Алатау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Алатау
53°49′54″ с. ш. 57°02′40″ в. д.HGЯO
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары
Оҙонлоғо40 км
Киңлеге5 км
Иң юғары нөктәһе845
Алатау (һырт) (Рәсәй)
Montanya.svg
Алатау
Алатау (һырт) (Ишембай районы)
Montanya.svg
Алатау

ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә

Ишембай һәм Белорет райондары буйлап Үрек йылғаһының үрге ағымынан Оло Шешәнәк йылға (Еҙем йылғаһы ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 40 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 4—5 км, көньяҡ өлөшөнөң — 2—3 км, абсолют бейеклеге 845 м. Алатау — Еҙем һәм Нөгөш йылғалары бассейны һыу айырғысы.

Ете яҫы түбәһе айырылып тора. Төп һырттан ваҡ йылғаларҙың һыу айырғысы булған күп һанлы ваҡ армыттар китә.

Рельефы асимметриялы: көнбайыш битләүҙәре текә, көнсығышы — һөҙәк. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитлы ҡомташтарынан тора. Улар үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә яланғаслана.

Көнбайыш битләү итәктәрен төрлө үләнле урман аҡландары биләй. Өҫтәрәк икенсел ҡарағай-ҡайын урмандары үҫә.

Улар 550 м бейеклектә ҡарағайлы киң япраҡлы (йүкә, урыны менән йыла, имән), түбәләрҙә киң япраҡлы урман менән алмашына.

Көнсығыш битләүҙәрен ҡарағай, шулай уҡ ҡарағас ҡатыш ҡайын-уҫаҡ урмандары ҡаплаған. Һырт түбәләрендә каҙак артышы менән үҫемлектәрҙең таулы урман-дала төрө таралған.

18 быуаттың 2‑се яртыһынан алып урмандары Вознесенка (Ырғыҙлы) заводында файҙаланыла, был уларҙың төрҙәр составының үҙгәреүенә килтерә (ылыҫлы ағастар урынында икенсел уҫаҡ һәм ҡайын урмандары барлыҡҡа килә).

ТопонимикаҮҙгәртергә

Тау алыҫтан ала булараҡ күренеп тора. Шуға ла Алатау тип аталған.


ҺылтанмаларҮҙгәртергә