Уртаайыры (утар)
Уртаайыры (Урта-Айры) — Башҡорт АССР-ы Маҡар районының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) юҡҡа сыҡҡан утары. Ҡолғона ауыл Советы составына ингән була.
Урта-Айры башҡ. Уртаайыры | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы |
[[Ҡолғона ауыл Советы (Ишембай районы)|Ҡолғона]] |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Автомобиль коды |
- |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Ҡалыуайыры ауылынан көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уртаайыры йылғаһы аға. Уртаайыры гидронимы урта һәм айыры — ҡушылдыҡ, йылға тармағы һүҙҙәренән яһалған.
- Географик урыны
Алыҫлығы[2]:
- район үҙәгенә (Петровский) тиклем: 50 км,
- ауыл Советы үҙәгенә (Ҡолғона) тиклем: 7 км
- яҡындағы тимер юл станцияһына (Стәрлетамаҡ) тиклем: 85 км
Тарих
үҙгәртергәXIX быуат аҙағында башҡорт ауылы (Мөхәмәтшарип) барлыҡҡа килә, ул тәүге күскенселәр: Һарғай йәки Мөхәмәтшарип исемдәре менән атала. Бер-береһенән ике саҡрым алыҫлыҡта Уртаайры һәм Ҡалыуайры утарҙары урынлашҡан. Беренсеһендә 23 йортта 109 кеше йәшәгән, икенсеһендә 26 йортта 131 кеше булған[3].
Халҡы
үҙгәртергәУртаайыры ауылында 23 хужалыҡта 109 кеше йәшәгән[4]. 1969 йылдың 1 ғинуарына 265 кеше йәшәй, күпселек милләт — башҡорттар [5].
Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабында 1931 йылда Уртаайыры ауылынан репрессия ҡорбандарының фамилиялары килтерелә:
- Әбүбәкер Нурмөхәмәт улы Шәйәхмәтов, (1887 й., Уртаайыры ауылы, Маҡар районы), башҡорт; башланғыс белемле; партияһыҙ; Урмансы. 1931 йылдың 21 мартында ҡулға алынған. 58-10 статья буйынса хөкөм ителгән. Хөкөм ҡарары: 7 йылға иркенән мәхрүм итергә. 1989 йылдың 6 июнендә аҡлана[6].
- Гиззәт Сәфиулла улы Маннанов (1880 йылда тыуған, Уртаайыры ауылы, Маҡар районы), башҡорт; башланғыс белемле; партия сафында тормай; урмансы. 1931 йылдың 21 мартында ҡулға алына. 58-10 статья буйынса хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: 10 йылға һөргөнгә/ 1989 йылдың 6 июнендә аҡлана.
Инфраструктураһы
үҙгәртергәУрман хужалығы (леспромхоз).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года: [справочник] / Президиум Верхов. Совета БАССР; [сост. Н. Ильин, Ш. Файзуллин, М. Курамшин и др.; отв. ред. А. Денисов]. . — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — С. 346. — 494 [1] с.: табл. преим. — Алф. указ.: с. 398—493 с.
- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года: [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. / Президиум Верхов. Совета БАССР. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. — С. 189. — 429 [1] с.: табл. преим. — Алф. указ.: с. 348—430 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 131. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башкирская АССР, 1969, с. 189
- ↑ Башкирская АССР, 1953, с. 346
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 131. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Урта-Айры и Калу-Аиры | Генеалогия и архивы
- ↑ Башкирская АССР, 1969, с. 189
- ↑ Списки жертв