Яҙғыйорт (тау, Ишембай районы)
Башҡортостандың Ишембай районындағы тау
Яҙғыйорт— Башҡортостандың Ишембай районының төньяҡ көнсығыш өлөшөндәге тау. Ишембай районының Ҡолғона ауылынан 6,5 км алыҫлыҡта Оло Шешәнәк йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Яҙғыйорт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 540,5 метр |
Иң бейек нөктәһе— 540,5 м. Битләүҙәре һөҙәк, көнбайыш битләүе текә, йылғаның текә яры булып тора.
Тау тоҡомо ҡомташтар, алевролиттар һәм рифей һәүерташтарынан тора. Көньяҡ битләүендә Һыйырҡотороған (Оло Шешәнәк бассейны) йылғаһы баш ала.
Тау өҫтөндә— һоро урман тупрағында имән ғатнаш йүкә урмандары.
«Яҙғыйорт» атамаһы «яҙғы» һәм «йорт» һүҙҙәренән алынған, тимәк яҙын халыҡ ауылдан ошо ергә йәйләүгә сыға торған булған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 624. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.