгел, ә Маньчжуриянан килгән күсмә прото-монгол ҡәбиләһе — кидандарҙан (ҡатайҙарҙан) килеп ингән.907 йылда улар Төньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала һәм унда үҙ затынан Ляо династияһын барлыҡҡа килтерә . Уларҙы XII—XIII быуатта икенсе күскенселәр — чжурчжэндәр (монголдар) ҡыҫырыҡлап сығара, әммә этноним Төньяҡ Ҡытай топонимы булып нығынып ҡала. Европа сауҙагәрҙәре, атап әйткәндә Марко Поло ярҙамында, был атама «Катай» (Cathay) рәүешле булып урта быуаттарҙағы Көнбайыш Европаға килеп инә. Шул яҡтарҙан ул күпселек славян телдәренә лә килеп инә һәм бөгөнгә ҡәҙәр Асман аҫтындағы был илде " Китай " (Ҡытай) тип атау дауам итеп килә. Көнбайышта әле лә шағирәнә мәғәнәлә Ҡытайҙы «Катай» тип атау осраштырып ҡуя.

«Ҡытай» термины ошо осраҡтарҙа ҡулланылыуы мөмкин:

«Ҡытай» һүҙе «чжунго» тигән мәғәнәгә алмаш — ул этник төркөмгә түгел , ә "Үҙәк дәүләт"кә ҡарата ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта Ҡытайҙа борондан хакимлыҡ итеп килгән хань тигән титуллы милләт ил халҡының 90 % -ан тәшкил итә. Хәҙер инде Ҡытайҙағы был милләткә инмәгән халыҡтар ҙа ассимиляцияға бирелә бара.

Ҡатайҙар

үҙгәртергә

Ҡатай ҡәбиләләре, Ҡытайҙан киткәс, донъя буйлап сәселгән. Бер тармаҡ Урал тауҙары яғына киткән һәм башҡорт халҡының ырыуы булып формалашҡан. Күпселек тикшеренеүселәр уларҙың тамырҙарының ҡара-ҡитайҙарға йәки кидандарға барып тоташыуын раҫлай. Тарихсы-этнограф Рим Йәнғужин билдәләүенсә, «Тарихи-этнографик әҙәбиәттә ҡатайҙарҙың ҡара-ҡитайҙарҙан йәки кидандарҙан сығыуын раҫлаған фекер йөрөй. Ә бына кидандарҙың үҙҙәренең ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында фекер төрлөсә . Шулай ҙа тикшеренеүселәрҙең күбеһе уларҙы монгол сығышлы тип иҫәпләй… Һуңғы йылдарҙа ҡара-ҡытайҙарҙың төркиҙәрҙән сығыуы хаҡында фекер нығый бара»[10].

China атамаһы французса фарс. چین (Čini) тигәндән килеп сыҡҡан[11] санскр. चीन (cīna) ҡыт. , ҡытай Цинь династияһы атамаһынан алынған (б.э.т. 221б.э.т. 206)[9]. Тәүге тапҡыр Дуарте Барбозаның 1518 йылдар тирәһендә яҙылған китабында телгә алына[12] уны 1555 йылда Ричард Иден инглиз теленә тәржемә иткән [9].

Ҡытайҙың China атамаһын Үҙәк Европала: португал, испан, инглиз, немец һәм румын телдәрендә ҡулланалар. Поляк телендә - Chiny. Kina атамаһы башлыса Төньяҡ Европала, атап әйткәндә, Данияла, Норвегияла һәм Швецияла, шулай уҡ серб-хорват телендә ҡулланышта. Грецияла Κίνα тип атайҙар.

Тарихынан

үҙгәртергә
 
Бөйөк Ҡытай диуары

Ҡытай — донъяның иң боронғо цивилизацияларының береһе. Ул Тигр һәм Евфрат шумерҙары, һиндтәр һәм Боронғо Мысыр цивилизациялары менән бер ҡатарҙа тора. Ҡытай цивилизацияһының үҙенсәлеге шунда - ул башҡа цивилизация үҙәктәренән айырым йәшәп үҫешкән. Бөгөн Көнсығыш Азияла ҡулланылған яҙманың логографик системаһы тәү сиратта Ҡытай ҡаҙанышы.

Археологик табылдыҡтар күрһәтеүенсә,хәҙерге ҡытай биләмәләрендә боронғо Homo erectus төр кеше 2,24 миллион — 250 мең йыл элек йәшәгән булған. Пекин эргәһендә Чжоукоудянь тип аталған урында синантроп тип аталған кеше һөлдәһе ҡалдыҡтары табылған, улар 550-300 мең йыл элек йәшәгән. Ябай таштан яһалған ҡоралдар ҡулланған, ут сығара белгән.

Тарихта тәүге танылған династия - Шан династияһы (икенсе исеме Инь), Көнсығыш Ҡытайҙа улар беҙҙең эраға тиклем XVIII һәм XII быуаттарҙа Хуанхэ йылғаһы үҙәнен биләп йәшәгән.

Был династияннан һуң дошманлашып йәшәгән ҡәбиләләрҙе Цинь династияһы (б.э.т.221 йылдан) берләштергән.

Уны Хань династияһы б.э.т. 206 йылдан 220 йылдарға тиклем тотҡан

Ҡытайҙың төньяғына III—VI быуатта күсмә халыҡтар һөжүм итеп, империя тарҡалғандан һуң 580 йылда Суй уларҙы яңынан династияһы берләштерә. 1271 йылда монгол хакимдары Һүбиләй Юань династияһын иғлан иткән. 1368 йылда монголдарға ҡаршы ихтилалдар һөҙөмтәһендә, Ҡытай яңы этник Мин династиянһы башлаған, ул Ҡытайға 1644 йылға тиклем идара иткән.

Ҡытайҙың һуңғы императорҙар династияһы Цинды илде яулап алған манжурҙар башлаған була.Ул 1911 йылда революциянан һуң ҡолатыла.

Ҡытайҙың технологик асыштары:

  • Абаҡ (математика)
  • Домена мейесе (ҡорос)
  • Китап баҫыу
  • Бронза
  • Штанген-инструмент
  • Сәғәт
  • Компас
  • Арбалет
  • Ҡоро док
  • Веер
  • Фейерверк һәм ракета
  • Ҡармаҡ
  • Дары
  • Планёр|Планер
  • Граната
  • Һауа шары
  • Осҡос йылан
  • Лак
  • Шырпы
  • Бумага
  • Банкнота (ҡағыҙ аҡса)
  • Парашют
  • Поршенлы насос
  • Фарфор
  • Пропеллер
  • Рельефлы карта
  • Винт (деталь)|Винт
  • Сейсмограф
  • Ебәк
  • Аҫылмалы күпер
  • Туалет ҡағыҙы
  • Теш щёткаһы
  • Зонт
  • Ҡул арбаһы
  • Виски ( медицина препараты)

Башҡа асыштар:

  • Боронғо Ҡытайҙа математика архитектура һәм географияла ҡулланыла. Математик Цзу Чунчжи 463 йылда уҡ Пи билдәһен өтөрҙән һуң етенсе һанға тиклем теүәл итеп иҫәпләп сығарған булған. Унарлы система менән иҫәпләү Ҡытайҙа беҙҙең эраға тиклем XIV быуаттан уҡ ҡулланылған. Математиктар Чжу Шицзе, Ян Хуэй һәм Лю Жусенасыу «Паскаль өсмөйөшөн» Паскаль үҙе төшөргәнгә тиклем йыл 350 йыл алдан уҡ төшөрөп ҡуйған була.
  • Биология ғәмәли фәндәрҙә — фармацевтикала һәм гербологияла айырата үҫеш ала.
  • Көнбайыш ҡытай медицинаһы һәм хирургия көнбайыштарҙан ҡайтыш булмаған.
  • Хәрби өлкәлә инновациялар - арбалет, сәптәр эшләү, утлы залп биргән арбалеттар, требушет, гәрсис нигеҙендә ағыулы газ, рельеф картаһы, һауа йыландары, ракета, дары, граната һәм тәүге бронза пушкалар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Дмитриев С. В., Кузьмин С. Л. Что такое Ҡытай? Срединное государство в историческом мифе и реальной политике // Восток. — 2012. — № 3. — С. 5—19.
  2. Раймонд Рамсей. Открытия, которых никогда не было = No Longer on the Map. — Амфора, 2002. — 253 с. — ISBN 5-94278-181-8.
  3. 3,0 3,1 Serica // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885. — С. 1239—1240.
  4. 4,0 4,1 Серы // Словарь античности = Lexikon der Antike / Пер. с нем. / Редкол.: В. И. Кузищин (отв. ред.) и др.. — М.: Прогресс, 1989. — 704 с. — ISBN 5-01-001588-9.
  5. Клавдий Птолемей. География. VII, 5
  6. Аммиан Марцеллин. Деяния. XXIII, 6, 1
  7. Клавдий Птолемей. География
  8. Luc-Normand Tellier. Urban World History. — Québec: Presses de l'Université du Québec, 2009. — P. 155. — 660 p. — ISBN 978-2760515888.
  9. 9,0 9,1 9,2 Politics in China: An Introduction / Edited by William A. Joseph. — 2 edition. — Oxford University Press, 2014. — P. 6. — 576 p. — ISBN 978-0199339426.
  10. Ҡатай [1](недоступная ссылка)
  11. china (ингл.). Oxford Dictionaries. Oxford University Press (2018). Дата обращения: 10 май 2018. 2018 йыл 11 май архивланған.
  12. Literature of Travel and Exploration: An Encyclopedia / Edited by Jennifer Speake. — Routledge, 2003. — P. 593. — 1350 p. — ISBN 978-1579582470.
  • Гордиенко А. Н., Куделев П. Е., Перзашкевич О. В. Китай. История, культура, искусство. — М.: Эксмо, 2008. — 160 с. — (Иллюстрированные энциклопедии мировой культуры и истории). — 5000 экз. — ISBN 978-5-699-29268-4.
  • Кравцова М. Е. История культуры Китая. — СПб.: Лань, 1999. — 416 с. — 3000 экз. — ISBN 5-8114-0063-2.
  • Маслов А. А. Китай. Колокольца в пыли. Странствия мага и интеллектуала. — М.: Алетейя, 2005. — 376 с. — (Сокровенная история цивилизаций). — 2000 экз. — ISBN 5-98639-025-3.
  • Дмитриев С. В., Кузьмин С. Л. Что такое Китай? Срединное государство в историческом мифе и реальной политике // Восток. — 2012. — № 3. — С. 5-19.
  • Дмитриев С. В., Кузьмин С. Л. Империя Цин как Китай: анатомия исторического мифа // Восток. — 2014. — № 1. — С. 5-17.
  • Сравнительное изучение цивилизаций: Хрестоматия / Сост. Б. С. Ерасов. — М.: Аспект пресс, 1999. — 555 с. — ISBN 5-7567-0217-2.
  • Мясников, Владимир Степанович. Квадратура китайского круга: избранные статьи. Кн. 1 / В. С. Мясников; Институт востоковедения РАН. — М.: Восточная литература, Типография «Наука», 2006. — 547 с. — (Corpus Sericum).
  • Фортунатов, Владимир Валентинович. История мировых цивилизаций / В. В. Фортунатов. — М.: Питер, 2011. — 527 с. — ISBN 978-5-498-07315-6.
  • Мигунов, Николай Иванович О специфике трансформационных процессов китайской цивилизации // Вестник Ленинградского государственного университета им. А.С. Пушкина : Научный журнал / Под ред. В. Н. Скворцова. — СПб.: ЛГУ имени А.С. Пушкина, 2011. — ISSN 1818-6653.