Иҫке Сәйет (Башҡортостан)

(Иҫке Һәйет битенән йүнәлтелде)

Иҫке Сәйет[2], Иҫке Һәйет[3]; (рус. Старосаитово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 177 кеше[4]. Ҡолғона ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453233, ОКАТО коды — 80231845005.

Ауыл
Старосаитово
башҡ. Иҫке Сәйет
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

[[Башҡортостан Республикаһы]]

Муниципаль район

[[Ишембай районы|Ишембай районы]]

Ауыл Советы

[[Ҡолғона ауыл Советы (Ишембай районы)|Ҡолғона]]

Координаталар

53°40′33″ с. ш. 56°58′31″ в. д.HGЯO

Халҡы

177[1] кеше (2010)

Почта индексы

453233

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 231 845 005

ОКТМО коды

80 631 445 121

ГКГН номеры

0523612

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Старосаитово (Рәсәй)
Старосаитово
Старосаитово

XVIII быуаттың 1-се яртыһында Нуғай юлының Гәрәй-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары тарафынан Сәйет исеме аҫтында үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған (тәүге күскенсе исеме менән аталған). XVIII быуат аҙағында унда 80 кеше йәшәгән 24 ихата була. XIX быуат уртаһында ихаталар һаны һаҡланып ҡалған, халыҡ һаны 173 кешегә артҡан. Ырымбур хәрби губернаһының 1847 йылдың 3 ноябрендәге бойороғона ярашлы Сәйет ауылының 132 кешенән торған 12 ғаиләһе Яңы Сәйет ауылын барлыҡҡа килтерә. 1859 йылда уларҙың беренсеһендә (Иҫке Сәйет) 46 йортта 280 кеше, икенсеһеһендә — 24 ихатала 136 кеше иҫәпләнә. Бөтәһе лә — аҫаба башҡорттар. 1920 йылда Иҫке Сәйет ауылында 92 йортта 435 кеше йәшәгән. 1925 йылда Яңы Сәйеттә 16 хужалыҡ була. Ревизия материалдары буйынса Сәйеттең улдары билдәле: Ильяс (1743-1825), Әлебай (1747—1827), йорт сотнигы Юләмбәт (1769 йылғы), Исмәғил (1776 йылда тыуған).

Ауыл кешеләренең береһе, 23 йәшлек Дәүләтсура Килдибеков, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк була. Сәйет ауылы халҡының төп шөғөлө малсылыҡ. 260 кеше йәшәгән 50 ихатаға 210 ат, 350 һыйыр, 50 һарыҡ, 18 кәзә тура килә. Умартасылыҡ бөлгөнлөккә төшә. Ауылда 4 умарта һәм 6 солоҡ була. Бөтә халыҡҡа 32 бот көҙгө иген сәселгән[5].

1906 йылда ауылда бакалея кибете теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан.

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Ауыл халҡы Ишембай урман хужалығы участкаһында эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 438
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 303
1959 йыл 15 ғинуар 297
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 189
2002 йыл 9 октябрь 179
2010 йыл 14 октябрь 177 90 87 50,8 49,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (99 %)[6].

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[7]:

  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Һул яр урамы (рус. улица Левый берег)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Уң яр урамы (рус. улица Правый берег)

Географик урыны

үҙгәртергә

Оло Шешәнәк ((Еҙем ҡушылдығы)) йылғаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[8]

Һылтанмалар

үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Башҡорт телендә рәсми теркәлгән исеме. Рәсми белешмә китабының 200-се битендә. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан : Справочник. Уфа : Китап, 2017. — 472 с. : ил. ISBN 978-5-295-06668-9 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
  3. «Словар топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 год.» белешмә китабына ингән, ерле һөйләштә, баҫмаларҙа ҡулланылған, әммә рәсми теркәлмәгән исеме
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 124. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Иҫке Сәйет ауылы
  8. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.